Эстәлеккә күсергә

Покчи-Петров Михаил

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Покчи-Петров, Михаил битенән йүнәлтелде)
Покчи-Петров Михаил
Зат ир-ат
Тыуған көнө 4 октябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Вафат булған көнө 26 июль 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Ижевск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Михаил Покчи-Петров (ысын исеме — Петров Михаил Петрович; 4 октябрь 1930, Большие  Сибы ауылы, Вотяк автономиялы өлкәһе, РСФСР, СССР24 июнь, 1959, Ижевск, УАССР, РСФСР, СССР) — удмурт шағиры һәм театр режиссёры. СССР яҙыусылар союзы ағзаһы.УАССР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. УАССР Дәүләт премияһы лауреаты.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петров Михаил 1930 йылда Оло Сибы удмурт ауылында (удм. Нышып-Какси) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағынан уҡ сәхнәне яратҡан, сәхнәлә төрлө спектаклдәрҙә ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышында, бик күп үҙ тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә уҡыуын ташламаған, ә дәрестән һуң өлкәндәргә баҫыу эштәрендә ярҙам итә, бының өсөн беренсе наградаһын — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалын ала[1].

Михаил 7 класс тамамлағас, Можга педагогия училищеһына уҡырға инә. Бында ул үҙенең тәүге шиғырҙарын яҙа, уларҙы урындағы гәзиттә баҫтыра; художестволы үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дә туҡтатмай. 1950 йылда училищены тамамлағас, Удмурт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында белем алыуын дауам итә. Институтта уҡығанда әҙәби түңәрәктәргә йөрөй, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнаша, урындағы радиола эшләй[2].

1951 йыл Петровты А. В. Луначарский исемендәге Мәскәү театр институтының режиссёр факультетына уҡырға ебәрәләр,бында уның остазы СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Александрович Завадский була. Мәскәүҙә егет юғалып ҡалмай: шулай уҡ ҙур теләк менән уҡый, театр постановкаларында ҡатнаша, яңы таныштар таба, шиғырҙар яҙыуын дауам итә[3].

Режиссерлыҡ эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ГИТИС-ты тамамлап, Петров Михаил Ижевскиға Удмурт музыка-драма театрына режиссёр вазифаһында эшләргә ҡайта. Был мәлдә үҙенең тулыһынса аҙаш дуҫы Михаил Петрович Петров тәҡдиме буйынса, үҙ фамилияһына «покчи» (с удм.  «кесе») һүҙен өҫтәп ҡуя һәм киң даирәгә Покчи-Петров псевдонимы аҫтында билдәле була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул драматург Степан Широбоков, Гаврилов Игнатий, Александр Островский, Алексей Арбузов һәм башҡаларҙың пьесалары буйынса спектаклдәр әҙерләп, сәхнәнән күрһәтә[3].

Әҙәбиәт һәм театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Покчи-Петров «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә һәм «УАССР Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеменә лайыҡ була[3].

ГИТИС-тың бишенсе курсына барған саҡта Михаил Петрович тәүге «Тодматскон» (с удм.  — «Танышыу») шиғри йыйынтығының ҡулъяҙмаһын әҙерләй, ул йыйынтыҡ ҡулъяҙма1956 йылда «Удмурт» нәшриәтендә баҫылып сыға. Был китаптан һуң Михаил Петровты СССР Яҙыусылар союзына[3] ҡабул итәләр.

Театрҙа эшләгәндә ул шиғырҙар яҙыуы тураһында онотмай. 1959 йылда уның икенсе икенсе йыйынтығы — «Малпаськон (с удм.  «Раздумье»)» баҫылып сыға. Покчи-Петровтың был йыйынтыҡтағы шиғырҙарында патриотик юғары мотивтар сағыла, шулай уҡ уларҙа халыҡтар дуҫлығы темаһы, туған яҡты маҡтау темалары ярылып ята[4].

1972 йылда Покчи-Петров вафатынан һуң «Под небом твоим» шиғырҙар йыйынтығы өсөн уға УАССР Дәүләт премияһын бирәләр. Уның 40-тан ашыу шиғырына Геннадий Корепанов-Камский, Корепанов Герман һәм башҡа композиторҙар үҙ музыкаларын яҙған[5].

1959 йылдың йәйендә Михаил Покчи-Петров Ижевск быуаһына һыу инергә бара. Яҡшы йөҙөүсе булғанлыҡтан, ул һыуға сума, әммә һыу төбөндә элекке пристандың бағанаһы һерәйеп торған була: 28 йәшлек шағир муйын бүлегендәге умыртҡа һөйәген һындыра һәм вафат була. Уны бик күп кеше йыйылышып күмә, зыяратҡа тиклем уның табуттағы тәнен ҡул менән тотоп баралар. Ваҡиға тураһында белеп ҡалған Завадский Юрий Мәскәүҙән «минең яратҡан уҡыусымдың үлемен ишетеп тетрәндем» тип телеграмма ебәрә[6]. Шағир иҫтәлегенә Сабтов Гайҙың[7] сонеттары яҙылған.

  1. Ар-Серги, 2009, с. 4—5
  2. Покчи-Петрову- 85! Государственный национальный театр Удмуртской Республики (19 ноябрь 2015). Дата обращения: 7 декабрь 2019.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Бородина, Анна. Михаил Покчи-Петров (удм.). Институт удмуртской филологии, финно-угроведения и журналистики. Дата обращения: 7 декабрь 2019. 2019 йыл 1 декабрь архивланған.
  4. Покчи-Петров Михаил (1930 - 1959). Дата обращения: 7 декабрь 2019. 2019 йыл 2 декабрь архивланған.
  5. Пагирев, 1984
  6. Ар-Серги, 2009
  7. Петров Михаил Петрович (псевдоним Покчи-Петров). Дата обращения: 8 декабрь 2019. 2019 йыл 8 декабрь архивланған.