Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары/Архив/2

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

2015[вики-тексты үҙгәртергә]

24 декабрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылдың 24 декабрендә Башҡорт Википедияһы ирекмәне Айсар Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының 4 курс студенттары менән осрашыу үткәрҙе. Гуманитар факультеттың «журналистика» йүнәлеше буйынса белем алыусылар менән Википедия хаҡында йәнле һөйләшеү булды. Ҡыҙыҡһыныусыларҙың Википедияла мәҡәләләр яҙыу, уларҙы мөхәррирләү мәсьәләләренә, шулай уҡ виртуаль энциклопедия мәғлүмәттәрен ҡулланыуға арналған һорауҙарына ентекле яуаптар бирелде.

18 декабрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт Викимедиасылары төркөмө вәкиле көн дауамында өс урында дүрт сарала ҡатнашты. Тулы фоторепортаж Викияңылыҡтар проектында ҡуйылған.

5 декабрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө ҡалаһының 36-сы моделле китапханаһында вики-осрашыу үтте. Унда барлығы 32 кеше, шул иҫәптән һигеҙ викимедиасы ҡатнашты. Мәскәүҙән Дмитрий Рожков, Иерусалимдән Әмир Аһарони һәм Ҡазандан Фәрхәт бәйләнешкә сыҡты. Тулы мәғлүмәт осрашыу проекты битендә. Шулай уҡ Өфө ҡалаһының 36-сы моделлы китапхана сайтында мәғлүмәт бар. Осрашыу тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте — В Уфе волонтеры и библиотекари обсудили перспективы развития Википедии.

Вики-осрашыу, Өфө, 5 декабрь 2015.jpg

26 ноябрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Өфө ҡалаһының 26-сы моделле китапханаһында вики-осрашыу үтте. Викимедиасылар Рөстәм Нурыев һәм Фирүзә Абдуллина 136-сы башҡорт лицейы 5-се синыф уҡыусылары менән осрашты. Википедия тураһында һөйләнеләр, шиғырҙар уҡынылар. Алтынай менән Азаматтың яттан шиғыр һөйләгәнен тыңланылар. Осрашыу күңелле үтте.

26-сы модел китапхана сайтында вики-осрашыу тураһында мәғлүмәт «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!»

11 ноябрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Wm Logo Bashkortostan.jpg

Вики-Метала Башҡортостан ҡатнашыусылары төркөмө 49-сы итеп дөйөм исемлеккә индерелде — был Башҡортостан ирекмәндәре төркөмөн рәсми таныу.

6 ноябрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында китапхана хеҙмәткәрҙәре менән йәнле осрашыу үтте. Рөстәм Нурыев ҡатнашыусыларҙы Википедия, унда башҡарылған эштәр һәм яңы проекттар менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Киләсәктә берлектәге саралар үткәреү тураһында фекер алышыу булды.

9-11 сентябрь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Wikimedia CEE Meeting 2015 - Day One 12.jpg

Эстонияның Тарту ҡалаһында һәм Вооре муниципалитетында Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре Вики-осрашыуы үтте. Осрашыуҙа башҡорт Википедияһынан Саган ҡатнашты. Йыйында Вики-клубтар ойоштороу, Википедияла ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте, ирекле панорама тураһында һ.б.сығыштар булды. Осрашыу ваҡытында Викимедиа Фондейшндың өлкән хеҙмәткәре Асаф Бартов (Asaf Bartov) менән башҡорт Вики-проекттарын артабан үҫтереү тураһында кәңәшмә булды. Асаф Бартов Вики-ойошма төҙөү, Вики-Метала башҡорт ҡатнашыусылары төркөмөн теркәү, Викимедиа исемен һәм логотибын ҡулланыу, Викимедиа гранттарында ҡатнашыу тураһында консультациялар бирҙе.

