Эстәлеккә күсергә

Пионерҙарҙың 1-се слеты исемендәге сквер (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пионерҙарҙың 1-се слеты исемендәге сквер
Урынлашыуы
47°13′33″ с. ш. 39°42′05″ в. д.HGЯO
Ил
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Октябрь
Рәсәй
Красная точка
Пионерҙарҙың 1-се слеты исемендәге сквер

Пионерҙарҙың 1-се слеты исемендәге сквер — Дондағы Ростов ҡалаһының Октябрь районындағы ағаслыҡ[1].

Элек сквер Пионерҙарҙың 1-се слеты исемендәге баҡса тип атала. Ваҡыт үтеү менән уның территорияһы ташландыҡ хәленә килә[2]. 2013 йылда Пионерҙарҙың 1-се слеты исемендәге скверҙа тротуар ҡатламын ремонтлауҙы планлаштыралар. Клумбалар эшләү һәм «Витязь» фонтанының насос төркөмөн ремонтлау күҙаллана. Скверҙың хәлен яҡшыртыу өсөн, ремонт ихтыяжы булған һыу һиптереү торбалары участкаларын тергеҙергә кәәрәк була.

2014 йылдың йәйендә Ҡыҙылармеец урамында һәм Халтурин тыҡрығында, скверҙың көнбайыш өлөшөндә Беренсе донъя һуғышы геройҙарына һәйкәл ҡуйыласағы тураһында мәғлүм була. Был сараны тормошҡа ашырыу менән бәйле ойоштороу һәм финанс сығымдарын Ростов өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡаплай. Һуғыш геройҙарына һәйкәлдең өс варианты тәҡдим ителә һәм улар араһынан иң яҡшыһы һайлап алына[3]. 2016 йылдың көҙөндә скверҙа ағастарҙы ҡырҡыу эше башлана[4].