Эстәлеккә күсергә

Павлушков Сергей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Павлушков Сергей Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1864
Вафат булған көнө 1942
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ветеринар, paraveterinary worker
Уҡыу йорто Ҡазан ветеринария институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ветеринария фәндәре докторы[d]

Павлушков Сергей Николаевич (18641942) ― рус һәм СССР ветеринары, ветеринария фәндәре докторы, профессор. СССР-ҙа ветеринария ойоштороусыларының береһе[1].

Сергей Николаевич Павлушков 1888 йылда Ҡазан ветеринария институтын тамамлай, 1907 йылға тиклем земство ветеринар табибы булып эшләй. 1911 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ветеринария-бактериология лабораторияһы мөдире итеп тәғәйенләнә. 1915 йылда «Успехи страхования скота в государствах Западной Европы и в Финляндии» китабын яҙа. Ошо хеҙмәте нигеҙендә 1916 йылда «Страхование скота» темаһына магистрлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1917 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ветеринария-бактериология лабораторияһы Эксперименталь ветеринария институты тип үҙгәртелә, 1921 йылға тиклем уның беренсе директоры була.

1921 йылда РСФСР-ҙың игенселек халыҡ комиссариатына эшкә күсә. 1929 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Бөтә Союз эксперименталь ветеринария институтында эшләй, унда ветеринария өлкәһендә сит ил тәжрибәһен өйрәнеү буйынса бюро мөдире була һәм институттың ғилми хеҙмәттәрен мөхәррирләй.

1942 йылдың 13 февралендә Мәскәүҙә вафат була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эпизоотология, ветеринария статистикаһы, ветеринария эшен ойоштороу, малды страховкалау һәм ветеринарияның күп кенә тармаҡтары буйынса 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа. 1902 йылда «Новые ветеринарно-полицейские правила по надзору за скотом и продуктами животноводства» хеҙмәтен яҙа. (П. Н. Кулешов һәм И. Г. Гурин менән авторҙашлыҡта).

Ветеринария буйынса венгр ғалимдары Ф. Гутира, И. Маректың һ.б. хеҙмәттәрен рус теленә тәржемә итә. Күп иғтибарҙы ветеринария белеменә һәм ветеринария тарихына бирә. 1910 йылда ветеринар табиптарҙың 2-се Бөтә Рәсәй съезының әүҙем ойоштороусыһы була. 1905 һәм 1909 йылдарҙа Халыҡ-ара ветеринария конгресында ҡатнаша.

Совет власы йылдарында РСФСР игенселек Халыҡ комиссариатының Ғалимдар советында ғилми секретары һәм рәйесе була. Совет ветеринария закондарын сығарыу нигеҙҙәрен булдырыуҙа ҙур өлөш индерә, Бөтә Рәсәй ветеринарҙар съезын саҡырыу буйынса ойоштороу эшендә ҡатнаша.

  • Туберкулез рогатого скота и борьба с ним при помощи туберкулина. Москва, 1897
  • Успехи страхования скота в государствах Западной Европы и в Финляндии. 1915
  • Теория и практика в ветеринарном образовании, «Ветеринарное обозрение» 1900, с. 191 и 299
  • Ветеринария, в кн.: Большая советская энциклопедия, т. 10, М., 1928.