Петрова Ксения Семёновна
Петрова Ксения | |
рус. Петрова, Ксения Семёновна | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Боғорослан ҡалаһы, Һамар губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
шағирә, яҙыусы, драматург |
Петрова Ксения Семеновна (1892-1942) — эрзя шағирәһе, яҙыусыһы, драматургы.
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петрова Ксения Семеновна 1892 йылда Һамар губернаһы Боғорослан ҡалаһында ерһеҙ батрак ғаиләһендә тыуған.
Мәктәптә барлығы өс ай уҡыу эләгә. Грамотаны үҙ аллы үҙләштерә.
1919 йылда уҡытыусы вазифаһына имтихан тапшыра, мәктәптә уҡыта, ололар араһында ликбез үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Граждандар һуғышында Боғорослан өйәҙендә аҡ гвардиясылар һәм чехословак боласыларына ҡаршы һуғыша. Ауыр яралана.
1920 йылда — Боғорослан өйәҙенең мәғариф бүлеге мөдире.
1921 йылда Мәскәүҙә Главполитпросветтың Мордва секцияһында мәҙәни-ағартыу эшен алып бара һәм шул уҡ ваҡытта Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссарриатында инструктор була.
1923 йылда Һамар губернаһына ҡайта һәм Иҫке Буян олоҫоноң Бинарадка ауылында ете йыллыҡ мәктәп мөдире булып эшләй.
1926—1932 йылдарҙа — Кесе Толкай педтехникумында туған тел уҡытыусыһы. Ошо уҡ йылдарҙа драма түңәрәгенең һәм үҙешмәкәр студент театрының алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Шул замандағы йәш эрзя шағирҙарының, яҙыусыларының һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең үҫешенә Ксения Петрованың ағартыу һәм мәғрифәтселек эше ҙур йоғонто яһай.
1932 йылда Саранск ҡалаһына килә, Комвузда һәм совет партия мәктәбендә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен уҡыта, ғилми-тикшеренеү эшен алып бара.
1936—1942 йылдарҙа — Куйбышев өлкәһенең Клявлин районы Иҫке Сосны ауылында уҡытыусы.
Әҙәби эшмәкәрлеген бер күренешле пьесалар һәм шиғырҙар ижад итеүҙән башлай (1926).
1942 йылда вафат була, Куйбышев (Һамар) өлкәһенең Клявлин районы Иҫке Сосны ауылында ерләнгән.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылда «Якстере теште» («Ҡыҙыл йондоҙ») гәзитендә «Оля» («Ирек») шиғыры баҫыла. Артабан шиғырҙары «Сятко» журналында сыға. 1932 йылда унда «Гайги вирь» («Сыңлаусы урман») поэмаһы донъя күрә.