Переволочан ҡурғандары
Переволочан ҡурғандары — прохор (иртә сармат) мәҙәниәтенә ҡараған археологик ҡомартҡы. Беҙҙең эраға тиклемге 5-4 быуаттар менән билдәләнә[1]. Башҡортостандағы Хәйбулла районының Переволочан ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1974, 1991 йылдарҙа А. Х. Пшеничнюк, 2007 йылда С. В. Сиротин тарафынан асыла һәм өйрәнелә.
Табыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәберлектәргә ҡарай. Уға 12 ҡурған (диаметры 14-40 м, бейеклеге 0,5—4 м) инә. Тикшерелгән һәр бер ҡурған аҫтында 1-ҙән 4-кә тиклем ҡәбер табылған. Ҡәберҙәр тар оҙон коридорҙар (катакомба) формаһында, ҡәбер өҫтөндә сатыр кеүек ағас ҡоролмалар.
Мәрхүмдәр тәрән соҡорҙа, ҡайһылары ләхетле ҡәберҙә башы көньяҡҡа йүнәлтелеп салҡан ерләнгән. Ҡурғанда табылған керамика семәрле балсыҡ һауыттарҙан тора. Ерләү йыһаздары араһында хәрби ҡоралдар (тимер ҡылыс-акинак, бысаҡ, ҡалъян ырғаҡтары, һөңгө башаҡтары, бронза уҡ башаҡтары, күн һәм туҙ ҡалъян, һөйәктән яһалған дүңгәләкле хәрби кейем өлөштәре), ат сбруйы өлөштәре (тимер ауыҙлыҡ, маңлайса, бронза һәм тимер ҡаптал), биҙәүестәр (алтын үткәрмә, сикә сулпылары, стилләштерелгән болан һүрәтле йөҙөктәр, тимер беләҙек, быяла һәм лигнит муйынсаҡтар), көнкүреш әйберҙәре (һөйәк энә, таш орсоҡ башы, ағас һауыттың алтын, бронза ҡаҙан, көҙгө, ҡорбан ташы).
Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға иртә тимер быуат осоронда күсмә ҡәбиләләр урынлашыуын сағылдыра. Табылған материалдар Археология һәм этнография республика музейында, Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия — Переволочанские курганы 2017 йыл 4 июль архивланған.