Эстәлеккә күсергә

Урал алды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Предуралье битенән йүнәлтелде)
Урал алды
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Пермь крайы[1], Башҡортостан Республикаhы, Удмурт Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе
Карта

Башҡортостандағы Урал алды. Ергәнтау һырты.

Урал алды — Уралдың көньяҡ битләүҙәренә тоташып ятҡан биләмә. Башлыса, Печора һәм Кама (Сулман) йылғалары бассейндары, Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең ситке өлөшө.

Урал алды Пермь крайы, Башҡортостан, Удмуртия һәм Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан.

Урал алдының төньяҡ өлөшөндә Печора уйһыулығы урынлашҡан. Көньяҡтараҡ Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы ята һәм башҡалар. Урал алдының күп өлөшөн ылыҫлы урмандар алып тора. Көньяҡтараҡ япраҡлы ағастар менән ҡушылған, ҡайһы бер урындарҙа япраҡлы ағастар күпселек ерҙәрҙе ҡаплаған. Төньяҡ ситтәрҙә — тундра. Көньяҡ ситтәрҙә далалар, улар күп урындарҙа һөрөлгән. Урал алдында нефть, тәбиғи газ, ташкүмер ҙур ятҡылыҡтары бар (Тиман-Печора нефть — газ бассейны, Волга-Урал нефть һәм газлы өлкәләренең көнсығыш өлөшө.

Башҡорт Урал алдының барлыҡҡа килеүенә магматик һәм метаморфик тоҡомдарҙан торған боронғо докемберий нигеҙ булып тора. Фундаменттың өҫкө ҡатламы Татар, Пермь-Башҡорт һәм Ырымбур көмбәҙенән (йыйылмаларынан) тора. Уларға ер өҫтөнөң түбәндәге рельефтары тура килә: конус һымаҡ остансалар менән бүлгеләнгән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы (диңгеҙ кимәленән200-450 метр), Стәрлебаш-Федровка ҡалҡыулығы, Дөйөм Һырттың тәпәш убалары менән Төньяҡ армыттары (диңгеҙ кимәленән 300—500 метр), Кама-Әй тигеҙлеге, Әй буйы тигеҙлеге(диңгеҙ кимәленән 200—350 метр).

Урал алдында аҙ һыулы аҡмай ятҡан, ҡайһы бер ерҙә яй ғына аҡҡан күлдәр һәм йылғалар (ҡушылдыҡтары менән Кама, Печора һәм Ағиҙел) бик күп.

  • Ямалов С. М., Баянов А. В., Мулдашев А. А. Разнообразие степных сообществ Предуралья Республики Башкортостан и вопросы их охраны. Вестник Башкирского университета. 2012. Т. 17. № 4.


  • Башкирское Предуралье. Энциклопедия Башкирии.
  • Зональные подразделения растительного покрова на прилегающих к Уралу равнинах и их горные аналоги.
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.