Портал:Тарихи Башҡортостан топонимияһы/Былар ҡыҙыҡлы
Уҡыу көйләүҙәре
- Татарстандың Әлмәт районы атамаһы Әлмәт ауылы исеменән килеп сыҡҡан. Географ Евгений Поспелов фекеренсә, XIX быуатта әлеге ҡала урынында Әлмәт исемле башҡорт ауылы булған. Элекке Бөгөлмә өйәҙендә Юрмый ҡәбиләһе башҡорттары Ғабдрахман, Бишмунса, Кама Исмәғил, Яңы Кәшер, Яңы Нәдир, Тайсуған, Сөләй, Кисеүсат, Урсалбаш, Чупай ауылдарына нигеҙ һалған.