Портал:Спорт/Шәп мәҡәлә
Уҡыу көйләүҙәре
Футбол (ингл. foot — аяҡ, ball — туп) — командалы спорт уйын төрө, төп маҡсаты — ярышташтың ҡапҡаһына ҡулһыҙ ғына (аяҡ йәки башҡа тән ағзалары ярҙамында) мөмкин тиклем күп тапҡыр туп индереү. Хәҙерге ваҡытта донъяла иң популяр һәм киң билдәле спорт төрө.
Донъя футбол федерацияһы һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты халыҡ-ара уйынды рәсми рәүештә «футбол» тип атайҙар. Уйындың инглиз телендәге тулы исеме «association football» («Ассоциация ҡағиҙәләре буйынса футбол») 1863 йылда, инглиз Футбол ассоциацияһы барлыҡҡа килгәс, уйынды башҡа футбол төрҙәренән (регби («rugby football», «Регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол») айырыу өсөн һайланған. Ваҡыт үтеү менән оҙон исем ҡыҫҡартылған... дауамы...