Эстәлеккә күсергә

Пачеко Хорхе Херман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол
Футбол
Хорхе Пачеко
Информация
Тулы исеме Хорхе Херман Пачеко
Тыуа XIX быуат или 1889
Монтевидео, Уругвай
Вафат XX быуат
Уругвай
Гражданлығы Уругвай Уругвай
Позиция ярымһаҡсы
Карьера
Клуб карьераһы*
1909—1912 Уругвай Насьональ
1912—1915 Уругвай Бристоль
1916—1918 Уругвай Пеньяроль
Йыйылма командаһы**
1910—1917 Уругвай Уругвай 28 (0)
Халыҡ-ара миҙалдары
Көньяҡ Америка чемпионаты
Алтын Аргентина 1916
Алтын Монтевидео 1917

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Хорхе Херман Пачеко (исп. Jorge Germán Pacheco; яҡынса 1889 — билдәһеҙ) — Уругвай футболсыһы, ярымһаҡсы, тренер. Ике тапҡыр Көньяҡ Америка чемпионы (1916, 1917).

Хорхе Пачеко Уругвай йыйылма командаһы өсөн 1910 йылдың 15 авгусында беренсе тапҡыр уйнай. Был иптәштәрсә матч буласаҡ Көньяҡ Америка чемпионаттарының прототибы булараҡ Аргентинала үткән халыҡ-ара турнир тамамланғандан һуң уҙғарыла. Уйын уругваҙур файҙаһына 3:1 иҫәбенә тамамлана[1]. Икенсе матчта уҡ йыйылма командаһының капитаны була. Был ваҡытта Хорхе Пачеко баш ҡаланың «Насьональ» командаһында уйнай. Һуңынан «Насьоналдың» яуыз дошманы— «Пеньяроль» яғына күсә.

19151916 йылдарҙа Альфредо Фольино менән бергә Уругвай командаһын уйнаусы тренер булараҡ етәкләй. 1916 йылда уйнаусы тренерҙар тандемы командаға Аргентинала үткән Көньяҡ Америка ңның беренсе рәсми чемпионатында еңергә ярҙам итә. Турнирҙа ярымһаҡсы өс матчтың тәүге икеһендә уйнай.

1917 йылда йыйылма команданы үҙ аллы белгес Рамон Платеро етәкләй. Ул Пачеконы икенсе, Көньяҡ Америка чемпионатының өйҙә үткән чемпионатына капитан итеп ала. Унда уйынсы бөтә уйындарҙа ла ҡатнаша һәм икенсе тапҡыр континент чемпионы исемен яулай. Уругвай командаһы өсөн һуңғы уйынын Хорхе Пачеко 1917 йылдың 14 октябрендә үткәрә. «Селесте» өсөн ул барлығы 28 уйын уйнай — XX быуат өсөн лайыҡлы күрһәткес.

Хорхе Херман Пачеко Уругвай президенты Фелисиано Вьераның (1915—1919) туғаны һәм аристократ сығышлы була[2].

  • Уругвай Уругвай чемпионы (2): 1912, 1918
  • Футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпионы (2): 1916, 1917