Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары/Архив/1

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

20 декабрь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

25000-се мәҡәлә ҡуйылған. Исеме Башҡорт аты, беренсе яҙыусылары Саган һәм Азат Хәлилов, Википедияға ҡуйыусы Haqmar.

27 ноябрь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһы өсөн махсус футболка сығарылды. Дизайн эшләүсе һәм етештереүсеһе БашАрт — Башҡорт ижади берекмәһе.

10-11 ноябрь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәү ҡалаһында үткән Вики-конференция 2012 сиктәрендә Рәсәй халыҡтары телендә вики-проекттар тигән түңәрәк өҫтәл үтте. Ойоштороусылары Саха Википедияһынан Halan Tel һәм Башҡорт Википедияһынан Рөстәм Нурыев булды.

31 октябрь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

20000-се мәҡәлә, исеме Башҡорт ихтилалы (1681—1684), беренсе яҙыусыһы Саган.

26-27 октябрь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

«Биләмәләрҙе ойоштороу: статика, динамика һәм идаралау» исемле IX-сы Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла (сит ил ҡатнашлығында, Өфө, БГПУ, 2012) Башҡорт Википедияһынан Рөстәм Нурыев ҡатнашты. Ул «Тыуған яҡты өйрәнеүҙә Интернет селтәре технологиялырын ҡулланыу» тигән семинар үткәрҙе. Семинар барышында «ирекле мәғлүмәт» сәйәсәтенең эстәлеге, Википедия волонтерҙарының эшмәкәрлеге, 2012 йылдың апрелендә Алматы ҡалаһында үткән Халыҡ-ара төрки телле Википедиялар конференцияһы, Башҡорт Википедияһы тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны.

27-28 сентябрь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Фәндәр Академияһының «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы үткәргән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында һәм «Башҡорт Википедияһы үҫеше мәсьәләләре»(рус. ) буйынса сығыш яһаны.

8 июнь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Юлдаш радиоһы менән Башҡорт Википедияһы дуҫлыҡтарын нығытты. Юлдаш радиоһы Аулаҡ тапшырыуында Рөстәм Нурыев Википедия һәм башҡа туғандаш проекттар хаҡында һөйләне.

7 июнь 2012 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филология факультеты уҡытыусылары менән Рөстәм Нурыев осрашты. Википедия һәм башҡа туғандаш проекттар хаҡында һөйләне. Артабан бергәләп эшләргә килештеләр.

4 июнь 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Юлдаш радиоһы сайтында Башҡорт Википедияһын дуҫтар исемлегенә индерҙе.

1 июнь 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә донъя халыҡтары телендә төҙөлгән Викикитапхананың Башҡорт бүлегенә әкиәттәр һәм балалар өсөн әҫәрҙәр ҡойоу буйынса бәйге иғлан ителде. Бәйге хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Викикитапханала уҡығыҙ.

28 апрель 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә донъя халыҡтары телендә төҙөлгән Викикитапханла Башҡорт бүлеге асылған икән. Бөгөн «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары китапханаға ҡуйылды. Википедистар был йүнәлеште лә ҡурсаларҙар тигән уйҙабыҙ.

20-21 апрель 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһынан Зөфәр Сәлихов, Азат Хәлилов, Рөстәм Нурыев төрки телле Википедиялар конференцияһында (Алматы 2012) ҡатнашты.

26 Март (Буранай) 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Баш биткә Башҡортса тигән интервики ҡуйҙы.

17 Март (Буранай) 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы Саганға бей тамғаһы бирелде. Ҡотлайбыҙ!

24 Февраль (Шаҡай) 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы Саганға хаким тамғаһы бирелде. Ҡотлайбыҙ!

25 Ғинуар (Һыуығай) 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

7 ҡатнашыусыға махсус бүләк иғлан ителде.

20 Ғинуар (Һыуығай) 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы:Bolatbek ярҙаманда Рәсәй йылғалары тураһында 9200 мәҡәлә ҡойолдо. Мәҡәләләр һаны 15 521-гә тулды.

11 Ғинуар (Һыуығай) 2012[вики-тексты үҙгәртергә]

Comp1089 ҡатнашыусыһына бей тамғаһы бирелде!

11 Сентябрь (Һарысай)[вики-тексты үҙгәртергә]

EmausBot боты Башҡорт Википедияһында күп мәҡәлә яһаған. Һөҙөмтәлә Башҡорт Википедияһында 5000-дән күберәк мәҡәлә! Ҡотлайым! Ҡаташыусы Emaus-ҡа бик ҙур рәхмәт! Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? — Шишәмбе, 30 май 2023 / 10 Сиван 5783 14:02, 11 Сентябрь (Һарысай) 2011 (UTC)

24 Июль (Майай) 2011[вики-тексты үҙгәртергә]

1400-се мәҡәлә: Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы

31 Ғинуар (Һыуығай) 2011[вики-тексты үҙгәртергә]

Химик элемент тигән 1100-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 12:31, 1 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

3 Декабрь (Аҡъюлай) 2010[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатнашыусы:18mk декабрь айы көндәре тураһында буш мәҡәләләр теркәне. Шулай итеп тарихи ваҡиға, 1000-се мәҡәлә теркәү, мәғәнәһеҙ килеп сыҡты. Ҡатнашыусы:18mk-ға «әүҙемлеге» өсөн ҙур «рәхмәт» белдерҙем. --Рөстәм Нурыев 06:12, 3 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)

30/11/2010[вики-тексты үҙгәртергә]

«…Википедия энциклопедияһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. „Шоңҡар“ҙың яңы һанында Башҡорт википедияһы һәм уны тормошҡа ашырыусы замандаштарыбыҙ хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелгән…» «Шоңҡар» журналының 11-се һанлы номерынан анонс

