Эстәлеккә күсергә

Эмайыги

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эмайыги
Рәсем
Һыу башы Выртсъярв[d]
Ҡайҙа ҡоя Чуд-Псков күле[1]
Ҡушылдыҡ Педья[d], Элва (река)[d], Амме[d], Калли (река)[d], Porijõgi[d], Kavilda River[d], Ilmatsalu River[d], Ахья[d], Laeva River[d], Mõra River[d], Luutsna River[d] һәм Savijõgi[d]
Һыу йыйыу бассейны бассейн Нарвы[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Эстония һәм Латвия
Һыу сығымы 70,1 м³/с
Бассейн майҙаны 9628,1 км²[2]
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Эстония
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 33 метр һәм 29,5 метр
Оҙонлоҡ 99,6 km[3]
Зимнее изображение
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Эмайыги[d]
Карта
 Эмайыги Викимилектә

Эмайыги (эст. Emajõgi, нем. Embach[4], урыҫ. Омовжа; латыш. Mētra) — Эстониялағы йылға. Нарва йылғаһы бассейнында урынлашҡан. Эмайыги атамаһының эстон теленән тәржемәһе Әсә-йылға була. Түбәнге ағымында суднолар йөрөй. Йылға буйында Тарту ҡалаһы урынлашҡан.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тарту янында Эмайыги йылғаһы
Нарва йылғаһы бассейны картаһы

Оҙонлоғо — 99,3 км, бассейны майҙаны — 9628,1 кв. км[5]. Тамағында һыуҙың уртаса ағымы секундына 70,1 м³.

Выртсъярв күленән башлана. Пюхаярв күленән Выртсъярв күленә тиклемге 82 км оҙонлоғондағы участка Вяйке-Эмайыги (Кесе Эмайыги) тип атала, был күлдән йылғаның түбәнге ағымы (101 км) — Суур-Эмайыги (Оло Эмайыги) тип атала. Йылға Чуд күленә ҡоя. Йылға тамағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 30,1 м . Декабрҙән март аҙағына тиклем йылға боҙ менән ҡапланған була. Тарту ҡалаһынан һуң йылғала суднолар йөрөй башлай.

Куремаа күленән башланған Амме йылғаһы Эмайыги йылғаһына барып ҡушыла.

1030 йылда Ярослав Мудрый отряды Омовжа йылғаһы ярында Юрьев (хәҙерге Тарту) ҡалаһына нигеҙ һала.

1234 йылда Омовжалағы алышта кенәз Ярослав Всеволодович етәкселегендә Новгород-Владимир ғәскәре Меченосецтар ордены ғәскәрен ҡыйрата.

1341 йылда Ливон немецтары Лотыголала Псков илселәрен үлтергәндән һуң, Псков посаднигы Илия Борисович, Новгородтан да, Ольгердтан да ярҙам килеүен көтмәй, ғәскәре менән Омовжаға йүнәлә һәм 2 майҙа йылғаның ике яры буйлап ултырған немец ауылдарын ҡыйрата[6].

1472 йылда православие руханийы Исидор һәм уның менән килгән 72 кеше йылғаға батырыла.

1704 йылдың 3 майындәғы һуғыш.

1704 йылдың 3 майында генерал-майор фон Верден командалыҡ иткән урыҫ карбастары отряды Амовжа (Эмайыги) йылғаһының тамағында Карл Лёшерн етәкселегендәге шведтарҙың күл флотилияһына һөжүм итә. Һуғышта шведтарҙың 13 судноһы баҫып алына, бер судно шартлатыла, ә береһе ҡасып китеп өлгөрә. Баҫып алынған судноларҙан 86 орудие һәм 138 әсир алына.[7]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:100000.Tartlane.jpg
Скульптурная композиция «Стотысячный житель Тарту»

Йылға ярында Тарту ҡалаһы һыҙатында скульптура композицияһы ҡуйыла «Тартуҙа йәшәгән 100 меңенсе кеше» скульптура композияцияһы (1977, скульпторы Маре Микофф)[8]

  1. https://infoleht.keskkonnainfo.ee/default.aspx?state=4;68547596;est;eelisand;;&comp=objresult=veekogu&obj_id=-1089627227
  2. (unspecified title)
  3. (unspecified title)
  4. Эмбах // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  5. Emajõgi.
  6. Экземплярский А. В.,. Илия Борисович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. Летопись Российского флота. От зарождения мореходства в древнерусском государстве до начала XXI века. В 3-х т. Т. 1. 860—1900 гг. — Санкт-Петербург: Наука, 2012. — 656 с.
  8. Постоянная экспозиция | Tartu Kunstimuuseum / Tartu Art Museum. tartmus.ee. Дата обращения: 7 июнь 2016. Архивировано 23 февраль 2016 года. 2016 йыл 23 февраль архивланған.