Покровская Магдалина Петровна
Покровская Магдалина Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 август 1901[1] |
Вафат булған көнө | 1980 |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Һарытау дәүләт медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Магдалина Петровна Покровская (1901—1980) — совет бактериологы. Медицина фәндәре докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Беренсе булып чумаға ҡаршы тере вакцина булдыра һәм үҙендә һынап ҡарай (1934).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Покровская Магдалина Петровна 1901 йылдың 4 авгусында хәҙерге Һарытау өлкәһенең Балашов районына ҡараған Киселевка ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған[2]. 1923 йылда Һарытау медицина институтын тамамлай[3]. 1934—1952 йылдарҙа Ставрополь чумаға ҡаршы станцияла эшләй[4], микробиология лабораторияһын етәкләй. Станция Кавказ һәм Кавказ аръяғы чумаға ҡаршы фәнни-тикшеренеү институтына үҙгәртеп ҡоролғас[5], 1952—1953 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй. Туляремия буйынса бер нисә хеҙмәт, шул иҫәптән кешеләрҙә һәм хайуандарҙа ауырыуҙы диагностикалау буйынса инструкция баҫтыра (1940, бер нисә тапҡыр яңынан баҫтырып сығарыла).
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрби медицина мәсьәләләре менән шөғөлләнә, табиптар өсөн «Цитология раневого экссудата как показатель процесса заживления раны» (1942, М. С. Макаров менән авторҙашлыҡта) ҡулланмаһын яҙа, шулай уҡ яраны бактериофагтар менән дезинфекциялау мөмкинлеген тикшереү менән шөғөлләнә[6]. 1942 йылда Ставрополде фашист ғәскәрҙәренә тапшырыу алдынан ғына, туляремияға ҡаршы вакциналар эшләү менән бәйле материалдарҙы эвакуациялау өсөн унда әйләнеп ҡайта[7].
Үҙенең фәнни эшмәкәрлегендә вакциналар эшләүгә айырым иғтибар бүлә. 1936 йылда совет киң матбуғаты иғтибарын Покровскаяның чумаға ҡаршы вакцина эшләү буйынса тәжрибәләре йәлеп итә, уның барышында ул вакцинаны үҙ-үҙендә һынау үткәрә[8]. Был тарих 1939 йылда Камерный театр ҡуйған Петр Жаткин һәм Герман Вечораның «Үлемдән көслөрәк» исемле пьесаһының нигеҙендә ята. Прототибы Покровская булған Марина Страхова ролен Алиса Коонен башҡара[9].
Покровская Магдалина Петровнаның ире паразитолог И. Г. Иоффе (Иоффа).
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Противочумная служба России
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://stavkniga-ru.1gb.ru/date2021/
- ↑ https://dontimes.news/silnee-smerti-istoriya-sovetskogo-bakteriologa-magdaliny-pokrovskoj/«Сильнее(недоступная ссылка) смерти» — история советского бактериолога Магдалины Покровской
- ↑ https://dontimes.news/silnee-smerti-istoriya-sovetskogo-bakteriologa-magdaliny-pokrovskoj/«Сильнее(недоступная ссылка) смерти» — история советского бактериолога Магдалины Покровской
- ↑ История
- ↑ Становление и развитие Ставропольского научно-исследовательского противочумного института 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Anna Kuchment. The Forgotten Cure: The Past and Future of Phage Therapy — Springer, 2011. — P. 54. (инг.)
- ↑ Г. Каменева. Вузовская интеллигенция Северного Кавказа в годы Великой Отечественной войны // Педагогическая наука и практика — региону: Материалы X региональной научно-практической конференции. — Ставрополь: Изд-во СГПИ, 2008. — С. 207.
- ↑ Ш. Нюренберг. Победители чумы // «Смена», № 283, Июль 1936.
- ↑ Коонен А. Страницы жизни. — М.: Искусство, 1985. — С. 366.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Шаров. Против смерти. — Минск: Госиздат БССР, 1962. — С. 189—200, 208—213.
- Журнал «Пионер», 1936, № 6, с. 106—107.
- 4 августа тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- 1980 йылда вафат булғандар
- Һарытау медицина университетын тамамлаусылар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Медицина фәндәре докторҙары