Эстәлеккә күсергә

Порвоо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Порвоо
фин. Porvoo
швед. Borgå
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы Porvoon kaupunki һәм Borgå stad
Рәсми тел Фин теле[1][2] һәм швед теле[1][2]
Дәүләт  Финляндия[3]
Административ-территориаль берәмек Уусимаа[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Порвоо[d][4]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Uusimaa[d]
Закондар сығарыу органы Porvoo City Council[d]
Ойошма ағзаһы Union of the Baltic Cities[d][5]
Халыҡ һаны 51 464 кеше (29 февраль 2024)[6]
Туғандаш ҡала Лунд[d][7], Камень-Поморски[d][7], Тюресё[d], Динкельсбюль[d][7], Дальвик[7], Сорғот[8], Вильянди[d][7], Виймси[d][7], Виборг (ҡала), Хамар, Hancock[d] һәм Вентспилс[d]
Милке Porvoo Cathedral[d], Старая ратуша (Порвоо)[d], Гимназия Борго[d] һәм Runeberg museum[d]
Сиктәш Аскола[d][9], Ловийса[d][9], Мюрскюля[d][9], Порнайнен[d][9] һәм Сипоо[d][9]
Майҙан 654,56 км² (1 ғинуар 2023)[10]
Почта индексы 06100
Рәсми сайт porvoo.fi
porvoo.fi/sv/
porvoo.fi/en/
Урынлашыу картаһы
Классификация климата Кёппена влажный континентальный климат с тёплым летом (Dfb)[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Citizen's initiatives URL kuntalaisaloite.fi/fi/ha…[11]
kuntalaisaloite.fi/sv/so…[11]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Porvoo[d]
Карта
 Порвоо Викимилектә

Порвоо (фин. Porvoo [ˈporʋoː]), Борго (швед. Borgå [ˈbɔrˌgoː]) — Финляндияла коммуна һәм ҙур булмаған ҡала, Хельсинкинан көнсығышҡа табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан[12]. Финляндияның Турку ҡалаһынан һуң иң боронғо ҡала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала үҙенең исемен ҡала аша аҡҡан Порвоонйоки йылғаһы эргәһендәге швед тупраҡ ҡәлғәһе исеменән ала. Порвоо исеме- был швед атамаһының (Borgå) һәм уның borg «һарай» , -å «йылға» өлөштәренең фин версияһы.

XIV быуат йылъяҙмаларында тәүге тапҡыр телгә алына. 1809 йылға тиклем Швед короллеге составына инә.

Рәсәйҙең 1808—1809 йылдарҙағы рус-швед һуғышында еңеүенән һуң ҡала Рәсәй император йорто менән шәхси уния менән бәйле Бөйөк Финляндия кенәзлеге составына инә[13]. 1809 йылдың 10(22) мартында — 7(19) июлендә рәсәй императоры Александр I Финляндияла Борго сеймы йыйып, фин халҡының киң автономияһын раҫлағандан һуң ҡала Рәсәйҙә һәм донъяла киң билдәлелек ала. Был сейм, быға тиклем швед тажына буйһонған бөйөк кенәзлекте фин милли дәүләте тип таный. Швед элитаһы артабан да Финляндияла, шул иҫәптән Порвоола ла үҙенең хоҡуҡутарын һәм йоғонтоһон һаҡлап ҡала.

1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң — бойондороҡһоҙ Финляндия составында.

Порвоо ҡалаһы Рәсәйҙең Салауат[14][15] һәм Сорғот ҡалалары менән туғандаш.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы 48 794 кеше (2011 йылдың 31 мартына). Фин шведтары әлегә тиклем ҡала халҡының яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә, 16 102 кеше (33 %), финдар — 31 228 кеше (64 %) (2011 йылғы баһа). Рәсми ике телле ҡала.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Порвоо ҡалаһында Леонид Гайдайҙың «За спичками» фильмы төшөрөлә, фильмда ҡала Йоки тип атала[16], уның реаль прототибы булып көнсығыш карелия ҡалаһы Йоэнсуу тора.

Ҡалала фин милләтсеһе, Финляндияның рус генерал-губернаторы Бобриковты үлтергән Шауман Эйгендың ҡәбере урынлашҡан.

1809 йылда нәҡ Порвоола Александр I Борго сеймы асҡан, унда Финляндияның дәүләт ҡоролошо тураһында манифесы уҡып ишеттерелә[17] .

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Карл Юхан Адлеркрейц (1757—1815) — граф, швед генералы
  • Эльза Бунге (1734—1819) — швед яҙыусыһы, ботаник
  • Чель Карлстрём (род. 1976) — велосипедта ярышыусы (шоссе ярыштары)
  • Владимир Романов (1917—1992) — бөйөк кенәз Кирилл Владмировичтың берҙән-бер улы, Порвоола тыуған
  • Йохан Людвиг Рунеберг (1804—1877) — фин шағиры, Финляндия гимны һүҙҙәре авторы
  • Альберт Эдельфельт (1854—1905) — фин рәссамы, график.
  • Георг Магнус Спренгтпортен (1740—1819) — граф, хәрби начальник, сәйәси эшмәкәр, беренсе генерал — Бөйөк Финляндия Кенәзлеге губернаторы
  • Сами Туомас Хююпия (род. 1973) — фин футболсыһы, Порвоола тыуған

Фотоһүрәттәр галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Порвоола иҫке ратуша  Порвоола Дева Марияның кафедраль соборы. Порвоонйоки

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. 2,0 2,1 Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024Статистический центр, 2024.
  3. archINFORM (нем.) — 1994.
  4. Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavainСтатистический центр.
  5. https://web.archive.org/web/20240602161709/https://ubc.net/cities/
  6. Finland's preliminary population figure was 5,608,218 at the end of February 2024Статистический центр.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 YstävyyskuntatoimintaПорвоо, 2011.
  8. http://admsurgut.ru/rubric/120/Partnery-Surguta
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  10. Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.)MML.
  11. 11,0 11,1 (unspecified title)
  12. Борго, город // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  13. Борго // Военная энциклопедия : [в 18 т.] / под ред. В. Ф. Новицкого [и др.]. — СПб. ; [М.] : Тип. т-ва И. Д. Сытина, 1911—1915.
  14. Гульназира БИИШЕВА. У городов Башкирии 12 иностранных побратимов — Новости Уфы и Башкирии Proufu.ru 2018 йыл 18 ноябрь архивланған.(рус.)
  15. Дружба — великая сила. Города-побратимы Уфы. (неопр.). www.ufamama.ru. Проверено 7 августа 2017.
  16. По следам фильма «За спичками» (неопр.) (недоступная ссылка — история) (26 августа 2008). Проверено 20 мая 2012. Архивировано 15 октября 2011 года.
  17. Ведерникова М. И. Порвоо, или старая добрая Финляндия 2018 йыл 13 ғинуар архивланған. (неопр.). TRAVELOG.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]