Покровкала Левашовтар йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Покровкала Левашовтар йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Архитектура стиле Классицизм
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602932?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться улица Покровка, 1/13/6, строение 2
Карта
 Покровкала Левашовтар йорто Викимилектә

Левашов йортоМәскәүҙә (Покровка урамы, 1/13/6-сы йорт) XVIII быуат палаталары нигеҙендә төҙөлгән тарихи бина[2]. Левашов йорто федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1740 йылдарҙа кенәз ҡатыны М.С. Голицына Покровкала йорт төҙөй. Был йортто 1798 йылда рус дворяндары вәкиле һәм графтар нәҫеле Левашовтар һатып ала. 1839 йылдан йорттоң хужаһы булып сауҙагәр Карзинкиндар тора, улар унда картиналар галереяһы урынлаштыра. 1914 йылда биләмәне байып киткән крәҫтиән И.Н. Шинков һатып ала. Ул Левашовтар йорто урынында килем йорто төҙөргә теләй, әммә уның пландарына Беренсе донъя һуғышы һәм Октябрь революцияһы ҡамасаулай[3].


1913 йылда Покровканың ҡыҙыл линияһы буйлап Левашовтар йорто алдындағы баҡса урынында бер ҡатлы сәй магазины төҙөлә, ул урамға ҡарап торған төп фасадты ҡаплай[3].

Левашов йортонда күпмелер ваҡыт Александр Иванович Герцен йәшәй[3].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мезонин менән ике ҡатлы таш йорт классицизм стилендә төҙөлгән. Покровкаға ҡараған уның төп фасады арка-нишалар менән биҙәлгән, унда беренсе ҡат тәҙрәләре ҡуйылған. Беренсе ҡаттың үҙәк ризалиты дүрт дорик пилястралар менән биҙәлгән. Эклетика осоронда ябай классик декор бер аҙ яңыртып эшләнгән. Йорттоң вестибюль биҙәлеше һәм икенсе ҡаттағы түңәрәк зал өлөшләтә һаҡланған[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  2. 2,0 2,1 Москва: Архитектурный путеводитель / И. Л. Бусева-Давыдова, М. В. Нащокина, М. И. Астафьева-Длугач. — М.: Стройиздат, 1997. — С. 164. — 412 с. — ISBN 5-274-01624-3.
  3. 3,0 3,1 3,2 Моя маленькая Москва : знаменитые немцы в российской столице : путеводитель / авт.-сост. Н. Б. Леонова. — Москва : МСНК-пресс, 2014. — С. 63. — ISBN 978-5-98355-109-1