Платонова Агриппина Николаевна
Платонова Агриппина Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1929 |
Тыуған урыны | Михайловская Слобода[d], Сельское поселение Чулковское[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Агриппина Николаевна Платонова (ҡыҙ фамилияһы Маркачёва; 1929 йыл) — Мәскәү өлкәһе Раменский районының Тельман исемендәге колхозда һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Агриппина Николаевна Платонова 1929 йылда Мәскәү губернаһы Мәскәү өйәҙенең Михайлов биҫтәһендә, (хәҙер Мәскәү өлкәһе Раменский ҡала округы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ[1].
1941 йылдан әсәһенә — колхоз һауынсыһына ярҙам итеп, 18 һыйыр тәрбиәләй, 1943 йылдың ғинуарында һауынсы булып эшкә урынлаша. 1948 йылда, һауынсыларҙың өлкә ярышында колхоз һәм Раменский районы вәкиле булып, 2-се урынды яулай[1].
1948 йыл йомғаҡтары буйынса 8 һәр һыйырҙан йылына уртаса 5213 килограмм килограмм һөт һауып ала, был башҡа һауынсыларҙан ике тапҡырға тиерлек күберәк тәшкил итә[2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 7 апрелендәге Указы менән «1948 йылда малсылыҡта юғары артым алыу өсөн» А.Н. Маркачёваға (ҡыҙ фамилияһы) Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].
Бөтә союз ярыштарында ҡатнаша, 1963 йылға тиклем хужалыҡта иң яҡшы һауынсы була, күп тапҡыр СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ) ҡатнаша [1].
Һуңынан сәләмәтлеге торошо буйынса баҫыусылыҡ бригадаһына эшкә күсә, аҙаҡ балалар комбинатында эшләй. Чулковский ауыл советының депутаты итеп һайлана. 1980 йылда хаҡлы ялға сыға, Раменский районының Чулково ауылында йәшәй[1].
Ленин ордены (07.04.1949), миҙалдар менән бүләкләнә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. Г. Аверьянова. Край Раменский. Галерея имен. — Москва: Школа Радости, 2004—2008. — (Энциклопедия сёл и деревень Подмосковья).