Вакцина
Вакцина | |
Кем хөрмәтенә аталған | корова[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | вакцинология[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Эдвард Дженнер[d] |
Һештег | vaccines |
Код NCI Thesaurus | C923 |
Вакцина Викимилектә |
Вакцина (лат. vaccina — һыйырҙыҡы) — йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы иммунитет булдырыу өсөн тәғәйенләнгән медицина һәм ветеринария иммунобиологик препараты. Ваксина көсһөҙләндерелгән йәки үлтерелгән микроорганизмдарҙан, уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге продукттарынан, йәки уларҙың генно-инженер йәки химик юл менән алынған антигендарынан эшләнә[1]; көсһөҙләндерелгән йәки үлтерелгән микроорганизмдарҙан, уларҙың ағыуынан кешеләрҙә һәм хайуандарҙа иммунитет барлыҡҡа килтереү өсөн файҙаланылған препарат[2]; ғәҙәттә, көсһөҙләндерелгән йәки үлтерелгән микробтарҙан, уларҙың ағыуынан яһалып, вакцинанция үткәреү өсөн ҡулланыла торған препарат[3]; йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы препарат[4][5].
Вакцинация организмда үҙенсәлекле хәтер күҙәнәктәрен булдырыу юлы менән адаптив иммун яуаптың үҫешенә көс бирә, шуға ла артабанғы инфекция шул уҡ агент ярҙамында иммун яуапты тотороҡло, бик йәһәт тыуҙыра. Вакцина алыу өсөн патогендарҙың үлтерелгән йәки көсһөҙләндерелгән штамдары, уларҙың өҙөктәренең субкүҙәнәк өлөшсәләре йәки анатоксиндар ҡулланыла.
Бөтә донъя һаулыҡ һағы ойошмаһы баһалауынса, иммунлаштырыу йыл һайын 2 миллиондан 3 миллионға тиклем үлем осраҡтарын булдырмай. Вакциналаштырыу һаулыҡ һаҡлауға һалынған инвестицияларҙың иң һөҙөмтәле төрҙәренең береһе[6][7].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатҡа тиклем Европала табиптар киң таралған һәм йыш ҡабатланып торған ҙур эпидемияларға ҡаршы тора алмай. Натураль сәсәк ошондай йоғошло ауырыуҙарҙың береһе була: бөтә донъяла йыл һайын миллионлаған кеше был сиргә тарый, ауырыу йоҡторған кешеләрҙең 20 проценттан 30 процентҡа тиклеме вафат була, һауыҡҡандары ла инвалид булып ҡала. XVIII быуатта Европа илдәрендә үлем осраҡтарының 8-20 проценты сәсәк сиренә тура килә. Шуға ла тап ошо сир өсөн иҫкәртеү сараларын табыу зарур була.
Беренсе вакцина үҙ исемен vaccinia һүҙенән ала (һыйыр сәсәге — һыйыр малы араһында таралған вирус ауырыуынан). Инглиз табибы Эдвард Дженнер беренсе тапҡыр 1796 йылда һыйыр сәсәге менән сирләгән ауырыуҙың ҡулындағы күбектәрҙән алынған вакцинаны Джеймс Фиппсе исемле малайға натураль сәсәккә ҡаршы ҡаҙай.[1] Әммә тик 100 йыл тирәһе үткәс кенә (1876—1881) Луи Пастер вакцинацияның төп принцибын — вирулент штамдарға ҡаршы иммунитет булдырыу өсөн микроорганизмдарҙың көсһөҙләндерелгән препараттарын ҡулланыуҙы уйлап таба.
Тере вакциналарҙың ҡайһы берҙәрен совет ғалимдары булдыра, мәҫәлән, П. ф. Здродовский 1957-59 йылдарҙа сабыртмалы тифҡа ҡаршы вакцина эшләй. Грипҡа ҡаршы вакцинаны бер төркөм ғалимдар эшләй: 1960 йылда А. А. Смородинец, В. Д. Соловьев, В. М. Жданов. 1947-51 йылдарҙа Н. А. Вершилова бруцелёздан һаҡланыу өсөн тере вакцина булдыра.[1].
