Эстәлеккә күсергә

Чуд күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чуд күле
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Гдовка[d], Желча[d], Куна[d], Раннапунгерья (река)[d], Тороховка[d], Черма[d], Эмайыги, Avijõgi[d], Алайыги[d], Koosa River[d], Mustvee River[d], Piilsi River[d], Куллавере[d], Lahe River[d], Alatskivi River[d] һәм Каменка[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Нарва (йылға)
Дәүләт  Рәсәй
 Эстония
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе һәм Ленинград өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 30 метр
Оҙонлоҡ 81 km
Киңлек 49 km
Вертикаль тәрәнлеге 12,9 метр[1] һәм 8,3 метр[1]
Майҙан 2613 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Чуд күле Викимилектә

Чуд күле (иҫкесә. Гдовское озеро, эст. Peipsi järv) — ҙур сөсө һыулы күл, уның төньяҡ өлөшө Чуд-Псков күл комплексы тип атала.

Күлдең майҙаны 2613 км² тәшкил итә[2]. Үтә ҙур булыуы һәм диңгеҙҙәргә хас «алыҫ офоҡ» күренешенә, йәғни бер ярҙа торған килеш икенсе ярҙың күренмәүенә бәйле уны ябай һөйләү телендә «Гдов диңгеҙе» тип атап йөрөтәләр.

Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙары Эстония республикаһына ҡарай, көнсығыш яры — Рәсәй Федерацияһыныҡы (Псков өлкәһенә һәм Нарва йылғаһы башындағы ҙур булмаған участка Ленинград өлкәһенең Сланцевский районына ҡарай). Эстония Республикаһы яғынан төньяҡтан көньяҡҡа табан Ида-Вирумаа, Йыгевамаа һәм Тартумаа маакондалары (өйәҙҙәре) урынлашҡан.

Рәсәй менән Эстония сиге күл уртаһынан үтә. Элек СССР-ҙың эске һыу ятҡылығы була, ә уға тиклем — уның ярҙарына Псков, Санкт-Петербург, Лифлянд һәм Эстлянд губерналары сиктәре сыҡҡан дәүерҙә Рәсәй империяһының һыу ятҡылығы була. Күл эргәһендәге биләмәләр Причудье тип аталған.

Боронғо Рустә чудь этнонимы боронғо эсттарҙы һәм аҙ һанлы сету халҡын, шулай уҡ төрлө фин-уғыр халыҡтарын билдәләү өсөн ҡулланыла. Был атама славян халыҡтары теленән ингән, сөнки эстар үҙҙәрен бер ҡасан да чудь тип атамаған[3]. Һүҙҙең этимологияһы буйынса тағы ла бер ҡыҙыҡлы фараз бар: үтә ҙур булғаны өсөн кешеләр уны чудь («мөғжизә») тип атаған. Саамдарса «чадзь» һүҙе «һыу» төшөнсәһен аңлата.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Чуд күле Нарва йылғаһы бассейны картаһында

Күл формалашыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күлдең ярҙары, төбөнөң рельефы һәм гидрографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чуд күле Европала ҙурлығы буйынса бишенсе урында тора. Уның майҙаны 2613 км² тәшкил итә. Тёплый һәм Псков күлдәре менән бергә яҡынса 3550 км² самаһы майҙанды биләй. Күл өҫтө көҙгөһөнөң майҙаны һыу кимәленең үҙгәрештәренә бәйле төрлөсә була.

