Эстәлеккә күсергә

Плохова Клавдия Степановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Плохова Клавдия Степановна
рус. Клавдия Степановна Плохова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1924
Тыуған урыны Шарлыҡ районы, СССР
Һөнәр төрө тракторсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Плохова Клавдия Степановна (1924, Серединово ауылы, Шарлыҡ районы, Ырымбур губернаһы) — Социалистик Хеҙмәт Геройы, «Кутузовский» совхозы тракторсыһы.

Клавдия Степановна Плохова 1924 йылда Ырымбур өлкәһенең Шарлык районы Серединово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

1941 йылда тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Клавдия тракторсы һөнәрен үҙләштерергә китә. Механизаторҙар курсын тамамлағандан һуң Чкалов (хәҙерге Ырымбур) өлкәһенең Шарлык районында Сарманай машина-трактор станцияһы (МТС) тракторсылар бригадаһында эшләй башлай. Сарманай МТС-ы базаһында артабан «Кутузовский» совхозы ойошторола, унда Плохова Клавдия Степановна 33 йыл тракторсы булып эшләй, юғары класлы механизатор була.

Тракторҙы үҙләштергәс, ике норма, ә һуғыш йылдарында күберәк норма үтәп, трактор бригадаһында эшләй. Районда ғына түгел, өлкәлә иң яҡшы тракторсы булып китә. Клавдия баҫыуҙарҙы һәр саҡ сифатлы эшкәртә, шуға күрә уның участкаһынан уңыш совхоз буйынса уртаса уңыштан 5-6 центнерға юғары була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм игенселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү һәм дәүләткә һатыу буйынса биш йыллыҡ планын үтәгәндә юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн, Плохова Клавдия Степановнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.[1].

1970 йылда хаҡлы ялға китә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙаҡ йылдар эшләгәнендә бер нисә тапҡыр бүләкләнә[1]:

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;

- «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы;

- Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме (08.04.1971),

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (08.04.1971)

- Ленин ордены (08.04.1971)

  1. 1,0 1,1 1,2 Россовский В.П. Герои труда. — Калуга: Золотая аллея, 1999. — С. 174. — ISBN 5-7111-0298-2.