Боронғо замандарҙан алып сәсәк ауырыуы менән сирләгән кешегә аҙаҡ был сир йоҡмауы беленә, шуға күрә сәсәк ауырыуын еңелсә кисереүҙе юлға һалырға тырышып ҡарайҙар.
Һиндостан һәм Ҡытайҙа инокуляция алымын — натураль сәсәктең еңелсә формаһын кисергәндәрҙән күбек шыйыҡсаһын алып, сәләмәт кеше тәненә ебәрәләр. Инокуляцияның етешһеҙлеге: шыйыҡса еңелсә сирленән алыныуға ҡарамаҫтан (лат. Variola minor), ҡайһы берҙә был вакцина үлем осраҡтарын тыуҙыра.
Һиндостан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вакцинация яһау Һиндостанда беҙҙең эраның 1000-се йылдарында уҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал[8][9]. Француз ғалимы Анри Мари Гуссон Dictionaire des sciences médicales журналындағы Sact’eya Grantham аюрведа тексында вариоляция тураһында атап үтә[10]. Әммә инокуляцияның Һиндостанда барлыҡҡа килеүе шик аҫтына алына, сөнки боронғо санскрит медицина текстарының бик аҙында ғына инокуляция процесы һүрәтләнә[11].
Ҡытай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытайҙа сәсәк сирен инокуляциялау практикаһы тураһындағы иң тәүге мәғләүмәт Х быуатҡа барып тоташа[12]. Вариоляциялауҙы ҡулланыу тураһындағы иң боронғо мәғлүмәт тә Ҡытай менән бәйле: XV быуатта «танау аша инсуффляциялау» алымы ҡулланыла, йәғни сәсәктең онтак формаһындағы материалын (ғәҙәттә струп) тын алғанда танау аша тын юлдарына индереү. Ҡытайҙа XVI һәм XVII быуаттарҙа инсуффляцияның төрлө ысулдары ҡулланыла[13]:60. 1700 йылда Лондонда Король йәмғиәтендә ҡытай прививкаһы тураһында ике доклад уҡыла; уларҙы Ҡытайҙа урынлашҡан Көнсығыш Һиндостан компанияһы хеҙмәткәренең отчетын алғандан һуң доктор Мартин Листер һәм доктор Клоптон Гаверс яһай[14]. Ҡытайҙа сәсәккә ҡаршы прививкалар яһауҙы теркәп барыу тураһындағы документтар Х быуат аҙағынан алып һаҡланған, хәбәр ителеүенсә, император Лунцин (1567—1572) идара иткән ваҡытта Мин династияһы (1368—1644) хакимлыҡ иткән осорҙа был сара киң ҡулланыла[15].
Европа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хиос утрауынан грек табиптары Эммануэль Тимонис (1669—1720) һәм Цефалониянан Яков Пиларинос (1659—1718) XVIII быуат башында Константинополдә сәсәк ауырыуынан прививкалар яһауҙы ҡуллана һәм үҙҙәренең яҙма эшен 1714 йылда «Король йәмғиәтенең фәлсәфәүи хеҙмәтттәрендә» баҫтырып сығара[16][17]. Танылған инглиз яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе, 1716 йылдан 1718 йылға тиклем Истанбулда йәшәгән һәм йәш сағында сәсәк ауырыуынан саҡ үлмәй ҡалған инглиз илсеһенең ҡатыны Леди Монтегю тарафынан Англияла инокуляцияның ошо төрө һәм вариоляцияның башҡа формалары ҡулланыуға индерелә. Англияла, шулай уҡ Америкала прививкалар Дженнерҙың 1796 йылда асҡан данлыҡлы вакцинаһынан ярты быуат тип әйтерлек алда ҡулланыла[18], ләкин был ысулдан үлем осрағы кимәле 2 процентҡа яҡын тәшкил иткәнгә күрә, уны сир ғәйәт ҙур хәүеф тыуҙырғанда ғына ҡулланалар[19].
