Рдея ҡурсаулығы
Рдея ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 369,22 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 25 май 1994 йыл |
Урынлашыуы | |
57°16′09″ с. ш. 30°48′08″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Новгород өлкәһе |
Яҡындағы ҡала | Холм (ҡала) |
rdeysky.org | |
Рдея ҡурсаулығы Викимилектә |
Рдея ҡурсаулығы (рус. Рде́йский запове́дник)[1] — Рәсәйҙең Новгород өлкәһендәге дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
1994 йылдың 25 майында барлыҡҡа килә[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рдея ҡурсаулығы Новгород өлкәһе Поддор һәм Холмск райондары территорияһында урынлашҡан. Уның дөйөм майҙаны — 369,22 км² (буфер зонаһы 48,44 км²)[3].
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ климаты уртаса континенталь, диңгеҙгә хас. Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — +4,9 °C. Һыуыҡ булмаған осорҙоң уртаса оҙайлығы — 143 көн. Вегетация осороноң дауамлылығы - 175 көн. Ҡурсаулыҡ территорияһында — Чуд (Поддор районы), Домшин (Холм районы) һәм Островисто (Холм районы)[4].
Тарихы һәм маҡсаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылда Полисть һәм Ловать йылғалары һыу айырғысында көньяҡ тайганың сфагнум һаҙлығы массивын һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында Рдея һәм Полисть ҡурсаулыҡтары (Псков өлкәһендә) булдырыла.
Рдей ҡурсаулығының маҡсаттары[5]:
- биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм һаҡланыусы тәбиғи комплекстарҙы һәм объекттарҙы тәбиғи хәлдә тотоу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау;
- ғилми тикшеренеүҙәрҙе ойоштороу һәм үткәреү, шул иҫәптән тәбиғәт йылъяҙмаһын алып барыу;
- тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү;
- экологик белем биреү;
- иҡтисади һәм башҡа объекттарҙың урынлашыу схемалары һәм проекттарының дәүләт экологик экспертизаһында ҡатнашыу;
- тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә ғилми кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам;
- ҡурсаулыҡ биосфера полигоны территорияһында тирә-яҡ мөхитте юҡҡа сығармаған һәм биологик ресурстарға зыян килтермәгән рациональ идара итеү ысулдарын тикшереү һәм индереү.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡоштарҙың 122 төрө теркәлгән[6]. Улар араһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк төрҙәрҙән кәлмәргән, бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, ҡара ҡауҙы, Европа ҡағарағы бар.
Ҡурсаулыҡ фаунаһында һөтимәрҙәрҙең 38 төрө йәшәй[7]. Мәҫәлән, үрғуян, ҡондоҙ, һыу көшөлө, ерән көшөл, туғырлама.
Һөйрәлеүселәрҙең һәм ер-һыу хайуандарының 6, балыҡтарҙың 9 төрө бар.
Уның территорияһында юғары ҡан тамырҙары үҫемлектәренең 370-кә яҡын төрө осрай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В официальных документах: Государственный природный заповедник «Рдейский».
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 25.05.1994 № 526 . Дата обращения: 17 июль 2012. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- ↑ Официальный сайт
- ↑ Лист карты O-36-98 лесоучасток Сопки. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1988 г.
- ↑ Приказ МПР РФ от 17.02.2004 N 153 Об утверждении Положения о федеральном государственном учреждении "Государственный природный заповедник «Рдейский»(недоступная ссылка)
- ↑ Зуева Н. В. 2013. Птицы Рдейского заповедника (аннотированный список) // Труды государственного природного заповедника «Рдейский». — Великий Новгород, — Вып. 2. — С. 46-68.
- ↑ Завьялова Л. Ф., Завьялов Н. А. 2013. Фауна млекопитающих Рдейского заповедника и его охранной зоны // Труды государственного природного заповедника «Рдейский». — Великий Новгород, — Вып. 2. — С.18-45.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РДЕ́ЙСКИЙ ЗАПОВЕ́ДНИК // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Государственный природный заповедник «Рдейский». Официальный сайт . rdeysky.org. Дата обращения: 15 ноябрь 2020. Архивировано 21 февраль 2014 года.
- Рдейский заповедник на сайте ООПТ России . Дата обращения: 15 ноябрь 2020. Архивировано 15 ноябрь 2020 года.
- Министерство природных ресурсов и экологии Российской Федерации . Архивировано из оригинала 9 декабрь 2007 года.
- Категория МСОП Ia
- Алфавит буйынса махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
- 1994 йылда барлыҡҡа килгән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
- ПРО:ГЕО:Последняя правка: в прошлом году
- Рәсәй ҡурсаулыҡтары
- Рәсәй заказниктары
- Рәсәйҙә 1994 йылда барлыҡҡа килгән һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
- Новгород өлкәһенең һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре