Эстәлеккә күсергә

Покров сиркәүе (Константиновск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Изге Мәрйәм Инә Покровы сиркәүе.
Файл:Константиновскиҙәге Покров православие сиркәүе.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһе, Константиновск ҡалаһы, 25 Октябр урамы, 107-се йорт
Конфессия Православие
Епархия Ростов һәм Новочеркасск епархияһы 
Бина тибы ғибәҙәтхана
Проект авторы П.С.Студеникин
Беренсе тапҡыр 1708
Нигеҙләнгән 1912
Бөгөнгө хәле эш итеүсе

Изге Мәрйәм Инә Покровы сиркәүе — Урыҫ Православие Сиркәүенең Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡараған Константиновск ҡалаһы православие сиркәүе. Архитектор П. С. Студеникин проекты буйынса төҙөлгән.

Сиркәүҙең тарихы 1708 йылда Бабская станицаһында ағастан Покров сиркәүе төҙөлөүҙән башлана. Сиркәүҙең төҙөлөүе ваҡыты тураһында аныҡ мәғлүмәттәр һаҡланмаған. 1773 йылдың 11 июлендә янғын сығыу арҡаһында сиркәү тулыһынса янған. Яңы сиркәү төҙөү 1779 йылдың 29 октябрендә тамамланған. 1861 йылда станицала яңы ағас сиркәү менән ҡыңғырауҙар манараһы яңы урында төҙөлгән. 1906 йылда Дон дини консисторияһы Протоиерейы Александр Поповҡа ауылда таштан яңы Покров сиркәүен төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Ошо йылдың май айында яңы сиркәү проекты раҫланған. 1907-ың яҙында сиркәүҙе төҙөй башлағандар.

Сиркәүҙе архитектор Петр Семенович Студеникин проекты буйынса төҙөгәндәр. 1912 йылда сиркәү төҙөү тамамланған һәм уны изгеләндергәндәр. Сиркәү эсендә бик бай иконостас ҡуйылған, ул һоро һәм көрән мәрмәрҙән төрлө төҫтәге смальта менән биҙәлеп эшләнгән. 1930 йылда сиркәүҙе ашлыҡ һаҡлағысҡа әйләндергәндәр.

1942 йылда ҡаланы немец ғәсҡәрҙәре баҫып алған һәм улар сиркәү бинаһын ҡорал склады сифатында файҙаланғандар, Һуңынан сиркәүҙе мәхәллә кешеләренә ҡабаттан биргәндәр. 1945 йылдың 9 июнендә ауылда сиркәү йәмғиәте барлыҡҡа килгән. Сиркәү 60-сы йылдарға тиклем ҡасаба халҡын дини хеҙмәтләндергән. 1960-сы йылдар башында сиркәүҙә ремонт эштәре барған, бинаның интерьеры (иконалары һәм стеналағы һүрәттәре) реставрацияланған, бинаның башы яңынан ябылған. 80-се йылдар аҙағына тиклем бинала спорт мәктәбе урынлашҡан булған.

1988 йылда ғына сиркәү Урыҫ Православие сиркәүенә ҡайтарылған һәм унда ғибәҙәт ҡылыуҙар тергеҙелгән[1].

Файл:Константиновск, Покровсая церковь3.jpg
Константиновск, Покров сиркәүе

Константиновскиҙәге Покров сиркәүе кирбес стилендә төҙөлгән. Уны төҙөүҙә Возрождение дәүерендәге византия, итальян, Боронғо Русь архитектураһы элементтары ҡулланылған. Сиркәүҙе көнсығыштан көнбайышҡа һуҙып буй күсәрле итеп төҙөгәндәр. Сиркәүҙең көнсығышында миһрап ҡуйып, уның аш табыны бүлмәһен һәм ҡыңғырауҙар манараһын көнбайышҡа табан урынлаштырғандар.

Миһрап ярым түңәрәк урынына төп үҙәге рәт-рәт итеп ҡырҙары сығып торған һикәлтәле. Сиркәүҙең үҙәгенә төп миһрап һәм ике төкәтмә -ҡанат терәлеп тора. Аш бүлмәһе сиркәү бинаһы менән ике ҡатлы ҡыңғырауҙар манараһын тоташтырып тора.

Покров сиркәү кирбестән төҙөлгән, тышы штукатурланмаған. Был сиркәүҙең үҙенсәлекле сәнғәт элементы.

Сиркәүҙең тәҙрәләре ярым түңәрәкләнеп тора һәм декоратив контр йөҙлөктәр менән биҙәлгән.

Сиркәүҙең көньяҡ һәм төньяҡ фасадтары ла шулай уҡ эшләнгән. Сиркәү башы һигеҙ мөйөшлө нигеҙҙә ятҡан бәләкәй баштар менән аркалалы билғауҙарға нығытылып һалынған һәм ослайып бөткән.

Башта йорт түбәһе йәшелгә буялған ҙур бер башлы, биш уртаса һәм өс бәләкәй ослайып торған тимер башлы, баштарында алтынға ялатылған тәреләр торған. Сиркәү хорына һәм ҡыңғырауҙар манараһына кереү өсөн аҡһыл-йәшел буяуға буялған махсус ағас баҫкыстар торған. Иҙәненә плитәләр һалынған.

Миһрап алдында мәрмәр иконастас торған. Ул төп өлөшөндә өс ҡат, ике яғында икешәр ҡаттан торған. 1965 йылда, сиркәү ябылғас, уның иконалары Ростов собор ғибәҙәтханаһына күсерелгән.

Хәҙерге ваҡытта Константиновскиҙың бер ҡатлы өйҙәре араһында сиркәү бейек булып күренеп тора[2].

  1. Админ. Покров сиркәүе Константиновск ҡалаһы. voopiik-don.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2017.
  2. История создания Покровской церкви