Күлдең оҙонлоғо яҡынса 96 км, киңлеге — 50 километрға тиклем, уртаса тәрәнлеге — 7,5 метр, иң тәрән урыны — 17,7 метр. Күлгә 30-ҙан ашыу йылға, күл һәм шишмәләр ҡоя, улар үҙҙәре менән ҡар, ямғыр һыуҙарын, шулай уҡ ер аҫты шишмәләре һыуҙарын алып килә. Чуд күленән бер генә йылға — Нарва йылғаһы ғына башлана. Нарва Балтиҡ диңгеҙенең Фин ҡултығының Нарва ирененә ҡоя. Һыуҙың тоҙлолоғо — 0 промилле. Күл планктонға бай, шуға ла унда балыҡ күп. Ундаҡорман, шамбы, алабуға, алабалыҡ, судак, суртан, сабаҡ, снеток кеүек промысла балыҡтары тереклек итә. Барлығы 37 төрҙә балыҡ һәм 9 төр ер-һыу хайуандары бар. Күптән түгел генә Чуд күлендә снеток балығының бөтөүе тураһында хәбәр таралғайны, ә хәҙер бына был балыҡты сикләнгән рәүештә тотоу рөхсәт ителә.

Дөйөм алғанда, яр буйы һыҙығы тигеҙ, әммә көньяҡ-көнбайышта, көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта (Рәсәй секторы) яр буйы ҡултыҡтар, морондар һәм утрауҙар менән йырғысланып бөткән. Көнбайыштағы яр (Эстония) түбән урынлашҡан, һаҙлыҡлы урындары бик күп, яҙын һыу баҫа; көнсығыштағы яр (Рәсәй) юғарыраҡ кимәлдә урынлашҡан, әммә унда ла һаҙлыҡлы урындар ҡом дюналары һәм убалар менән аралаш килә. Көньяҡта Чуд күле уртала ятҡан Тёплый күле аша Псков күле менән тоташа. Чуд күлендә Лахтинский , Раскопель ҡултыҡтары һәм Желча йылғаһы тамағындағы Желча ҡултығы (барыһы ла Рәсәй территорияһында) иң ҙур ҡултыҡтар булып иҫәпләнә; ә Пийрисар (Желачек) — иң ҙур утрау. Күлдең көньяҡ өлөшөнә көнбайыштан килеп ҡойған Эмайыги йылғаһы — иң ҙур ҡушылдыҡ. Яр буйындағы ҡалҡыулыҡтар ҡарағай урманы менән ҡапланған. Урыны-урыны менән һарыҡташтар өйөмдәре осрай. Яр буйлап 200—300 метрҙа йылға бик һай. Ярҙары, нигеҙҙә, ҡомло, әммә түбәнерәк урындарҙа тупраҡ ләмле. Фарватерҙың суднолар йөрөгән каналдарының даими рәүештә ләм менән ҡапланыуы төп проблема булып ҡала.

Каукси ауылы эргәһендә күл яры, Эстония
Раннапунгерье ауылы эргәһендә күл яры, Эстония
  • Рәсәйҙә төньяҡтан көньяҡҡа табан:
  • Задубка
  • Гдовка
  • Куна
  • Кун
  • Тороховка
  • Ремда
  • Желча

Эстонияла көньяҡтан төньяҡҡа табан:

  • Эмайыги
  • Куллавер
  • Тагайыги
  • Пунгерье
  • Алайыги

Лахта ҡултығы (Рәсәй):

  • Медвежья
  • Кобылья
  • Келәм
  • Попов-Наволок

Раскопель ҡултығы (Рәсәй):

  • Борок
  • Заячья
  • Пыпно

Желча ҡултығы (Рәсәй):

  • Озолец
  • Станок
  • Городец
  • Ҡарға
  • Горушка
  • Сиговица
  • Самолавец

Пароход каналы (Эстония):