XVIII быуатта һыйыр сәсәгенән зыян күргән кешеләрҙең натураль сәсәк сире менән ауырымауын күрәләр. Дорсет графлығының Йетминстер ауылынан фермер Бенджамин Джесть (Benjamin Jesty) 1774 йылда сәсәк ауырыуы менән тәүҙә үҙе, аҙаҡ уның ғаиләһе ауырый, әммә улдары аҙаҡ сәсәктең еңелсә варианты менән дә сирләмәйҙәр, һәм фермер был турала яҙып ҡалдыра[20].
1796 йылдың 14 майында Эдвард Дженнер, баҡсасыһының 8 йәшлек улы Джеймс Фиппсҡа прививка яһап, үҙ гипотезаһын тикшерә. Заманына күрә был революцион тәжрибә була: ул, малайға һыйыр сәсәге вакцинаһын эшләп, малайҙың натураль сәсәк ауырыуына бирешмәүен иҫбатлай. Дженнер һыйыр сәсәге менән зарарланған Сара Нелмстың ҡулына сыҡҡан күбектәге эренде ҡырып алып, уны сәләмәт малайҙың ҡулындағы һыҙырылған яраға һөртә[21]. Хәҙер ул һыйыр тиреһе Изге Георгий медицина мәктәбе (хәҙер Тутинг, Лондондың көньяҡ райондарының береһе) стенаһына эленгән. Дженнерҙың вакцинация тураһындағы тәүге мәҡәләһендә, Фиппс менән булған осраҡ 17-се тәжрибә, тип билдәләнә[22]. Дженнер был тәжрибәне үҙ тәнендә һынап ҡарай алмай, сөнки ул натураль сәсәк ауырыуына бирешмәй.
1798 йылда Дженнер «Into An and the effects of the Vaccinæ Variolæ Inquiry Causes, Or Cow-Pox» мәҡәләһен баҫтырып сығара[22], унда ул тәүге тапҡыр «вакцинация» терминын ҡуллана һәм дөйөм ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул «ысын» һәм «ялған» һыйыр сәсәген айыра ала һәм вакцинаны таратыу өсөн «ҡулдан-ҡулға» ысулын ҡуллана. Медицина даирәһендә ҡапма-ҡаршылыҡтар булыуға һәм дини ҡаршылыҡҡа ҡарамаҫтан, Дженнерҙың доклады 1801 йылда алты телгә тәржемә ителә, 100 меңдән ашыу кеше вакцинация үтә[19][21].
Вакцинация рәсми рәүештә ҡабул ителмәгәнгә күрә, дөйөм вакцинация 500 мең кеше ғүмерен алып киткән 1840—1843 йылдарҙағы сәсәк эпидемияһынан һуң ғына башлана[23].
Икенсе быуын вакцина 1880 йылда Луи Пастер тарафынан индерелә, ул яңы ысул менән, йәғни көсһөҙләндерелгән микроорганизмдарҙы ҡулланып, тауыҡ вабаһынан һәм түләмәнән вакциналар эшләй[24]. XIX быуат аҙағында вакцина милли абруй мәсьәләһенә әйләнә. Мотлаҡ вакцинациялау тураһында закондар ҙа барлыҡҡа килә.
1885 йылдың 6 июлендә Луи Пастерҙың лабораторияһына Йозеф Майстер исемле 9 йәшлек малайҙы килтерәләр, уны ҡоторған эт тешләгән була. Шул ваҡытта Пастер ҡотороуҙан вакцина эшләүен тамамлаған ғына була. Вакцинациялау тамашасылар һәм матбуғат күҙәтеүе аҫтында үтә. Һәләк булыр тип иҫәпләнгән бала төҙәлә[25], ә Пастер лабораторияһына бөтә Европанан ҡоторған эттәрҙән зыян күреүселәр ағыла[26].
Антивакцина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эдвард Дженнер сәсәккә ҡаршы тәүге вакцинанаһын булдырған көндән алып вакцинацияға ҡаршы хәрәкәт барлыҡҡа килә. Вакцинациялау буйынса тәжрибә артҡан һайын вакцинациялауға ҡаршы хәрәкәткә ҡушылыусылар ҙа арта бара.
Бөтә донъя һаулыҡ һағы йәмғиәте эксперттары билдәләүенсә, антивакцина хәрәкәте вәкилдәренең дәлилдәре бер ниндәй ғилми мәғлүмәттәр менән дә раҫланмай[27].
Классификацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антиген материалдың тибы буйынса вакциналар түбәндәге категорияларға бүленә[28][29][30][1]:
- тере, әммә микробтарҙың йәки вирустарҙың көсһөҙләнгән штамдары (ел сәсәгенән, грипп, һары биҙгәк, ҡыҙылса, полиомиелит, ротавирус инфекцияһы, туберкулез, эпидемик паротиттан);
- үлтерелгән (инактивирланған) микробтар йәки вирустар (ҡотороуҙан, ҡорһаҡ тифы, А гепатитынан, грипп, талпан энцефалитынан, коклюш һәм полиомиелиттан);
- микроорганизмдарҙың анатоксиндары (токсоидтар, көсһөҙләндерелгән йәки үҙгәртелгән токсиндар) (дифтериянан, столбняктан);
- субъединичный, шул иҫәптән синтетик вакциналар, генно-инженер һәм молекуляр (Hib, грипптан, ВПЧ, В гепатитынан, коклюша, пневмокок һәм менингокок инфекцияһынан).
Тере вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тере, йәки аттенуирланған (селекция ваҡытында көсһөҙләнгән) вакциналар (live vaccine, vital vaccine) микроорганизмдарҙың көсһөҙләнгән штамдары нигеҙендә әҙерләнелә. Тәнгә индерелгәндән һуң вакцина штамы организмда вакциналь инфекция процессын башлап ебәрә. Индерелгән вакциналь инфекцияларҙың күбеһе сағыу клиник симптомдар тыуҙырмай һәм, ҡағиҙә булараҡ, тотороҡло иммунитет формалаштыра. Тере вакциналар өлгөләре: тағун, түләмә, туляремия, бруцеллез, грипп, ҡотороу, паротит, сәсәк, һары биҙгәк, ҡыҙылса, полиомиелит, туберкулез сирҙәрен иҫкәртеү өсөн ҡулланыла[31].
Инактив вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инактив, йәки үлтерелгән вакцина контролдә тотолған лаборатория шарттарында үҫтерелгән. аҙаҡ термик эшкәртеү мәлендә йәки ағыу (фенол, формалин, ацетон) ярҙамында үлтерелгән микробтарҙан әҙерләнә. Был вакциналар ауырыу тыуҙырырға һәләтле түгел, ләкин улар сиргә ҡаршы көрәштә тере вакциналарҙан һис тә ҡалышмай: иммунитет булдырыу өсөн уны күп тапҡырҙар организмға индерергә кәрәк. Иҫкәртеү өсөн тере вакциналар булмаған сирҙәрҙе профилактикалау өсөн генә ҡулланыла: (ҡорһаҡ тифы, паратиф В, коклюш, ваба, талпан энцефалиты)[1].
Субъединичный вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Субъединичный вакцина (subunit vaccine) патоген организмдың бер йәки бер нисә таҙартылған иммуноген аҡһымынан тора. Иммуногендарҙы тарҡалған патоген организмдан йәки лаборатория шарттарында гендар инженерияһы ярҙамында синтезлаштырып алырға була[32]. Субъединичная адьювантная вакцина — это субъединичная вакцина с добавленным адьювантом, усиливающим антигенное действие вирусных белков[33]. Субъединичные вакцины — самые нереактогенные, они реже других дают побочные эффекты[34].
Виросомаль вирустарға ҡаршы вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виросомаль вакцина составына виросомалар — генетик материалы булмаған һәм вирустың тышҡы структураһын һәм тотош тышҡы яҫылығын һаҡлаған вириондар инә. Виросомалар прививканан һуң организмда тулыһынса иммунитет булдыра. Виросомаль вакциналарҙа консерванттар булмай, кеше тәне был вакцинаны еңел ҡабул итә[35].
Тарҡатылған вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарҡатылған вакциналар, сплит-вакциналар, тарҡатылған вирустан әҙерләнелә, уларҙа липидтар һәм вирустың тышҡы һәм эске аҡһымдары бар[36].
