Эстәлеккә күсергә

Попов Пантелеймон Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Попов Пантелеймон Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1886
Тыуған урыны Хаяхсыт[d], Чурапчинский улус[d]
Вафат булған көнө 1972
Вафат булған урыны Ангарск, Иркутск өлкәһе, РСФСР, СССР
Бер туғандары Попов Иван Васильевич[d]
Һөнәр төрө уҡытыусы, рәссам, тыуған яҡты өйрәнеүсе, дин белгесе
Уҡыу йорто Казанская духовная академия[d]
Ғилми дәрәжә кандидат богословия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Попов Пантелеймон Васильевич (18861972) — рус һәм совет педагогы, дин тәғлимәте кандидаты, тыуған яҡты өйрәнеүсе белгес һәм рәссам, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1941).

1886 йылда Яҡут өлкәһе Чурапчин улусының Хаяхсыт ауылында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Арылах ауылында[1] рухани Василий Степанович һәм уның ҡатыны Капитолина Димитриановна ғаиләһендә тыуған; мәғрифәтсе Димитриан Дмитриевич Поповтың ейәне[2], рәссамдың ағайы Попов Иван Васильевич[3].

Ҡазан дини академияһының әҙәби бүлеген «Характеристика образования и воспитания в допетровской Руси: по рукописям Соловецкой библиотеки» сығарылыш иншаһы менән тамамлай: бының өсөн дин тәғлимәте кандидатына лайыҡ була (1915). 1917 йылда Мәскәүҙә Православие сиркәүенең Поместный соборы эшендә ҡатнаша.[4] Академияны тамамлау менән 1920 йылға тиклем Яҡут дини семинарияһында рус әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1920—1927 йылдарҙа Якутск мәктәптәрендә уҡыта. 1927—1931 йылдарҙа Яҡутск медицина техникумында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1931—1932 йылдарҙа Мәскәүҙә халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтында тыңлаусы була, уны тамамлау менән, 1932—1933 йылдарҙа Яҡут АССР-ының Халыҡ мәғарифы комиссариатында кадрҙар инспекторы булып эшләй.

1933—1937 йылдарҙа Якут йәнлек тиреләре техникумында уҡытыусы; 1937—1938 йылдарҙа Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ инспекторы; 1938—1940 йылдарҙа — Яҡут балыҡ техникумы уҡытыусыһы. 1940—1945 йылдарҙа ВЛКСМ өлкә комитетында яҡут теле уҡытыусыһы, шулай уҡ Яҡут сәнғәт училищеһында рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы. 1945—1947 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтыиның Яҡут филиалында ғилми хеҙмәткәр; 1947—1949 йылдарҙа — Яҡут сәнғәт институты уҡытыусыһы; 1949—1950 йылдарҙа — Яҡут АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы мәҙәни-ағартыу учреждениелары буйынса идаралыҡ инспекторы.

Попов Пантелеймон Васильевич Ярославский исемендәге Яҡут республика музейында ла эшләй, тыуған яҡты өйрәнеүсе белгес һәм этнограф булараҡ Яҡутстандағы сәйәси һөргөнсөләр тарихы буйынса материалдар йыя. 1925—1930 йылдарҙа «Саха кэскилэ» («Яҡуттарҙың киләсәге») ғилми-тикшеренеү йәмғиәтенең ағзаһы була. Рәсем сәнғәтенә ағаһы Иванда уҡый. 1930 йылдарҙан күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. 1940—1941 йылдарҙа Яҡут АССР-ы Рәссамдар союзының ойоштороу бюроһы рәйесе булып тора.[1]

1972 йылда Ангарскта вафат була.[1]

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.[1]

  • Потапов С. Якутская картинная галерея. — М., 1932. — С. 3, 7.
  • Потапов И. А. Первые художники Советской Якутии. — Якутск, 1979. — С. 10, 17, 37.