  • Пийрисар утрауы
  • Сухмань утрауы

Күлдә төрлө ҙурлыҡтары 22-гә яҡын утрау бар, уларҙың иң ҙурыһы — эстон утрауы Пийрисар, майҙаны яҡынса 7,8 кв. км. Территорияһының яртыһынан күбеһендә — ҡамыш менән ҡапланған һаҙлыҡ. Утрауҙан эстон ярына тиклем яҡынса 2,5 км, Рәсәй ярына тиклем 5,5 км. Утрау бик түбән кимәлдә урынлашҡан. диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 1-2 метр. Көнсығыш өлөшө 4,2 метрға күтәрелә. Унда Желачек һәм Пирисаар ауылдары урынлашҡан. Ҡалған өлөшө бик түбән һәм һаҙлыҡ менән ҡапланған, шуға ла төньяҡ-көнбайыш ярҙа урынлашҡан Порка ауылы ташҡындан йыш зыян күрә. Желачек — Чуд күлендәге берҙән-бер кеше йәшәгән утрау, ҡалғандары бик түбән килмәлдә ята һәм һаҙлыҡ менән ҡапланған. Йәй көндәрендә һыу ҡоштары был утрауҙарҙы оя ҡора, бала сығара.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл ярында, башлыса, урыҫтар (бөтә ерҙә лә) һәм эстондар (көнбайышта) йәшәй. Көнбайыш ярында эстондар һәм сету, шулай уҡ урыҫ староверҙары (улар Желачек халҡының күпселеген тәшкил итә) йәшәй. Причудьела эшһеҙлек юғары булыу сәбәпле, халыҡтың интенсив рәүештә ситкә китеүе күҙәтелә.

Хужалыҡ итеүҙәге әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл тирәһендәге ҡалҡыулыҡтарҙа ауыл хужалығы ерҙәре һәм ҡасабалар урынлашҡан. Рәсәй ярындағы иң ҙур ҡала — Гдов, Эстония ярында Калласте һәм Муствеэ ҡалалары урынлашҡан. Чуд күленең матур пейзаждары элек-электән Рәсәй һәм Эстония яҙыусылары һәм рәссамдарының иғтибарын үҙенә йәлеп иткән.

Күлдә суднолар ҙа йөрөй; һай булғанға күрә сауҙа-коммерция йүнәлешенең әһәмиәте юҡ. Туристарҙы ташыусы паромдар эшләй. Көнбайыштан кредиттар килеү сәбәпле, эстон яғында туристик һәм транспорт инфраструктураһы бер аҙ яңыртыла, әммә 2008—2009 йылдарҙағы көрсөк был йәһәттән дә эшкә аяҡ сала. Ерле халыҡ (урыҫтар, эстондар) башлыса ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

1242 йылдың 5 апрелендә Чуд күлендә кенәз Александр Невский ғәскәр менән Ливон ордены ғәскәренә ҡаршы һуғыша. Аҙаҡ был һуғышты тарихсылар Боҙҙағы һуғыш тип атай. Чуд күленең гидрографияһы үҙгәреп тороу сәбәпле, тарихсылар был үлемесле алыштың ҡайһы тирәлә барыуын һаман да билдәләй алмай[4]. 1958—1959 йылдарҙа һуғыш барыу күҙалланған урындарҙа СССР Фәндәр Академияһының Археология институты экспедицияһы (етәксеһе Г. Н. Караев) археологик ҡаҙыу эштәрен башҡара, ләкин 1242 йылғы һуғышҡа ҡағылышлы табыштар булмай[5].

  1. 1,0 1,1 (unspecified title)
  2. Поверхностные водные объекты. Комитет по природным ресурсам и экологии Псковской области. 2017 йыл 25 февраль архивланған.
  3. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь.— 2-е изд., стереотип.— М.: Русские словари, ООО «Издательство Астрель», ООО «Издательство АСТ», 2001
  4. Я. Григорьева. Участник экспедиции Георгия Караева на Чудское озеро рассказал, почему на дне озера никогда не найдут рыцарей. Правительство Санкт-Петербурга (28 ноябрь 2019). Дата обращения: 2 декабрь 2019.
  5. Ледовое побоище 1242 г.: Труды комплексной экспедиции по уточнению места Ледового Побоища. — М.-Л., 1966. — 253 с. — С. 60—64.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "Поспелов" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "ударение" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.