Эстәлеккә күсергә

Фольино Альфредо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол
Футбол
Альфредо Фольино
Информация
Тулы исеме Альфредо Фольино
Ҡушаматы Mariscal (Маршал)
Тыуа 1 февраль 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Монтевидео, Уругвай
Вафат 9 июль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (76 йәш)
Монтевидео, Уругвай
Гражданлығы Уругвай Уругвай
Позиция һаҡсы
Карьера
Клуб карьераһы*
1911—1925 Уругвай Насьональ 409 (132)
Йыйылма командаһы**
1912—1923 Уругвай Уругвай 47 (0)
Тренер карьераһы
1915—1916 Уругвай Уругвай уйнаусы тренер
Халыҡ-ара миҙалдары
Көньяҡ Америка чемпионаты
Алтын Буэнос-Айрес 1916
Алтын Монтевидео 1917
Алтын Чили 1920

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Альфредо Фольино (исп. Alfredo Foglino; 1 февраль 1892 йыл9 июль 1968) — Уругвай футболсыһы һәм тренеры.

Фольиноның «Насьональ» өсөн дебюты 1911 йылда була. Командала 14 йыл уйнау осоронда ул 409 матч үткәрә, шул иҫәптән туғыҙ тапҡыр футбол буйынса Уругвай чемпионы исемен яулай. Ун йыл дауамында «Насьональ» капитаны була[1].

Фольио Уругвай йыйылма командаһы өсөн 47 матчта уйнай, тәүге уйынына 1912 йылдың авгусында сыҡһа, үҙенең һуңғы халыҡ-ара матчын 1923 йылдың июлендә үҙғара[2].

Ул Уругвай өсөн 1916 йылда тарихта беренсе тапҡыр үткән футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпионатында һәм тарихта беренсе тапҡыр континенталь беренселектә уйнай. Уругвай командаһы Көньяҡ Американың беренсе чемпионы була, Фольино Чили менән Аргентинаға ҡаршы матчтарҙа сыға. Был турнирҙан һуң күп тә үтмәй ул 1916 йылда Липтон кубогында ҡатнаша[3].

Бер йылдан һуң ул Америка кубогында уйнай һәм Уругвай командаһы составында тағы ла чемпион исемен яулай. Фольино Бразилия һәм Аргентинаға ҡаршы тәүге ике матчта уйнай.

Өсөнсө тапҡыр континент чемпионатында Фольино 1919 йылда Америка Кубогында уйнай, әммә был юлы команда икенсе урын ала. Бөтә дүрт осрашыуҙа ла: Аргентина, Чили һәм Бразилия менән ике матчта ла Фольино ҡатнаша.

Киләһе 1920 йылда Уругвай йыйылма командаһы континент чемпионатында өсөнсө тапҡыр уңышҡа өлгәшә, Фольино Аргентина, Бразилия һәм Чили командаларына ҡаршы матчтарҙа уйнай.

Бишенсе Һәм һуңғы тапҡыр Фольино Америка Кубогының континенталь беренселегендә 1921 йылда ҡатнаша. Был барлыҡ турнирҙарҙың иң уңышһыҙы була: Уругвай ни бары өсөнсө урын ғына биләй. Фольино Парагвай, Аргентина һәм Бразилияға ҡаршы матчтарҙа уйнай.

19151916 йылдарҙа Фольино Уругвай йыйылма командаһының уйнаусы тренеры итеп тәғәйенләнә. Был ваҡытта уға 23 йәш була һәм Уругвай йыйылма командаһы футбол буйынса Көньяҡ Америка чемпионатында еңеү яулай. Беренсе тапҡыр ойошторолған континент чемпионатында уға командалаштары «Mariscal» (Маршал) ҡушаматын таға. Фольино һөжүмселәргә ҡарата үҙенең ҡәтғи мөнәсәбәттәре менән билдәле була, ул хатта трибунала булғанда ла уның көслө тауышы уйынсыларға ишетелеп тора[4].

  • Уругвай Уругвай чемпионы (9): 1912, 1915, 1916, 1917, 1919, 1920, 1922, 1923 (АУФА), 1924 (АУФА)
  • Уругвай Дәғүәселек кубогы эйәһе (7): 1912, 1913, 1914, 1915, 1919, 1921, 1923
  • Уругвай Дан кубогы эйәһе (5): 1913, 1914, 1915, 1916, 1917
  • Уругвай/Аргентина флагы (1812—1985) Тай Компетишн кубогы эйәһе (2): 1913, 1915
  • Уругвай/Аргентина флагы (1812—1985) Коусиньер даны кубогы эйәһе (3): 1915, 1916, 1917
  • Уругвай/Аргентина флагы (1812—1985) Альдао кубогы эйәһе (3): 1916, 1919, 1920
  • Көньяҡ Америка чемпионы (3): 1916, 1917, 1920
  1. Alfredo Foglino (исп.). Club Nacional de Football. Дата обращения: 7 декабрь 2009. Архивировано 29 декабрь 2012 года. 2011 йыл 9 август архивланған.
  2. Appearances for Uruguay National Team. RSSSF. Дата обращения: 7 декабрь 2009. Архивировано 29 декабрь 2012 года.
  3. Copa Lipton
  4. Т. Волек. . — GiA, 1995. — С. 11. — ISBN 83-902751-2-0.