Пенькова Тамара Ильинична

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пенькова Тамара Ильинична
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 4 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Быҙаулыҡ районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Пенькова Тамара Ильинична (4 ғинуар 1940 йыл) — хеҙмәт ветераны, СССР-ҙың малсылыҡ алдынғыһы. Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ районы Ильич исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамара Ильинична Пенькова 1940 йылдың 4 ғинуарында Чкалов (хәҙерге Ырымбур) өлкәһенең Быҙаулыҡ районы «Красногвардеец» совхозында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Ильич исемендәге колхозда фермала эшләй башлай.

30 йылдан ашыу һауынсы булып эшләй, беренсе класлы малсылыҡ оҫтаһы булып китә. Беренселәрҙән булып машина менән һауыуҙы үҙләштерә. Бер йылдан үҙенә беркетелгән 30 һыйырҙың һәр береһенән 3000-әр килограмм һөт һауып ала. Юғары күрһәткестәре өсөн бер нисә тапҡыр орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Унынсы биш йыллыҡта (1976—1980 йылдар) планда ҡаралған 5550 центнер урынына 6808 центнер һөт һауа. Заданиены 122 процентҡа үтәй.

Малсылыҡ продукттарын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса унынсы биш йыллыҡ заданиеһын һәм социалистик йөкләмәләрен үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн 1981 йылдың 13 мартында СССР Юғары Советы Президиумының указы менән Пенькова Тамара Ильиничнаға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ районында йәшәй.

2013 йылдан алып — Ырымбур өлкәһе губернаторы эргәһендә аҡһаҡалдар советы ағзаһы.

Халыҡ депутаттарының район Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981) — малсылыҡ продукттарын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса унынсы биш йыллыҡ заданиеһын һәм социалистик йөкләмәләрен үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн.
  • Ленин ордены (1971)
  • Ленин ордены (1981)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973)
  • миҙалдар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]