4 август 2015 йыл, Вики-осрашыу[вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡорт Википедияһына 10 йыл!» бәйгеһе призеры YANBEKкә диплом тапшырыу
Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең инициатив төркөмө (һулдан уңға) Тимур Ғимранов, Саған, Alfiya55, Гүзәл Ситдиҡова, YANBEK, Рөстәм Нурыев

Өфө ҡалаһында беренсе Вики—осрашыу, инициатив төркөм йыйылышы үтте. Унда Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Саған, Alfiya55, Гүзәл Ситдиҡова, Рөстәм Нурыев, YANBEK, Тимур Ғимранов ҡатнашты. «Башҡорт Википедияһына 10 йыл!» дипломанты ирекмән YANBEKкә конкурс призы тапшырылды. Башҡорт Википедияһында артабанғы эшмәкәрлекте әүҙемләштереү тураһында етекле һөйләшеү булды.


Июнь 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Социаль-сәйәсәт һәм хоҡуҡи эҙәләнеүҙәр институтында «Википедия социаль мәғләүмәт сығанығы» исемендә ғилми семинар үтте (Саралар бүлеген ҡарағыҙ).

Вики-Һабантуй 2015 тураһында тулы фоторепортаж[вики-тексты үҙгәртергә]

Вики-Һабантуй 2015 тураһында тулы фоторепортаж

26 апрель 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Вики-Һабантуйҙа ҡатнашып, ҡанатланып ҡайттыҡ әле беҙ, дуҫтарым!

Шиғыр көтөп арып бөттөгөҙмө?
Мин юлдарҙа һаман, дуҫтарым!
Яңы дуҫтар табып, танышырға
Ҡысып тора ине устарым!

Шаулап-гөрләп үтте һабан туйы…
Ябай түгел, Вики-Һабантуй!
Донъя берләштергән был сарала
Һәммәбеҙҙә булды уртаҡ уй.

Белемдәрҙе йыйнап, туплау кәрәк!
Интернетты һәр кем ҡулланһын!

Башҡорттарым үҙ тарихын яҙһын,
Халҡын, ерен, илен данлаһын!

Донъя тарихында эҙ ҡалдырып
Һәр кем үтә ала, дуҫтарым!
…Мин бөгөндән тағы һеҙҙең менән,
Һеҙҙең өсөн һайрай ҡоштарым,
Күрешергә ҡысый устарым!
26.04.2015. Фирүзә Абдуллина

25 апрель 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Конференция эше

24 апрель 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Ойоштороусылар, ҡатнашыусылар, бағымсылар менән ВикиОсрашыу. Башҡортса сәй эсеп алыу мәжлесе.

23 апрель 2015 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Вики-Һабантуйҙың төп саралары башланды.

Халыҡ-ара Викимедиа Фондының тел комитеты ағзаһы Әмир Аһарониҙың Өфөләге осрашыуҙары.

Тағы бер шиғыр яҙылды[вики-тексты үҙгәртергә]

19.04.2015. Фирүзә Абдуллина.

Башҡорт Википедияһына ун йыллыҡ юбилейы айҡанлы.

Ул бәләкәй әле…
Ун йәш кенә!
Ләкин ниндәй ҡөҙрәт ҡулында!
Күптәр уға мөрәжәғәт итә,
Маяҡ итеп барыр юлында.

Һәр кем уны үҫтерергә хаҡлы,
Битарафтар ғына ситтәләр,
Зыялылыр бында һәр кешенең
Күңел ҡылдарына сиртәләр!

Ил яҙмышы һине борсой икән,
Телең өсөн әгәр көйөнһәң,
Үҙ халҡыңдың һәр бер ҡаҙанышы,
Уңыштары өсөн көйөнһәң -

Һинең урын бында!
Рәхим итеп,
Ҡалдыр әле һин дә эҙеңде!
Халҡың, илең өсөн кәрәк итеп
Тойорһоң һин шул саҡ үҙеңде.

Башҡорт Википедияһы — беҙҙең тарих,
Теләмәйбеҙ халыҡ бөлгәнде,
Үҙе эҙләгәнде табыр өсөн,
Һәр кем яҙһын үҙе белгәнде!

