Эстәлеккә күсергә

Помазков Григорий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Помазков Григорий Петрович
Тыуған көнө:

5 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Ростов өлкәһе Белокалитвенский районы Мирошниковка утары

Вафат булған көнө:

14 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (87 йәш)

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Помазков Григорий Петрович (5 декабрь 1924 йыл — 14 июнь 2012 йыл) — СССР хәрби хеҙмәткәре, шағир. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Григорий Петрович Помазков 1924 йылдың 5 декабендә хәҙерге Ростов өлкәһенең Белая Калитва районы Мирошниковка утарында ауыл тимерсеһе ғаиләһендә тыуған. Йәшлеге ата-әсәһе 1940 йылда күсеп килгән Тацин районының Макеево утарында үтә.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарында Григорий Помазков оборона нығытмаларын төҙөүҙә эшләй. 1943 йылдың ғинуарында хәрәкәт итеүсе армияға саҡырыла. Пулеметсы, бүлек командиры, автоматсылар взводы командиры ярҙамсыһы була, 5-се танк , 12-се һәм 18-се армиялар сафында Көньяҡ Буг йылғаһын кисеүҙә ҡатнаша. Һуғышты Көнсығыш Силезияла тамамлай.

Артабан Помазков — Львов хәрби-пехота училищеһы курсанты, уҡыуын 1947 йылда тамамлай. Карпат яны хәрби округында минометсылар батальонында взвод командиры вазифаһында хеҙмәт итә, полкта комсомол һәм партия эштәрен алып бара. 1950—1955 йылдарҙа хәрби академияла уҡый. Хәрби хеҙмәте ваҡытында Прокурорҙарҙың юғары курсын (1970) тамамлай һәм үҙаллы А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының программаһын үҙләштерә. 1973 йылға тиклем хәрби юстиция органдарында төрлө яуаплы вазифалар башҡара. 1980-се йылдарҙа Г. П. Помазков Ростов яҙыусылар ойошмаһының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында эшләй.

Йәштән үк шиғриәт менән мауыға. Армиянан запасҡа сыҡҡас, Григорий Петрович әҙәбиәт эше менән шөғөлләнә. Уның шиғырҙары «Дон», «Нева», «Москва», «Новый мир» журналдарында, "Литературная газета"ла, "Известия"ла һәм башҡа гәзиттәрҙә баҫылып сыға.

1977 йылда Г. Помазковтың «Именем сердца» (Воениздат) тәүге шиғырҙар китабы донъя күрә. Унда һуғыш, хәҙерге заман армияһы тураһындағы шиғырҙар менән бер рәттән «Макеев хутор» поэмаһы ла була. Григорий Помазковтың ижадында ике тема: һуғыш һәм шағирҙың йөрәгенә яҡын далалы Дондың тыныс тормошо — ярылып ята.

Шағирҙың хәрби биографияһы «Корнева земля», «Расколосье», «Береговая речка» китаптарында сағылыш тапҡан. «Расколосье» йыйынтығының үҙәк урынын алып торған «На острие „Белых стрел“» героик новеллаһы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән Тацин пионерҙары Гриша Волков һәм Федя Игнатенконың батырлығы тураһында һөйләй.

Григорий Петрович Помазковтың «Мехеев хутор», «Имя и отчество», «Любисток» әҫәрҙәре автобиографияһына нигеҙләнеп яҙылған һәм ата-әсәһенең тормош юлының, үҙенең бала сағының, тәүге йәшлек мөхәббәтенең лирик хроникаһы булып тора.

Автор йыш ҡына шиғырҙарында һуғыш йылдарын хәҙерге заман менән бәйләй: Атоммаш, Дон игенселәре тураһында яҙа. Дон ерендәге бер генә әйбер ҙә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
  • Ике «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Айырым баҫмалары

  • Именем сердца. Стихи, поэма. — М.: Воениздат, 1977.
  • Корневая земля. Лирика. — Ростов н/Д: Ростиздат, '31978.
  • Расколосье. Стихи и поэмы. — М.: изд-во «Советский писатель», 1982.
  • Берёзовая речка. Стихи и поэмы. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1984.
  • Поле первой любви. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1990.
  • Возвращение к Свету. Духовно-нравственная книга. — Новосибирск: изд-во Государственной научно-технической библиотеки Сибирского отделения Российской Академии Наук, 1995—1996.
  • От Дона до Оби. Духовные стихословия. — Новосибирск: изд-во Государственной научно-технической библиотеки Сибирского отделения Российской Академии Наук, 1997.
  • В поисках истины во имя человека и закона. Документальные новеллы, очерки, фельетоны, зарисовки, юморески, стихи. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2002.
  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5
  • Сухорученко Г. Земное притяжение// Дон, 1994, № 11.- с.144-146