Перегудов Иван Григорьевич
Перегудов Иван Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 23 октябрь 1933 |
Тыуған урыны | Воронеж, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 август 1989 (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип, уҡытыусы |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Перегудов Иван Григорьевич (1933—1989) — СССР ғалим-педагогы һәм медигы, хирург, медицина фәнен һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, медицина фәндәре докторы (1977), профессор (1979), медицина хеҙмәте полковнигы (1979). СССР дәүләт премияһы лауреаты (1988).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Григорьевич Перегудов 1930 йылдың 23 октябрендә Воронеж ҡалаһында тыуған.
1953 йылдан алып 1958 йылға тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡый. 1958 йылдан академияның дөйөм хирургия клиникаһында үҙенең ғилми-педагогик эшмәкәрлеген өлкән ординатор вазифаһында башҡара. 1960 йылдан алып 1964 йылға тиклем был клиника ҡарамағында адъюнктурала уҡый, шунан һуң армияға китә һәм Вьетнамға Совет армияһы клиникаларының береһенә ебәрелә. Вьетнам һуғышында ҡатнашыусы.
1981 йылға тиклем — кесе уҡытыусы, уҡытыусы, өлкән уҡытыусы һәм профессор, 1981 йылдан алып 1986 йылға тиклем — дөйөм хирургия кафедраһы етәксеһе, 1986 йылдан 1989 йылға тиклем — С.М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының хәрби-диңгеҙ һәм госпиталь хирургия кафедраһы начальнигы, аяҡ-ҡул артерияларының облитериялы зарарланыу, шулай уҡ ашҡаҙан сей яраһы һәм бөйән эсәге операциялары мәсьәләләрен өйрәнә[1][2].
Хирургия өлкәһендә ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]И. Г. Перегудовтың төп ғилми-педагогик эшмәкәрлеге аяҡ-ҡул артерияларының ауырыуҙары өлкәһендә мәсьәләләрҙе өйрәнеү, ҡан тамырҙары яраланған ваҡытта тергеҙеү операциялары менән бәйле.
1964 йылда И.Г. Перегудов медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Ауто- и гомопластика кожи при лечении ран, простых и осложненных острой лучевой болезнью» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1977 йылда «Механизм огнестрельных ранений магистральных артерий и восстановительные операции при их повреждениях и окклюзионных поражениях» теиаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1979 йылда И.Г. Перегудовҡа ғилми профессор исеме бирелә. 1888 йылда үҙ хеҙмәттәренең йыйылмаһы өсөн И.Г. Перегудовҡа СССР Дәүләт премияһы бирелә. И. Г. Перегудов йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар авторы, ете фән докторы һәм кандидаты әҙерләй[1].
Иван Григорьевич Перегудов 1989 йылдың 21 авгусында Ленинградта вафат була, Волков зыяратында ерләнә.
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ауто- и гомопластика кожи при лечении ран, простых и осложненных острой лучевой болезнью / Воен.-мед. ордена Ленина акад. им. С. М. Кирова. - Ленинград : [б. и.], 1964. - 14 с.
- Техника хирургических операций при ранениях и заболеваниях сосудов: Практ. пособие / В.А. Долинин, Л.В. Лебедев, И.Г. Перегудов. - Ленинград : б. и., 1978. - 146 с.
- Диагностика и лечение гнойных хирургических заболеваний кожи и подкожной клетчатки в войсковом звене медицинской службы / И. Г. Перегудов, И. Д. Косачев, Ю. Н. Юсупов; Воен.-мед. акад. им. С. М. Кирова. - Л. : ВМА, 1988. - 72 с.
- Техника хирургических операций на сосудах / В. А. Долинин, Л. В. Лебедев, И. Г. Перегудов. - СПб. : Гиппократ, 1996. - 139 с.: ISBN 5-8232-0112-5
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
- ↑ Кафедра и клиника военно-медицинской хирургии . Дата обращения: 23 сентябрь 2021.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Знаменитые люди Санкт-Петербурга, 1703—2003: Биографический словарь / В. Д. Доценко. - 2. изд., испр. и доп. - СПб. : ДАРК, 2003 г. — 455 с. — ISBN 5-98004-004-8
- Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
- Памятные даты военной медицины: справочник-указатель / Военно-медицинский музей М-ва обороны СССР. - Санкт-Петербург : Военно-медицинская акад. им. С. М. Кирова, 1991 г. — С.77
- 23 октябрҙә тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- Воронежда тыуғандар
- 21 августа вафат булғандар
- 1989 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР хирургтары
- СССР медиктары
- Алфавит буйынса хирургтар
- Алфавит буйынса медиктар
- Полковниктар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Медицина фәндәре докторҙары