Эстәлеккә күсергә

Полисть ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полисть дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны37837 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1994 йыл 
Урынлашыуы
57°10′15″ с. ш. 30°33′25″ в. д.HGЯO
РФ субъектыПсков өлкәһе
Яҡындағы ҡалаБежаницы 

polistovsky.ru
Рәсәй
Точка
Полисть дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Полисть ҡурсаулығы Викимилектә

Полисть дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы (рус. Полисто́вский запове́дник) — Рәсәйҙең Псков өлкәһенд урынлашҡан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.

Полисть дәүләт ҡурсаулығы 1994 йылдың 25 майында ойошторола. Уның дөйөм майҙаны 37 837 гектар тәшкил итә. Ҡурсаулыҡ тирәләй 17 279 гектар буфер зонаһы булдырылған.

Район климаты уртаса континенталь, диңгеҙгә хас. Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — +4,9 °C. Вегетация осороноң оҙайлығы — 175 көн. Һыуыҡ булмаған осорҙоң уртаса оҙайлығы — 143 көн.

Полисть ҡурсаулығы һәм уның йәнәшәһендәге һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре менән Псков өлкәһенең Бежаницкий һәм Локнянский райондарында урынлашҡан. Новгород өлкәһендәге ике ҡурсаулыҡ та, Полисть һәм Рдея, 1994 йылда көньяҡ тайганың сфагнум һаҙлығы массивын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ойошторола[1][2].

Файл:Полистовский и Рдейский заповедники.png
Полисть ҡурсаулығы һәм йәнәшәһендә урынлашҡан һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре

Лишайниктарҙың 45, мүктәрҙең 113 төрө бар, шуларҙың 26 төрө Sphagnum ырыуына ҡарай. Полисть һаҙлыҡтарының типик үҫемлектәре — кәрлә ҡайын, мүк еләге, оҙон һәм түңәрәк япраҡлы ысыҡ үләне, һаҙ шәйехцерияһы. Һирәк осрай торған үҫемлектәр төрҙәре: һаҙ мүге, Линдберг һаҙ мүге, һаҙ гаммарбияһы[3].

Ҡурсаулыҡта 57 төр ҡыҫала һымаҡтар һәм 21 төр өйрөлмәк (урыҫ. коловратка) бар. Балыҡтарҙан 2 төр: суртан һәм ябай алабуға инә.

  1. К. Михайлов. Заповедники России. — Litres, 2020-03-11. — 186 с. — ISBN 978-5-457-43978-8. Архивная копия от 18 апрель 2022 на Wayback Machine
  2. V. M. Karev. Краткая Российская энциклопедия. — Большая Российская энциклопедия, 2003. — 1156 с. — ISBN 978-5-329-00653-7. Архивная копия от 18 апрель 2022 на Wayback Machine
  3. Заповедник «Полистовский». naturerussia.travel. Дата обращения: 18 апрель 2022. Архивировано 16 июнь 2021 года.