Берләшәйек оло эштәр өсөн,
Тупланайыҡ булып оло күс!
Башҡорт Википедияһы, тупла беҙҙе!,
Башҡорт Википедияһы, йәшә, үҫ!!

Беренсе шиғыр яҙылды[вики-тексты үҙгәртергә]

18-04-2015. Беренсе шиғыр яҙылды. Авторы Тамара Искәндәриә.

Башҡорт википедияһына — 10 йыл!

Башҡорт википедияһы —
Ниндәй ғорур яңғырай!
Бынан һуң яңғыҙ булмабыҙ,
Булмабыҙ һис яндырай!

Булмабыҙ беҙ үҙен-үҙе
Кәмһеткән ялҡау халыҡ.
Милләтте күтәреүсе ул —
Википедиясы Алып!


Юғалмаҫ башҡорт, танытһа
Киң донъяға үҙ йөҙөн.
Азат,
Илһамлы
Илһөйәр
Еткерер башҡорт һүҙен!

Тамара Искәндәриә

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды[вики-тексты үҙгәртергә]

02-04-2015 — «Башҡорт Википедияһына 10 йыл!» — Башҡорт Википедияһында беренсе тапҡыр үткәрелгән конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Конкурс сиктәрендә 764 яңы мәҡәлә яҙылды. Тулы мәғлүмәтте бында ҡараға була.

Яңы мәҡәлә конкурсы[вики-тексты үҙгәртергә]

05-11-2014. «Башҡорт Википедияһына 10 йыл!» — яңы мәҡәлә яҙыусылар араһында конкурс иғлан ителде.

Вики-Һабантуй 2015[вики-тексты үҙгәртергә]

23-10-2014. Башҡорт Википедияһының 10 йыллығы айҡанлы юбилей саралары — Вики-Һабантуй 2015 үткәрелеүе тураһында рәсми иғлан ителде.

Күмертау ҡалаһында уҙғарылған «Ҡала башҡорттары» халыҡ-ара конференция (17.04.2014)[вики-тексты үҙгәртергә]

29 декабрь 2013 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

«Халҡым йөҙө» премияһының раҫлау ҡағыҙы.
«Һомай» дефиле-театры, 2013

Башҡорт Википедияһы «Халҡым йөҙө» исемле үҙ аллы йәштәр премияһына лайыҡ булды. Уны «Һомай» дефиле-театры тапшырыҙы.

«

Һиңә бөгөн —

бар алҡыштар,
маҡтау һүҙе.

Бөгөн бит һин —

Халҡым йөҙө!
Халҡым йөҙө!
»

2-3 ноябрь 2013 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

БЮТ каналының Башҡорттар тапшырыуында Башҡорт Википедияһы тураһында сюжет күрһәтелде.

22 август 2013 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт университетының Компьютер филологияһы лабораторияһы: «Башҡорт Википедияһы компьютер-лингивистик анализлау күҙлеге аша»

27 май 2013 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Май айында Саха Википедияһына биш йыл тулыу айҡанылы тантаналы саралар үтте. Саха Республикаһының Мәскәүҙәге вәкиллегендә үткән сарала Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев ҡатнашты һәм саха туғандарға «Салауат Юлаев» энциклопедияһын бүләк итте.

17 апрель 2013 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

БСТ каналының Алтын Тирмә тапшырыуында тик Википедия ирекмәндәре төҙөгән һорауҙар бирелде.

16 апрель 2013 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт Википедияһына һигеҙ йәш тулды. Көн БСТ каналының иртәнге «Сәләм» тапшырыуында ҡотлауҙар менән башланды, артабан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында [1], «Спутник FM» радиоканалында [2], урыҫ телендәге «Викиновости» [3], «Мир энциклопедий» сайтында[4] хәбәрҙәр булды.

13 февраль 2013 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

30000-се мәҡәлә ҡуйылған — Күвейт. Башинформ хәбәр итә Башкирская Википедия пополнилась 30-тысячной статьей һәм Башҡорт Википедияһында — 30 мең мәҡәлә.