Плотникова Марина Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Плотникова Марина Владимировна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 11 май 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Пенза өлкәһе, Тамалинский район[d], Зубрилово[d]
Вафат булған көнө 30 июнь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (17 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Пенза өлкәһе
Үлем сәбәбе батып үлеү[d]
Ерләнгән урыны Пенза өлкәһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы
Commons-logo.svg Плотникова Марина Владимировна Викимилектә

Плотникова Марина Владимировна (11 май 1974 йыл — 30 июнь 1991 йыл) — СССР-ҙың урта мәктәпте яңы тамамлаған уҡыусыһы, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп өс батып барған баланы ҡотҡарыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ (1992, үлгәндән һуң)[1]. йәше буйынса иң йәш Рәсәй Федерацияһы Геройы (15 йәшлек Магомед Ташухаджиев менән бер рәттән).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марина Владимировна Плотникова 1974 йылдың 11 майында[2] Пенза өлкәһенең Тамала районы Кесе Сергиев ауыл советының Зубрилово ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған[3] Марина ғаиләлә өсөнсө бала була, әсәһе уны алты башҡа һеңлеләре һәм ағалары Сергей, Наталья, Жанна, Елена һәм Владимир Александр менән бергә тәрбиәләй.

1991 йылдың 30 июнендә , ике һеңлеһе Жанна һәм Лена әхирәттәре Наталья Воробьева[4] менән яр буйында Хопра йылғаһында һыу инә. Кискә табан йылғаға Марина килә. Воробьева ярҙан алыҫҡа китә һәм бата башлай. Марина һыуға ташлана һәм уны ситкә яр буйындағы ҡыуаҡлыҡтарға этәрә, әммә ике бәләкәй һелеһе, уның өсөн ҡурҡып, шулай уҡ уға ташлана. Һыу әйләнәһенә эләгеп, Жанна менән Лена бата башлай[5]. Марина уларҙы ҡотҡара, әммә, хәле бөтөп, һәләк була.

Тыуған Зубрилово ауылында ерләнгән[4].

17 йәшлек ҡыҙҙың һәләк булыуы киң билдәлелек ала һәм төбәк матбуғатта тикшерелә. Батырлығын Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларының батырлығы менән сағыштыралар.

Рәсәй ФЫедерацияһы Президенты Борис Ельциндың 1992 йылдың 25 авгусындағы 925-се указы менән «өс батып барған баланы ҡотҡарыуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн», Марина Плотникова Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була (үлгәндән һуң)[6]. Ул Рәсәй Федерацияһы тарихында был исемгә лайыҡ булған беренсе[7] һәм алтынсы ҡатын-ҡыҙ була, (уға тиклем ике өс космонавҡа һәм ике осоусыға бирелә)[К 1]. Марина шулай уҡ үҙенең төбәгендә — Пенза өлкәһендә тәүге Рәсәй Геройы була[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһы Геройы (1992 йылдың 25 авгусында, үлгән һуң; «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 6)[4].

Иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пенза өлкәһе закондар сығарыу йыйылышының 2004 йылдың 3 сентябрендәге ҡарары менән Марина Плотникованың исеме Пенза өлкәһенең Тамала районы Зубрилово урта мәктәбенә бирелә (2014 йылда ябыла[9]), ул 1991 йылда тамамлаған[10].

Рәсәй Федерацияһы Геройы булараҡ Марина Плотникова исеме 2011 йылда Пензала Сура йылғаһының яры буйында асылған «Геройҙарға дан» стелаһына индерелә.

2009 йылдан Пенза өлкәһенең Тамала районы Варварино ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә «Яныусы йөрәктәр» волонтёрлыҡ ойошмаһы эшләй, ул 2014 йылдан Рәсәй Геройы Марина Плотникова исемен йөрөтә[11][12][13][14][15]

2016 йылдың 29 июлендә Тамалала Пенза өлкәһе Тамала районында тыуған Рәсәй Геройҙары Марина Плотникованың һәм Роман Китаниндың бюстары асыла[16].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар
  1. Первые Герои Российской Федерации:
Сығанаҡтар
  1. Герои России и их подвиги. РИА Новости (2012-03-20). 13 апрель 2015 тикшерелгән.
  2. Либо 14 мая, исходя из даты, обозначенной на надгробии.
  3. Либо 14 мая, исходя из даты, обозначенной на надгробии.
  4. 4,0 4,1 4,2 Уфаркин Н. В., Осовик К. Н. Плотникова Марина Владимировна. «Герои страны» сайты.
  5. «Подвигу жить вечно» / Во славу родной земли. Администрация Тамалинского района (18.03.2015). Дата обращения 10 апреля 2015.
  6. Собрание актов Президента и Правительства Российской Федерации. — 1992. — № 9. — Ст. 618.
  7. Двадцать лет назад, 20 марта 1992 г., установлено звание Героя Российской Федерации и учреждена медаль «Золотая звезда» // Время России. — АНО «Национальный центр трудовой славы», 2013. — № 1. — С. 69.
  8. Тамбовцев, 2014
  9. О внесении изменений в ежегодный план проведения плановых проверок юридических лиц, осуществляющих деятельность в сфере образования на территории Пензенской области на 2014 год, утвержденный приказом Министерства образования Пензенской области от 28.10.2013 № 556/01-07. Министерство образования Пензенской области (10.10.2014). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 март 2016. 4 август 2015 тикшерелгән. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  10. Постановление Законодательного Собрания Пензенской области от 3 сентября 2004 года № 544-25/3 ЗС «О присвоении Зубриловской муниципальной средней общеобразовательной школе Зубриловского сельсовета Тамалинского района Пензенской области имени Героя Российской Федерации М. В. Плотниковой».
  11. Посвящение Варваринских школьников в волонтерскую организацию. Организатор (17.12.2013).Дата обращения 10 апреля 2015.
  12. В селе Зубрилово открылся досуговый центр, где молодежь и подростки проводят своё свободное время. Организатор(18.02.2015).Дата обращения 10 апреля 2015.
  13. Просмотр Школьников села Варварино Тамалинского района приняли в ряды волонтерской организации «Горящие сердца». Администрация Тамалинского района (09.12.2014). 13 апрель 2015 тикшерелгән.
  14. Волонтерская организация «Горящие сердца». МБОУ СОШ с. Варварино Тамалинского района.Дата обращения 13 апреля 2015.
  15. В полку варваринских добровольцев прибыло. Организатор(10.12.2014).Дата обращения 13 апреля 2015.
  16. В рабочем посёлке Тамала состоялось открытие бюстов Героям России — Марине Плотниковой и Роману Китанину. Администрация Тамалинского района(1.08.2016).Дата обращения 13 января 201

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Годин В. С. Плотникова Марина Владимировна(недоступная ссылка) // Пензенская энциклопедия. — М.: Научное издательство «Большая Российская энциклопедия», 2001. — С. 480.
  • Тамбовцев Г. П. Пензенцы — Герои России. — 3-е изд., перераб. и доп. — Пенза, 2014. — С. 8-9. — 100 с.
  • Харлова Л. Трагедия у старой мельницы // Пензенские вести. — 1991. — 23 июляю
  • Солдатенков Б. Мы будем помнить тебя, Марина! // Красная звезда. — 1992. — 27 августа.
  • Колесникова Н. У обрыва // Неделя. — 1991. — 15 сентября.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]