Пискунов Геннадий Захарович
Пискунов Геннадий Захарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 2 октябрь 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Медвенский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Эш урыны | Рәсәй өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү медицина академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Курск дәүләт медицина университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Пискунов Геннадий Захарович (2 октябрь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй оториноларингологы, Рәсәй Фәндәр академияһының (2014) һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһының (2004) ағза-корреспонденты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геннадий Захарович Пискунов Курск өлкәһе Медвенский районының Рождественка ауылында 1937 йылдың 2 октябрендә тыуған.
1960 йылда Курск медицина институтында дауалау эше һөнәрене буйынса тамамлай, артабан Камчатканың төнъяғына, Коряк милли округы Оссора ҡасабаһына эшкә йүнәлтелә, 1960-1970-се йылдарҙа райондың Оссора дауаханаһының дауалау эше буйынса баш табибының урынбаҫары һәм оториноларинголог булып эшләй
1963—1965 йылдарҙа — Н. И. Пирогов исемендәге 2-се Мәскәү медицина институтының ЛОР кафедраһы базаһындағы клиник ординатурала уҡый (ғилми етәксеһе — академик Б. С. Преображенский).
1972 йылда — «Төньяҡ шарттарында ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау сирҙәренең киң таралғанлығы һәм отоларингология ярҙамын ойоштороуҙы камиллаштырыу юлдары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1973—1985 йылдарҙа — Мәскәү ЛОР ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
1978—1980 йылдарҙаа — Лаоста (Вьентьян) Хөкүмәт госпиталендә эшләй.
1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, тема: «Хроник этмоидит клиникаһы, диагностикаһы һәм зыян килтермәйсә дауалау ысулдары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1985—1996 йылдарҙа ҮҘәк клиника дауаханаһының ЛОР бүлеге мөдире, СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Дүртенсе баш идаралығына баш оториноларинголог итеп тәғәйенләнә.
1996 йылда — ЦНИЛ хирургия оториноларингология кафедраһы янындағы оториноларингология курстары мөдире булып эшләй, артабан был учреждение РФ Президенты Эштәре менән идара итеүсеһенең Уҡытыу-ғилми үҙәге итеп үҙгәртелә.
2004 йылда РМФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.
2013 йылдан алып әлеге көнгә тиклем — РМАПО отолорингология кафедраһы профессоры.
2014 йыл — РФА ағза-корреспонденты.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринология өлкәһе белгесе.
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — тын юлдарының лайлалы өҫкө ҡатламы физиологияһы һәм патофизиологияһы ; өҫкө тын юлдары структураһы менән функцияларының сир менән бәйләнештәре; өҫкө тын юлдары һаҡлауға һәм функцияларын тергеҙеүгә йүнәлтелгән хирургик һәм медикаментоз дауалау ысулдарын эшләү, яңы технологиялар ҡулланыу, белгестәрҙе әҙерләүҙә яңы уҡытыу алымдарын ҡулланыу.
Тәүге тапҡыр хирургик дауалауҙа функциональ эндоскопия ысулын ҡулланыу практикаһын индерә.
1992 йылда Рәсәй ринологтары йәмғиәтен ойоштороусы; уның тәүге рәйесе була, йәмғиәттә ике срокка президент итеп һайлана.
«Российская ринология» журналының (1993) баш мөхәррире.
Уның етәкселегендә 20 кандидатлыҡ һәм 6 докторлыҡ диссертациялары яҡланған.
372 эш, 19 монография авторы.
Интенсив рәүештә клиник эшмәкәрлек алып бара, көн һайын ике һәм унан да күберәк операциялар башҡара, Мәскәүҙең төрлө дауалау учреждениеларында ауырыуҙарҙы даими консультациялай
1972 йылдан алып 1992 йыл буйына редколлегия ағзаһы, ә һуңынан «Оториноларингология» рефератив медицина журналының ХШ бүлек мөхәррире.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены ((2000)[1]
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы(1970)
- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған табибы (1994)[2]
- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009)[3]
- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (1997)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (1997)[4]
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Рәхмәте (2010)
- Лаос Халыҡ-демократик республикаһы Хөкүмәтенең «Милли азатлыҡ өсөн көрәшкә 30 йыл» миҙалы (1980)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17.05.2000 № 860 . kremlin.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 28.10.1994 № 2036 . kremlin.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 03.09.2009 № 1008 . kremlin.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 01.10.1997 № 394-рп . kremlin.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Геннадия Захаровича Пискунова РФА рәсми сайтында
- Геннадий Пискунов в 81 год по-прежнему практикующий врач (неопра.). seyminfo.ba. 15 ноябрь датаһы 2019 мөрәжәғәте.
- 2 октябрҙә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- Курск медицина университетын тамамлаусылар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған табиптары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр