Партия хеҙмәткәрҙәренә обелиск (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Партия хеҙмәткәрҙәренә обелиск (Таганрог)
Партия хеҙмәткәрҙәренә обелиск
2008-05-08 at 08-53-56.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Комсомол бульвары
Төҙөлгән ваҡыты 1946 йыл
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

1946

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Обелиск партработникам

Партия хеҙмәткәрҙәренә обелиск (1941 йылдың 17 октябрендә һәләк булыусыларға һәйкәл) — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы обелиск.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың октябрендә фашистар СССР-ҙың Көньяғына үтә. Таганрогты алыу өсөн улар барлыҡ көстәрен һала, октябрь башында һуғыштар ҡала эргәһендә бара. 1941 йылдың сентябрь уртаһында ҡала етәкселәре казарма торошонда була. Был ваҡытта Таганрогка Ростов партия өлкә комитеты секретарҙары М . П . Богданов һәм Г. И. Ягупьев етәкселегендә өлкә партия хеҙмәткәрҙәре төркөмө килә. Улар алдында ҡала халҡын һәм ойошмаларҙы эвакуациялауҙы ойоштороу бурысы ҡуйыла. Портта ҡорамалдарҙы тейәү майҙанында партияның ҡара комитеты секретарҙары И. И. Решетняк Н. Я. Сердюченко һәм башҡа етәкселәр эшләй. М. И. Рамазанов, Л. С. Наталевич һәм С. Г. Морозов диңгеҙ порты складтарында һаҡланған игенде, дошман ҡулына эләкмәһен өсөн, халыҡҡа тарата.

1941 йылдың 17 октябре иртәһендә истрибитель батальондары Төньяҡ биләмәһе эргәһендә фашистар менән алышҡа инә. Сәғәт 11-ҙә партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре төркөмө портҡа сигенә. Көндөҙгө сәғәт икелә «Адольф Гитлер» дивизияһының подразделениелары танкыларҙа ҡалаға инә һәм диңгеҙгә ынтыла. Һуғыш башлана. 1941 йылдың 17 октябрендә Таганрог вермахт ғәскәрҙәре ҡулына күсә.

Ҡала етәкселәре Таганрогты иң һцңғылар булып ҡалдыра. Портҡа немецтар тарафынан утҡа тотолған тимер юл составы әйләнеп ҡайта. Составтың паровозы юлдан аҫҡа осорола, ә вагондарҙан немецтарға юлды ҡаплау өсөн баррикадалар эшләнә. Әммә немецтар портҡа инә һәм караптарға минометтарҙан ут аса. Һөҙөмтәлә лейтенант И. О. Рогальский етәкселегендәге «Ростов Дон» канонер кәмәһе зыян күрә һәм идараны юғалтып, дрейфҡа ята. Был алышта контр-адмирал С. Ф. Белоусов ауыр яралана, М. П. Богданов, И. Л. Решетняк, Н. Я. Сердюченко, М. И. Рамазанов, Л. В. Наталевич һ.б. һәләк була. 1941 йылдың 17 октябрендә Ростов өлкә комитет секретары Г. И. Ягупьев ҡына тере ҡала[1].

Төнөн беҙҙекеләр канонерка бортынан яралы контр-адмирал Ф. С. Белоусовты һәм һәләк булыусыларҙы килеп ала. Улар барыһы ла Аҙауға алып барыла һәм шунда ерләнә. Һуңынан уларҙың ҡалдыҡтары Дондағы Ростовҡа күсерелә. 1944 йылда Таганрог ҡала партия комитеты һәләк булған Л. И. Решетняк, И. Я. Сердюченко, М. И. Рамазанов һәм В. Л. Наталевичты Таганрогта ерләргә ҡарар итә. Улар барыһы ла 1944 йылдың 27 авгусында Комсомол бульварындағы скверҙа туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

1946 йылда Г. И. Ягупьев инициативаһы менән Комсомол (Тарихи) бульварындағы туғандар ҡәберлегендә һәләк булғандарҙың исемдәре яҙылып, обелиск ҡуйыла.

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 17 октябрендә һәләк булыусыларға ҡуйылған һәйкәл икенсе атам менән дә йөрөй — партия хеҙмәткәрҙәренә обелиск. Ул ҡуйы йәшел мәрмәрҙән эшләнгән һәм туғандар ҡәберлегенең өҫтөнә, постаментҡа ҡуйылған. Обелискка ике табличка эленгән. Үрҙәгеһенә: «Лука Игнатьевич Решетняк, ГК ВКП(б) секретары, Николай Яковлевич Сердюченко, ГК ВКП(б) секретары, Рамазанов Михаил Ильич, ҡала башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары, Владимир Леонтьевич Наталевич, ҡала башҡарма комитетының бүлек мөдире. 1941 йылдың 17 октябрендә немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта һәләк булдылар», — тип яҙылған Түбәнге табличкала: «Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә һәләк булған геройҙарға мәңгелек дан!», «Һеҙҙең хаҡтағы иҫтәлек мәңгелек», — тигән юлдар яҙылған.

Обелисктың тирә-яҡы төҙөкләндерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 86. — ISBN 978-5-9901455-3-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]