Эстәлеккә күсергә

Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан викимедиасылары төркөмө
Башҡортостан викимедиасылары төркөмө
Ағымдағы ваҡиғалар порталына рәхим итегеҙ!


Ағымдағы ваҡиғалар   Киң мәғлүмәт саралары беҙҙең турала/ СМИ о нас/ Media about us   Матди ярҙам /кошелёк/ purse   Башвики наградалары   en:Current events
  • 28 апрель. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында вики-осрашыу үтте.
  • 24 март. Кабаковская сельская библиотека совместно с МОБУ лицей Кабаково провели творческий вечер «Призвание – творить» в программе «Край ты мой родной». Учащиеся 9 классов познакомились с творчеством писателей нашей д.Кабаково, семьи Валеевых - Валеевой Минибанат Хасановны и Валеева Разифа Гафуановича ...продолжение
  • 21 марттан 31 майға тиклем Вики-яҙ 2023 конкурсы.
  • 1 февраль — 31 март 2023. Феминизм һәм фольклор — Википедияла йыл һайын февраль һәм март айҙарында донъяның төрлө төбәктәренең халыҡ мәҙәниәтендә һәм фольклорҙа ҡатын-ҡыҙҙар тураһында мәҡәләләр яҙыу конкурсы.

11.03.2023 Башҡорт телендә Википедияны үҫтереү үҙебеҙҙән тора!

Белорет педагогия колледжы студенттары (Ғәлимова Фаягөл, Ғәйнуллина Илгизә, Сәләхиева Валерия - буласаҡ уҡытыусылар) менән бергәләп викиосрашыуға барып ҡайттыҡ. «Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен үҫтереүҙә Википедияның роле» семинарында башҡорт викимедияһы администраторы Рөстәм Ғатауллин (Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары булып эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы, википедия менән йәмәғәт башланғысында ғына шөғөлләнә) һәм халыҡ-ара викимедиа проекттары ирекмәне Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре) популяр интернет-энциклопедия мөмкинлектәре тураһында һөйләнеләр. Һеҙ ҙә башҡорт Википедияһына инеп, теркәлеп, мәғлүмәттәр өҫтәй алаһығыҙ. Шәп бит! ГүзәлМансур.

  • 7.02.2023 «Башҡортостан викимедиясылары» төркөмөнең онлайн йыйылышы үтте. 2023 йылда Белоретта осрашыу, китап сығарыу, Өфөлә форум үткәреү, халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу кеүек саралар тураһында фекер алышыу булды.
  • 2.02.2023 Викикитапханала беренсе аудиокитап — Земфира Аҡбутинаның «Хәрефтәр килде ҡунаҡҡа» тигән китабы, автор үҙе уҡый.

23.01.2023 «Бәйләнештә» селтәрендә БашВикиҙың бәлиғ булыуы айҡанлы сәсәндәр Әйтеш башланы. Әйтештә ҡатнашалар: Нур башы — Рөстәм Нурыев, Калинин районы; Алтынбикә — Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғафури районы; Шаһзада — Шәһүрә Асҡарова, Ҡыпсаҡ хан — Хәйҙәр Көмөшбаев, Шәмсибикә — Рима Рафиҡова, Өмөтбикә — Гүзәл Әхмәҙиева,

13.11.2022 Башҡорт теле көнө алдынан BashWiki роботы эшләй башланы.

Ошо һылтанма буйынса инеп төрлө һорауҙар бирергә мөмкин.

18.11.2022

Асҡында үткән «Минең кесе ватаным - Атайсал» 1-се муниципаль форумының «Тере тарих дәрестәре» майҙансығында ҡатнашып, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Фәнирә Нәбиуллина 2021, кесе ватаны, яҡташтары, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйып, Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр яҙыуы, конкурстарҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.