Химик вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улар микроб күҙәнәгенән алынған антиген компоненттарҙан әҙерләнелә. Микроорганизмдың иммуноген ҡылыҡһырламаһын билдәләгән антигендар айырып алына. Химик вакциналарға түбән реактогенлыҡ, юғары үҙенсәлекле хәүефһеҙлек һәм етерлек дәрәжәлә иммуноген әүҙемлек хас. Бындай вакциналарҙы әҙерләү өсөн ҡулланылған вирус лизатын ғәҙәттә детергент ярҙамында алалар, материалды таҙартыу өсөн төрлө ысулдар ҡулланыла: ультрафильтрация, гель-фильтрация, ионалмаштырғыстарҙа хроматография, аффинна хроматографияһы. Вакцина бик юғары дәрәжәлә таҙартыла (95% һәм унан да юғарыраҡ). Сорбент сифатында алюминий гидроксиды (0,5 мг/доза), ә консервант сифатында — мертиолят (50 мкг/доза) ҡулланыла. Химик вакциналар микроорганизмдарҙан төрлө ысулдар менән (күбеһенсә химик ысул) алынған антигендарҙан тора. Химик вакциналар алыу өсөн ышаныслы иммунитет булдырыуҙы тәьмин иткән протектив антигендар айырып алына һәм был антигендар кәрәкмәгән матдәләрҙән таҙартыла.
Рекомбинант вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был вакциналарҙы етештереү өсөн, микроорганизмдың генетик материалын антигендар булдырған әсетке күҙәнәктәренә теҙеп, ген инженерияһы ысулы ҡулланыла. Әсеткене эшкәрткәндән һуң кәрәкле генды айырып алалар, таҙарталар һәм вакцина яһайҙар. В гепатитына, шулай уҡ кешеләге папилома вирусына ҡаршы әҙерләнгән вакцина шундай ысул менән етештерелә (ВПЧ).
Поливалент вакциналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поливалент вакциналар (составында бер нисә типтағы антиген) бик күп типтағы һәм бик күп вариантлы, бик күп штамлы вакцина булыуы ихтимал, шулай уҡ бер сир ҡуҙғытҡысының бер нисә штамын, тибын һәм вариантын үҙ эсенә алыуы ихтимал. Әгәр ҙә вакцина составында төрлө инфекциялар ҡуҙғытҡысының антигендары булһа, ул ҡатнаш вакциналарға ҡарай.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вакцинация
- Иммунитет
- ДНК-вакцина
- Анатоксин
- Антивакцинаторство
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Вакцина // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
- ↑ Русско-башкирский словарь терминов животноводства (Г.Д.Зайнуллина, 2002)
- ↑ Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001)
- ↑ Всемирная неделя иммунизации . ВОЗ (апрель 2018). Дата обращения: 21 декабрь 2018.
- ↑ Вопросы здравоохранения . ВОЗ. Дата обращения: 21 декабрь 2018. 2020 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Macgowan DJ. = Report on the health of Wenchow for the half-year ended 31 March 1884. — Imperial Maritime Customs Medical Reports. — China, 1884. — Vol. 27. — P. 9—18.
- ↑ Needham, J. = China and the origins of immunology. — Centre of Asian Studies Occasional Papers and Monographs. — Centre of Asian Studies, University of Hong Kong, 1980. — Vol. 41.
- ↑ Adelon et al.; «inoculation» Dictionnaire des sciences médicales, vol. XXV, C.L.F. Panckoucke, Paris, 1812—1822, lvi (1818)
- ↑ Wujastyk, Dominik; (1995) "Medicine in India, " in Oriental Medicine: An Illustrated Guide to the Asian Arts of Healing, 19-38, edited by Serindia Publications, London ISBN 0-906026-36-9. p. 29.
- ↑ Needham, Joseph. (2000). Science and Civilization in China: Volume 6, Biology and Biological Technology, Part 6, Medicine. Cambridge: Cambridge University Press. p.154
- ↑ Williams Gareth. Angel of Death. — Basingstoke: Palgrave Macmillan, 2010. — ISBN 978-0230274716.
- ↑ Silverstein Arthur M. A History of Immunology. — Academic Press, 2009. — ISBN 9780080919461..
