Хамар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хамар
Герб
Hamar komm.svg
Рәсем
Этнохороним hamarenser[1], hamarensar[1], hamarsing[1] һәм hamarsing[1]
Менеджер/директор Sigurd Pedersen[d]
Дәүләт Flag of Norway.svg Норвегия
Административ үҙәк Hamar[d]
Административ-территориаль берәмек Хедмарк[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Hamar[d]
Хөкүмәт башлығы Einar Busterud[d]
Закондар сығарыу органы Q56640943?
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Алыштырған Vang[d]
Халыҡ һаны 30 598 кеше (22 февраль 2018)[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d]
Туғандаш ҡала Кармиэль[d], Грайфсвальд[d], Хан-Юнис[d], Лунд[d] һәм Дальвик
Милке Hamar Olympic Amphitheatre[d], Викингскипет[d], Hamar stadion[d], Briskeby Arena[d] һәм Hamar kulturhus[d]
Сиктәш Рингсакер[d], Омут[d], Лётен[d] һәм Станге[d]
Майҙан 350,94 км²
Рәсми сайт hamar.kommune.no
Урынлашыу картаһы
Отделилось от Vang[d]
Категория с картами на Викискладе Maps of Hamar
Commons-logo.svg Хамар Викимилектә


Хамар (норв. Hamar) — Норвегияның ҡалаһы һәм коммунаһы, Хедмарк фюлькеһыны (провинцияһының) административ үҙәге. Швецияның дәүләт сигенән алыҫ түгел урында, илдең көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡаланың халыҡ һаны 27 593 кеше тәшкил итә (2006 йыл).

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хамарға нигеҙ 1152 йылда епископлыҡ үҙәге итеп һалына. Хамар — Норвегияның яр һыҙаттарынан тыш торған берҙән-бер урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡалаһы. Хамар XVI быуат аҙағына тиклем илдә иң эре ҡалаларҙың береһе булып тора. 1537 йылда уны даттар баҫып ала һәм бындағы католик епископлығын юҡҡа сығара. 1567 йылда Хамарға шведтар һөжүм итә һәм Хамар ҡала соборын емерә, шунлыҡтан күпселек кеше ҡаланы ташлап китә. 1587 йылда король указына ярашлы Хамарҙа баҙар ябыла. Хамар 1849 йылға тиклем ҡала статусын юғалта. XIX быуаттың икенсе яртыһында Хамар Хедмарктың (ҡала) Хедмарк үҙәге булараҡ тиҙ үҫешә.

1896 йылда ҡалала Норвегия тимер юлы музейы асыла — ул Норвегия тимер юл транспорты милли музейы була.

1994 йылда Хамар менән күрше Лиллехаммерҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәрелә, шулай уҡ ҡайһы бер спорт төрҙәре буйынса ярыштар Хамарҙа үтә (конькиҙа шыуыу һәм фигуралы шыуыу буйынса).

Ҡалала 1994 йылда университет асыла.

1999 йылда Хамарҙа Осло һәм Лиллехаммер менән берлектә хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.

2002 йылда Хамарҙа фигуралы шыуыу буйынса юниорҙар араһында донъя чемпионаты үтә.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Брандт Рут — норвег һәм немец яҙыусыһы, федераль канцлер Вилли Брандтың икенсе ҡатыны.
  • Бровольд Туре — норвег атыш буйынса спортсыһы, милли йыйылма командаһы ағзаһы. Пекинда йәйге Олимпия уйындарының көмөш призеры [1], Афинала Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.
  • Даниельсен Эгиль — норвег атлеты, олимпия чемпионы.
  • Педерсен Маркус — норвег футболсыһы, Норвегия йыйылма командаһы һөжүмсеһе.
  • Педерсен Хильде — норвег саңғы спортсыһы, олимпия чемпионы.
  • Серсдал Сверре — норвег боксеры, Олимпия уйындары призеры.
  • Торесен Патрик — норвег хоккейсыһы, Норвегия йыйылма командаһы уйынсыһы.
  • Флагстад Кирстен — норвег опера сопрано йырсыһы. .
  • Эвенсма Сигурд — норвег прозаигы, драматург, сценарист, журналист, тәнҡитсе һәм публицист.
  • Алиса Дальбю — 2014 йылғы Норвегия һылыуҡайы.

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1,0 1,1 1,2 1,3 http://www.sprakradet.no/sprakhjelp/Skriverad/navn-pa-steder-og-personer/Innbyggjarnamn/
  • https://www.ssb.no/kommunefakta/hamar