Очин Олег Фёдорович
Очин Олег Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 декабрь 1950 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Бөйөк Новгород, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм парламент ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Ярослав Мудрый исемендәге Новгород дәүләт университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Партия российского единства и согласия (фракция)[d] |
Ойошма ағзаһы | Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации I созыва[d] |
Очин Олег Фёдорович Викимилектә |
Олег Федорович Очин (22 декабрь 1950 йыл, Новгород, РСФСР, СССР) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, сәйәси эшмәкәр, РФ Федераль Йыйылышының беренсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1993 — 1995)[1], Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең фән һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса министры урынбаҫары, иҡтисад фәндәре докторы[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1973 йылда Новгород политехник институтында «Радио һәм электрон аппаратура конструктор-технологы» белгеслеге буйынса юғары белем ала. 1974 йылдан 1990 йылға тиклем Новгород политехник институтында ғилми хеҙмәткәр, уҡытыусы, проректор булып эшләй. 1979 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһы аспирантураһын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты диссертацияһын яҡлай. 1978 йылда КПСС ағзаһы сафына инә, 1990 йылға тиклем партия ағзаһы була. КПСС-тың партия ойошмаһы секретары булып эшләй, КПСС-тың ҡала комитеты һәм өлкә комитеты ағзаһы була[3].
1990 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһының XXVIII съезы делегаты итеп һайлана. 1990 йылда Новгород ҡала Советы депутаты һәм рәйесе итеп һайлана. 1991 — 1992 йылдарҙа Новгород өлкәһе хакимиәтендә хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһында эшләй. 1992 — 1993 йылдарҙа "Европа-Америка-500" һәм «Интерсервис»[3] ойошмаларында генераль директор булып эшләй.
1993 йылда Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышына 123-сө[4] Новгород бер мандатлы һайлау округынан беренсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Ул Рәсәй берҙәмлеге һәм татыулығы партияһы менән тәҡдим ителә. Дәүләт думаһында халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы булды, «Яңы төбәк сәйәсәте» тигән депутаттар төркөмөнә инә[5].
2000 йылдан алып 2004 йылға тиклем Мәскәү өлкәһенең Сәнәғәт һәм фән министрлығында фән идаралығы начальнигы булып эшләй. 2004 йылда Мәскәү өлкәһенең сәнәғәт һәм фән министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[2]. 2007 йылда «ВТБ Банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә банк рәйесе советнигы булып эшләй, 2011 йылда — «Кавикорм»[3] компанияһының Директорҙар советы ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Состав Государственной Думы первого созыва . Государственная Дума. Дата обращения: 17 май 2020.
- ↑ 2,0 2,1 ОЛЕГ ОЧИН: ВЫХОД ИЗ СЛОЖИВШЕГОСЯ КРУГА ПРОБЛЕМ - СОЗДАНИЕ БОЛЕЕ УЗКИХ ПРОГРАММ . Дата обращения: 22 июнь 2020.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Lobbying.ru | Очин Олег Фёдорович . lobbying.ru. Дата обращения: 22 июнь 2020. 2020 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Результаты выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации 12 декабря 1993 года по одномандатным избирательным округам . Дата обращения: 22 июнь 2020. 2021 йыл 24 октябрь архивланған.
- ↑ Очин Олег Федорович . Дата обращения: 22 июнь 2020.