Эстәлеккә күсергә

Патрик Торесен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Патрик Торесен
норв. Patrick Thoresen
Эшмәкәрлек төрө:

хоккейсы

Тыуған ваҡыты:

07.11.1983

Тыуған урыны:

Хамар, Норвегия

Ауырлыҡ:

89 кг

Буй:

182 см

Урын:

сит яҡ һөжүмсе

Карьера
Клубтар:

1999—2001 Норвегия флагы Сторхамар
2001—2002 Канада флагы Монктон Уайлдкэтс
2002—2003 Канада флагы Бе-Комо Драккар
2003—2006 Швеция Юргорден
2006 Австрия Ред Булл
2006—2008 Канада флагы Эдмонтон Ойлерз
2008 АҠШ флагы Филадельфия Флайерз
2008—2009 Швейцария Лугано
2009—2011 Башҡортостан Салауат Юлаев
2011—2015Рәсәй флагы СКА
2015—2016 Швеция Юргорден
2016—2017 ШвейцарияЦюрих Лайонс
2017 Норвегия флагы Сторхамар
2017—...Рәсәй флагы СКА

Гражданлығы:

Норвегия Норвегия

Бүләктәр

Патрик Торесен (норв. Patrick Thoresen; 7 ноябрь 1983 Хамар Норвегия) — Норвегиянең хоккейсы. Сит яҡ һөжүмсе. 2017 йылдан СКА клубы уйынсыһы. Ике тапҡыр Гагарин кубоктың эйәһе (2011, 2015).

1983 йылдың 5 ноябрдә Хамар тыуған. Һөжүмсе. Үҙ карьераһында Сторхамар, Монктон Уайлдкэтс, Бе-Комо Драккар, Юргорден, Ред Булл, Эдмонтон Ойлерз, Филадельфия Флайерз, Лугано, Салауат Юлаев һәм СКА командаларында нығынып өлгөрә. Спорт карьераһын 2003 йылда Швецияның «Юргорден» клубында башлай. Унда өс миҙгел уйнағандан һуң, көсөн НХЛ-да һынап ҡарамаҡсы булып, башта «Эдмонтон» командаһында сығыш яһай, һуңынан "Филадельфия"ла ла уйнап өлгөрә. Унда ике миҙгел эсендә 106 уйын уҙғарып, 24 (6+18) мәрәй йыя. Бына шундай күрһәткес менән Торесен, үҙе әйтмешләй, көтмәгәндә КХЛ беренселегенә килеп эләгә. Башта уға Мәскәүҙең «Спартак» клубы күҙ һала. Тик уртаҡ фекергә килә алмай, һөйләшеүҙәр өҙөлә һәм былтыр Швейцарияла уҙған донъя беренселегенән һуң «Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге уға Өфөгә килергә тәҡдим яһай. Патрик, контракттың бар тәҡдимдәренә риза булып, Рәсәйҙе яуларға, дөрөҫөрәге, Өфөгә юллана. Әлбиттә, башта Рәсәй хоккейын күҙаллаған таныш-белештәренән һораша, уның кимәле менән таныша. Күптәр, НХЛ менән бер рәттән сағыштырмаһа ла, беҙҙең илдә хоккейҙың Европанан күпкә көслөрәк икәнен иҫбатлағас, легионер үҙен Башҡортостан командаһында һынап ҡарарға ниәтләй. Шулай уҡ хыялы, көслө чемпионатта уйнап, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеү була. Сөнки НХЛ-да, күпме генә тырышмаһын, уйнарға ирек бирмәй­ҙәр, клуб етәкселеге уны күберәк запас эскәмйәһенә ултыртыуҙы хуп күрә. Белгестәр, Патрик бик тырыш булһа ла, уйнау кимәле түбән, тип һанай. Ә инде Торесен, уларҙың фекерен инҡар итеп, үҙенең файҙалы хоккейсы икәнен иҫбатламаҡсы булып, КХЛ-ға юллана. 2011 йылда «Салауат Юлаев» составында Гагарин Кубогына эйә була. СКА командаһы составында 2014/15 сезонда үҙ икенсе Гагарин кубогын яулай. 2015 йылда Юргорден командаһы менән контракт төҙөгән.

Өйләнгән. Ҡатыны менән ҡыҙ (Матильда) һәм ул (Фабиан) үҫтерә.

Спорт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гагарин Кубогы призеры (Салауат Юлаев 2010).
  • Гагарин Кубогы эйәһе (Салауат Юлаев 2011).
  • Рәсәй чемпионы (Салауат Юлаев 2011).
  • Гагарин Кубогы призеры (СКА 2013).
  • Гагарин Кубогы эйәһе (СКА 2015).
Регуляр сезоны Плей-офф
Сезон Команда Лигаһы У Г П М Шрт У Г П М Штр
1999-00 Сторхамар NOR1 26 1 8 9 2
2000-01 Сторхамар NOR1 41 18 27 45 24 3 0 0 0 2
2000-01 Сторхамар IIHF CC 3 0 0 0 2
2001-02 Монктон Уайлдкэтс QMJHL 60 30 43 73 50
2002-03 Бе-Комо Драккар QMJHL 71 33 75 108 57 12 2 8 10 8
2003-04 Юргорден SHL 3 0 0 0 2
2004-05 Юргорден SEL 30 10 7 17 33 12 2 2 4 29
2005-06 Юргорден SEL 50 17 19 36 44
2006-07 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 68 4 12 16 42
2006-07 Wilkes-Barre/Scranton Penguins AHL 5 1 5 6 4
2007-08 Springfield Falcons AHL 29 13 13 26 13
2007-08 Эдмонтон Ойлерз НХЛ 17 2 1 3 6
2007-08 Филадельфия Флайерз НХЛ 21 0 5 5 8 14 0 2 2 4
2008-09 HC Lugano NLA 48 22 41 63 83 7 1 7 8 0
2009-10 Салауат Юлаев КХЛ 56 24 33 57 71 15 5 9 14 37
2010-11 Салауат Юлаев КХЛ 54 29 37 66 30 21 3 15 18 16
2011-12 СКА КХЛ 45 15 26 41 34 15 2 5 7 10
2012-13 СКА КХЛ 52 21 30 51 49 15 3 10 13 10
2013-14 СКА КХЛ 37 11 19 30 44 10 5 8 13 0
2014-15 СКА КХЛ 48 17 20 37 28 8 3 6 9 31
2015-16 Юргорден SHL 49 15 33 48 34 22 9 8 17 14
Бөтәһе НХЛ-да 106 6 18 24 66 14 0 2 2 4
Бөтәһе КХЛ-да 292 117 165 282 256 98 27 56 83 87