Плевна геройҙары һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Плевна геройҙары һәйкәле
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү ҡалаһы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Суйын[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Commons-logo.svg Плевна геройҙары һәйкәле Викимилектә

Плевна геройҙары һәйкәле (скульпторы һәм архитекторы Владимир Иосифович Шервуд, инженер-полковник А. И. Ляшкин) — Плевна аҫтында 1877—1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышында һәләк булған рус гренадерҙарына ҡуйылған һәйкәл. Һәйкәл Мәскәүҙең Ильинский скверында (Ильинские ворота майҙанында) тора.

Рус-төрөк кампанияһы барышына ҙур йоғонто яһаған Плевна өсөн бик ҡаты алыштар алып барылған.

Сиркәү Мәскәү археология йәмғиәте һәм Мәскәүҙә торған Гренадер корпусының һалдаттары һәм офицерҙары инициативаһы менән ҡорола, уны төҙөү өсөн 50 мең һумға яҡын аҡса йыйыла.

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сан-Стефанский килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң, генерал Ганецкий иң беренсе булып Плевна аҫтында һәләк булған гренадерҙарға һәйкәл ҡуйыу тураһында әйтә. Шунда уҡ илдәге халыҡтың үҙ ирке менән аҡса йыйыу башлана. Генерал Ганецкий үтенесе буйынса Копаная Могила ҡурғаны торған ер Гренадер корпусына мәңгелеккә милеккә бирелә. Гранадерҙар Рәсәйгә ҡайтыуға (1878 йыл аҙағынаса), һәйкәл өсөн 27 мең һумға яҡын сумма йыйыла. Һәйкәл ҡуйыу буйынса махсус комиссия ойошторола, ул һәйкәл проектына конкурс программаһын төҙөй. 1880 йылдың йәйендә (16-21 июндә) МУЖВЗ залында һәйкәлдең ун проекты тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә беренсе премияға архитектор А. И. Вальберг (1844—1881) лайыҡ була. Шуға ҡарамаҫтан, комиссия бөтә проекттар ҙа «ваҡиғаларҙың бөйөклөгөн… тулыһынса яҡтыртмаған» тип таба.

Һәйкәлдең яңы проекты итеп И. Е. Забелин О. Шервуд кандидатураһын тәҡдим итә (был ваҡытта Шервуд Император тархи музейы бинаһын төҙөүҙе тамамлаған була).

Сиркәү-һәйкәл тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәл башта 20 метрҙан ашыу бейеклектәге сиркәү булырға тейеш була. Бындай һәйкәлдең смета хаҡы 70 мең һум тәшкил итә, был йыйылған аҡсанан күпкә артыҡ була. Александр II был проектты раҫлауғ ебәргән комиссия батша аҡса өҫтәп бирер тип өмөтләнә, әммә император тағы ла өҫтәп аҡса йыйырға ҡуша. 1881 йылдың яҙына йыйған аҡса 29 мең һумдан артмаған. Яңы Александр III батша 1881 йылдың 4 авгусында йыйылған аҡсаға һәйкәл төҙөргәҡуша. Шервуд 1882 йылда һәйкәлдең ябайлаштырылған проектын күрһәтә, уның буйынса һәйкәлдең үлсәме бәләкәйтелә, скульптура төркөмөн горельефтар менән алмаштыра, шулай ҙа проекттың тәүге характерын һаҡлап ҡала; 19 ноябрҙә проект хуплана[1]. Шервуд суйындеталдарҙы эшләнгән ағалы-энеле Бромли заводында, горельефтарҙы — «Георг Поль һәм К» фабрикаһында, тәрене — Постников фабрикаһында, һигеҙ мөйөшлө сатырҙы ағалы-энеле Смольянинов фабрикаһында, витраждарын Шервуд үҙе яһаған һүрәттәр буйынса — Луи Опелдең һынлы сәнғәт оҫтаханаһында эшләтәь. 1884 йылда 1 гильдия сауҙагәре һәм Ҡорҡарыусы Христос ҡорамының старостаһы И. А, Кононов үҙ аҡсаһына[2] часовняның майолик иконостасын эшләтә. 1885 йылдың башында Мәскәүҙән һәйкәлде Болгарияға бушлай алып барыуға рөхсәт алына.

XIX быуат асылмаһы

Әммә 1886 йылдағы Болгар кризисы башланыу арҡаһында ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр насарая һәм Мәскәү генерал-губернаторы В. А.. Долгоруков тырышлығы менән Плевна геройҙары һәйкәле 1887 йылда Лубянский скверында урынлаштырыла.

Плевна сиркәүен асыу тантанаһы 1887 йылдың 28 ноябрендә Плевна аҫтындағы һуғыштың ун йыллығына үткәрелә. Тантана Гренадер корпусы частары парады менән асыла, парадты генерал-фельдмаршал бөйөк кенәз Николай Николаевич ҡабул итә; ҡала башлығы А. Алексеевҡа Мәскәүҙәге сиркәү-һәйкәл тапшырыу тураһындағы акт тапшырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Был ваҡытта инде тағы ла бер һәйкәл мәскәүҙә күтәреп, шул уҡ урыҫ-төрөк һуғышы — александр невский часовняһы
  2. «Мин уйланым, был кешеләрҙең изге булыуҙары…»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аникин В. В. Памятник гренадерам, павшим под Плевной. (Скульптор В. О. Шервуд). — М., Московский рабочий, 1986. — 62 с., ил. — (Биография московского памятника). — 50 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]