Эстәлеккә күсергә

Оҫҡон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Оҫҡон
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы A. obliquum
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Allium obliquum L., 1753[1]
Таксономия рангыһы Төр[1]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон лук[d][1]
Таксондың халыҡ атамаһы 高莛韭[2], 高葶韭[3] һәм 高莛韭[4]
Имеет плод типа коробочка[d]
Вики-проект Проект:Инвазионная биология[d]
Ареал таксона Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы[4]
Ссылка на авторов таксона (Fisch. exRchb. ) D. Y. Hong
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[5]
 Оҫҡон Викимилектә
Оҫҡон

Оҫҡон (лат. Allium obliquum, рус. Лук-косой, дикий чеснок, горный чеснок, ускун, уксун) — Һуған-һарымһаҡ йәки тау һарымһағы тип тә атала [6][7]..

Таралыуы һәм экологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәттә төр ареалы үҙ эсенә Румынияны, Рәсәйҙең европа өлөшөн, Урта Азияны, Монголияны һәм Ҡытайҙы ала[8].

Болондарҙа һәм тау итәктәрендә үҫә.

Күп йыллыҡ үҫемлек, һабағынан һәм һуғанға оҡшаған төбөнән дә һарымһаҡ еҫе сыға. Үҫемлектең өҫкө өлөшөнөнөң тышҡы күренеше Һарымһаҡты хәтерләтә, тик ҡыяҡтары яҫы һәм ҙур. Төбө иһә ялған һуғанбаш булып формалаша. Һабағы өҫкө тура булып үҫә, бейеклеге 60-150 см-ға етә, ҡыяҡтары аҫтынан күренмәй тора. Һуғанбашы оҙонса йомортҡа йәки аҫты йомро конус рәүешендә була.

Һуғанбашының диаметры һәм бейеклеге 4-6 см,йәки ярашлы рәүештә 1,5-2,5 см. Төбө вертикаль рәүештәге тамыр өҫтөндә урынлаш.

Тышҡы өлөшө һарғылт-алһыу йәки көрәнһыу ҡабыҡлы. Һабаҡта 3-8 ҡыяҡ тармаҡлана. Ҡыяҡтары яҫы, осона табан тарая бара, йәшел йәки һоро-йәшел төҫтә. Сәскәһе - алтынһыу һары.

Емеше – өс ҡырлы ҡумта һымаҡ, уның эсендә 3-4 орлоғо була. Орлоҡтары һуғандыҡына оҡшаған, ҡара төҫтә.

Сәскәгә тумаланған оҫҡон. Ҡыяҡтары нәҙек оҙон булып китә һәм сәскә атҡас, ҡорой башлай

Оҫҡон тиҙ өлгөрә торған үҫемлек. Ҡыяғы күренә башлап орлоғо өлгөргәнгә тиклем өс-дүрт ай үтә. Вегетация осоро ла иртә башлана - яҙ уртаһынан башлана, ә йәй башында орлоҡ һабағы килеп сыға. Июнь аҙағында сәскә ата башлай, сәскәһе 8-12 көн тора. Көҙгә орлоҡтары өлгөрә.

Ҡыяҡтары йәйгә оҙонайып ҡата, августа иһә һарғайып кибә. Йәйгеһен башҡаса ҡыяҡланмай.

3-4 йыллыҡ үҫемлектән ғәҙәттә грамм тирәһе орлоҡ сыға. Ҡышҡылыҡҡа сәсеп ҡалдырылған орлоҡтарҙың сығышы – 75-90 процент, әгәр яҙ сәселһә – 30-40 процент. Ҡайһы бер орлоҡ сәскән йылы түгел, киләһе йылдарҙа сығыусан. Орлоҡ өс йылдан ашыу ятһа, һуңынан бик әҙ генәһе шытып сыға. Тәүге йылы бик ҙур булмай.

Төбөнән алып та күсереп ултыртырға була [9].

Үҫемлектә, бигерәк тә япраҡтарында С витамины (50-100 мг%), каротин (5-9 мг%),В төркөмө (Bt, В ), PP витаминдары бик күп. (Bt,), PP. Эфир майы үҙенсәлекле еҫ һәм үткер тәм бирә. Тәме - башлы һуған һәм һарымһаҡ араһында, шуға күрә уны «тау һарымһағы» тип йөрөтәләр ҙә. Ҡыяҡтарында кумарин, фитосерин, майҙар, инулин, пентозан, шәкәр, шул иҫәптән полисахаридтар һәм шулай уҡ азотлы берләшмәләр, йод эҙҙәре бар. Иң күп микроэлементтар - тимер, баҡыр, кальций, фосфор. Ҡоро матдәләр ҡыяҡтарында 12 процентҡа етә[10].

Малсылыҡта ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ит-һөт өсөн аҫралған малға оҫҡон, йыуа кеүек һуғанбашлы үҫемлектәр ашатыу кәңәш ителмәй, иттең еҫенә йоғонто яһай, ә һөттөң төҫө, тәме үҙгәрә, әммә хайуандың үҙенә бер нисек тә насар тәьҫир итмәй [11].

Оҫҡон (рус. Лук косой) лат. Allium obliquum ырыуына лат. Alliaceae ғаиләһенә лат. Asparagales спаржа сәскәлеләргә ҡарай.

  1. 1,0 1,1 1,2 Linnaeus C. Species Plantarum (лат.): Exhibentes plantas rite cognitas ad genera relatas — 1753. — Т. 1. — Б. 296.
  2. Institute of Botany, Chinese Academy of Sciences https://www.plantplus.cn/doi/10.12282/plantdata.0061 — 2022. — doi:10.12282/PLANTDATA.0061
  3. https://www.iplant.cn/frps/vol/14 / под ред. В. Фацзуань, Т. Цзинь — 1980. — Т. 14. — Б. 244.
  4. 4,0 4,1 (unspecified title)doi:10.17520/biods.2023124
  5. Таксономия растений GRIN (ингл.)
  6. Лук косой - уксун, горный чеснок[1]
  7. Косой лук или лук ускун: посадка и уход[2]
  8. По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
  9. Косой лук или лук ускун: посадка и уход[3]
  10. Лук косой - уксун, горный чеснок[4]
  11. Пороки молока и причины их вызывающие [5]
  • Введенский А. И. Род 267. Лук — Allium L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор и редактор тома акад. В. Л. Комаров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1935. — Т. IV. — С. 175. — 760 + XXX с. — 5175 экз.