- ↑ Needham, Joseph; (2000) Science and Civilization in China: Volume 6, Biology and Biological Technology, Part 6, Medicine, Cambridge University Press, Cambridge, page 134
- ↑ Timonius, Emanuel; Woodward, John An account or history of the procuring the small-pox by incision or inoculation as it has for some time been practiced at Constantinople // Philosophical Transactions of the Royal Society : журнал. — 1714–1716. — Т. 29. — № 339. — С. 72—82. — DOI:10.1098/rstl.1714.0010 Архивировано из первоисточника 12 сентябрь 2018.
- ↑ Jacobum Pylarinum, Venetum, M. D. Nova et tuta Variolas excitandi per transplantationem, nuper inventa et in usum tracta // Philosophical Transactions of the Royal Society : журнал. — 1714–1716. — Т. 29. — № 339. — С. 393—399. — DOI:10.1098/rstl.1714.0047 Архивировано из первоисточника 12 сентябрь 2018.
- ↑ . or see [1]
- ↑ 19,0 19,1 Ҡалып:Cite pmid
- ↑ Donald R. Hopkins. The Greatest Killer: Smallpox in History. — University of Chicago Press, 2002. — С. 80. — 426 с. — ISBN 9780226351681.
- ↑ 21,0 21,1 Джон Кейжу. Открытия, которые изменили мир: Как 10 величайших открытий в медицине спасли миллионы жизней и изменили наше видение мира. — М.: Манн, Иванов и Фербер, 2015. — С. 168—169. — 363 с. — ISBN 9785000578698.
- ↑ 22,0 22,1 Jenner, Edward. An Inquiry Into the Causes and Effects of the Variolæ Vaccinæ, Or Cow-Pox, 1798 // The Three Original Publications on Vaccination Against Smallpox. : [англ.]. — New York : P.F. Collier & Son, 1909−14. — Vol. 38, Part 4 of 8. — (The Harvard Classics. Сер. en).
- ↑ Медицинский блогер Алексей Водовозов рассказал в КФУ о «мифах» вакцинации и дезинформации на рынке лекарств . Казанский Федеральный Университет (16 февраль 2019). Дата обращения: 23 февраль 2019. 2019 йыл 24 февраль архивланған.
- ↑ DOI:10.1016.2Fs0140-6736.2802.2935739-8
Вы можете подставить цитату вручную или с помощью бота. - ↑ Сообщение Пастера о профилактике бешенства в Академии Наук с разбором случая Жозефа Мейстера (фр.). Онлайн-библиотека Национальной библиотеки Франции (26 октябрь 1885). Дата обращения: 24 декабрь 2018.
- ↑ Первые опыты вакцинации . Специалисты о прививках. Национальная ассоциация специалистов по контролю инфекций, связанных с оказанием медицинской помощи. Дата обращения: 10 ноябрь 2017.
- ↑ No vaccine for the scaremongers//Bulletin of the World Health Organization. — 2008. — V.86. 2013 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ Виды вакцин . Национальная ассоциация специалистов по контролю инфекций, связанных с оказанием медицинской помощи. Дата обращения: 27 ғинуар 2019.
- ↑ Vaccine Types . U. S. Department of Health & Human Services. Дата обращения: 27 ғинуар 2019.
- ↑ Different Types of Vaccines . The College of Physicians of Philadelphia. Дата обращения: 27 ғинуар 2019.
- ↑ д. б. н. Александров А. А. Живая (аттенуированная) вакцина . База знаний по биологии человека. Дата обращения: 1 май 2019.
- ↑ д. б. н. Александров А. А. Субъединичная вакцина . База знаний по биологии человека. Дата обращения: 1 май 2019.
- ↑ ЦГЭ МО, с. 2−3
- ↑ ЦГЭ МО, с. 5
- ↑ ЦГЭ МО, с. 5−6
- ↑ Вакцины против гриппа 2018 (pdf). Федеральное бюджетное учреждение здравоохранения «Центр гигиены и эпидемиологии в Московской области». Дата обращения: 14 ғинуар 2019. 2019 йыл 14 ғинуар архивланған. — С.2
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]:ru:Вакцина Викиһүҙлектә | |
Вакцина Викимилектә | |
Вакцина Викияңылыҡтарҙа |
- Вакцины – часто задаваемые вопросы . Детский фонд ООН. Дата обращения: 10 май 2019.