31/10/2010[вики-тексты үҙгәртергә]

Коми-зырян теле тураһында 900-се мәҡәлә яҙыла башланды Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 16:14, 31 Октябрь (Ҡарасай) 2010 (UTC)

27/08/2010[вики-тексты үҙгәртергә]

Фил йылы тураһында 800-се мәҡәлә яҙыла башланды. Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 16:52, 27 Август (Урағай) 2010 (UTC)

13/07/2010[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡәғбә тураһында 700-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Haqmar 10:02, 13 Июль (Майай) 2010 (UTC)

14/03/2010[вики-тексты үҙгәртергә]

Болгария тураһында 600-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 16:10, 14 Март (Буранай) 2010 (UTC)

18/02/2010[вики-тексты үҙгәртергә]

Tlustulimu ҡатнашыусыһы тарафынан булдырылған мөхәррирләнгән Баш Бит коды Баш биттә ҡулланыла. --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 14:27, 18 Февраль (Шаҡай) 2010 (UTC)

02/12/2009[вики-тексты үҙгәртергә]

Идиш тураһында 500-се мәкәлә яҙыла башланды --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 17:17, 7 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)

17/07/2008[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре тураһында 400-се мәкәлә яҙыла башланды --Рөстәм Нурыев 11:13, 17 Июль (Майай) 2008 (UTC)

04/04/2008[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡырмыҫҡалы ауылы тураһында 300-се мәкәлә яҙылды.--Rad8 08:18, 4 Апрель (Алағарай) 2008 (UTC)

25/01/2008[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһында Ризаитдин Фәхретдинов тураһында 250-се мәҡәлә яҙылды. --Haqmar 21:13, 24 Ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

17/10/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияның Белешмә бүлемендә «Яңы башлаусылар өсөн» бүлеге яҙылып бөттө. Википедияға яңы килгәндәр өсөн файҙаһы булыр тип өмөтләнәбеҙ.--Haqmar

08/09/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Haqmar үҙ ирке менән Википедияның башҡорт бүлегендә хаким вазифаһын үтәй башланы.

03/09/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Исемдәр арауығы башҡортсаға тәржемә ителде. --Рөстәм Нурыев 07:57, 7 сентября 2006 (UTC)

август 2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияның Башҡорт бүлегендә Белешмә бүлеме тәржемә ителә башланды. Haqmar шөғөлләнә. --Рөстәм Нурыев 07:57, 7 сентября 2006 (UTC)

28/04/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияның Башҡорт бүлегендә Химия исемле 100-се мәҡәлә яҙылды. Беренсе авторы Mutagar . Иншалла, Википедияның Башҡорт бүлеге үҫеш юлында. --Рөстәм Нурыев 03:37, 9 апреля 2006 (UTC)

04/03/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Үткәндәге һымаҡ төшөнкөлеккә бирелергә сәбәп юҡ. Википедияның Башҡорт бүлеге үҫеш юлында. Mutagar әүҙем ҡатнашыусы. Әлеге ваҡытҡа 71 мәҡәлә. --Рөстәм Нурыев 18:59, 4 марта 2006 (UTC)

19/02/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт телендәге энциклопедияла әле һаман бер үҙем. Mutagar исемле кеше лә юғалды. Бөгөнгө көнгә 54 мәҡәлә бар. Ғинуар айы башы менән сағыштырғанда ике тапҡыр күберәк. Бөгөн Рәүил Бикбаевтың Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ! тигән шиғырын ҡабат уҡыным. Һеҙгә лә тәҡдим итәм. Бик йөкмәткеле шиғыр. --Рөстәм Нурыев 16:04, 19 февраля 2006 (UTC)

26/01/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Хаким һәм бей хоҡуҡтарына эйә булдым. Тәржемә эше менән шөғөлләнәм --Рөстәм Нурыев 06:58, 31 января 2006 (UTC)

11/01/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беҙҙең логотиптағы АЗАТЛЫ һүҙе ИРЕКЛЕ һүҙенә алыштырылды. Быны урыҫ ВИКИ — һындағы Kneiphof исемле хәким (админ) эшләне. Рәхмәтлебеҙ. --Рөстәм Нурыев 05:58, 11 января 2006 (UTC)
  • Мөрәжәғәт һәм Обращение бик күп киң мәғлүмәт сараларына, башҡорт телендәге сайт вебоҫталарына ебәрелде. --Рөстәм Нурыев 05:58, 11 января 2006 (UTC)

10/01/2006[вики-тексты үҙгәртергә]

Кисә беҙҙең хаким (админ) Untifler менән бәйләнеш урынлаштырҙым. Башҡорт Википедияһын төҙөүҙә ҡатнашыусылар йәлеп итеү маҡсатында Мөрәжәғәт һәм Обращение яҙҙым. Уҡығыҙ, таратығыҙ! --Рөстәм Нурыев 04:40, 10 января 2006 (UTC)

30/12/2005[вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым! Мин башҡорт телендәге Википедияға теркәлдем. Һеҙҙе лә саҡырам. Әйҙәгеҙ бергәләп үҙебеҙҙең телде һәм халҡыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте бөтөн ғәләмгә еткерәйек. Теркәлеү урыны. — --Рөстәм Нурыев 15:52, 30 декабря 2005 (UTC)

16 апрель 2005 йыл аноним яҙыусы тарафынан Башҡортостан исемле беренсе мәҡәлә яҙылған. Башҡорт Википедияһының тыуған көнө булып иҫәпләнә.

2 Июнь (Һөтай) 2002[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияның башҡорт теле бүлегенә тәүге нигеҙ ташы һалынған көн. --Рөстәм Нурыев 16:04, 16 Ноябрь (Ҡырпағай) 2010 (UTC)