Привалов Александр Николаевич
Привалов Александр Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 31 май 1950 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | журналист |
Эш биреүсе | Юғары иҡтисад мәктәбе |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
Привалов Александр Николаевич (31 май 1950, Мәскәү) — Рәсәй журналисы һәм публицисы, телетапшырыуҙар алып барыусы. Иҡтисади фәндәр кандидаты, «Эксперт» журналының ғилми мөхәррире, генераль директоры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1971 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай.
Совет заманында СССР Дәүләт планы ҡарамағындағы Ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре була. СССР Дәүләт планының Юғары иҡтисади курстарында уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Ғилми-тикшеренеү институтында идара итеү процестарын моделләштереү секторы мөдире вазифаһында эшләй.
1993-1995 йылдарҙа — «Коммерсантъ» нәшриәт йорто сығарған «Коммерсантъ-Weekly» аҙналығының хосусилаштырыу һәм милек мәсьәләләре бүлеге мөхәррире.
1995 йылда «Коммерсантъ-Weekly» сығарған коллективтыңң шаҡтай ҙур өлөшө менән бергә «Коммерсантъ» нәшриәт йортон ташлап китә һәм «Эксперт» журналын ойоштороуҙа ҡатнаша[1].
1998 йылдың февраленән 2000 йылдың декабренә тиклем «Известия» гәзите баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары була, Һуңғараҡ «Эксперт»ҡа ҡайта.
2002 йылдың июненән — «Юғары иҡтисад мәктәбе» Милли тикшеренеү университетының Юғары журналистика мәктәбе деканы[2][3].
2004—2006 йылдарҙа — «Журнал «Эксперт»» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
2001—2003 йылдарҙа «Беренсе канал»да «Однако» тапшырыуын алып барыусыларҙың береһе була[4][5].
2003 йылдан 2007 йылға тиклем «Маяҡ» радиоһында аҙна һайын бер сәғәтлек эфир алып бара. 2007—2013 йылдарҙа «Эксперт-ТВ» телеканалында «Угол зрения» мәғлүмәт-аналитика программаһын алып барыусы була. 2009 йылдың февраленән 2016 йылдың декабренә тиклем «Рәсәй-24» телеканалында күҙәтеүсе, «Реплика» колонкаһының авторы һәм алып барыусыһы булып эшләй[6].
Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уң-консерватив ҡараш яҡлы. 2003 йылдың ғинуарында Михаил Леонтьев, Максим Соколов һәм Валерий Фадеев менән берлектә Серафимовка клубының «От политики страха к политике роста» меморандумына ҡул ҡуя[7].
Александр Привалов 1990-сы йылдар уртаһынан Рәсәй мәғарифында уҙғарылған реформаларҙы эҙмә-эҙлекле тәнҡитләүсе булып тора. Уның бихисап мәҡәләләре һәм сығыштары ошо темаға арналған. Киң билдәлелек алған интервьюлары «Образование погибло», «Школа умерла — никто не заметил», Рус теле йәмғиәте съезында сығышы һәм башҡалар[8].
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Привалов Александр — 1000-дән ашыу китап, мәҡәлә һәм ғилми хеҙмәт авторы. Ҡайһы бер әҫәрҙәре:
- Любитель Отечества. — ISBN 5-367-00182-3 ISBN 978-5-367-00182-2
- Скелет наступающего. Источник и две составные части бюрократического капитализма в России. — Издательство: Питер, 2008. — ISBN 978-5-91180-749-8
- Андрей Колесников, Александр Привалов. Новая русская идеология. Хроника политических мифов. 1999—2000. — М.: Издательство ГУ ВШЭ, 2001. — 364 с. — ISBN 5-7598-0098-1
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Привалов: название «Эксперт» придумал я Архивная копия от 9 октябрь 2016 на Wayback Machine // РИА Новости. 16.12.2013
- ↑ ГУ ВШЭ :: Высшая школа журналистики «Деканом Высшей школы журналистики является Александр Привалов»
- ↑ В Москве открывается Высшая школа журналистики (2002-06-24).
- ↑ МНОГОКАНАЛЬНЫЕ НОВОСТИ (2001-10-18).
- ↑ Михаил Леонтьев бросил Соколова ради Невзорова. Известный телеведущий продолжает вести «Однако» и готовит новый проект на ОРТ (2001-10-31).
- ↑ «Реплика Александра Привалова» на телеканале «Россия-24»
- ↑ М.Леонтьев, А.Привалов, М.Соколов, В.Фадеев. Меморандум Серафимовского клуба: От политики страха к политике роста Архивная копия от 24 сентябрь 2016 на Wayback Machine ИА REGNUM
- ↑ Александр Привалов. Публикации по теме образования на сайте «Православие и мир».
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Публикации в журнале «Эксперт» Архивная копия от 12 апрель 2017 на Wayback Machine
- Выпуски передачи «Реплика Александра Привалова» на телеканале «Россия-24»
- Публикации на сайте «Православие. Ru» Архивная копия от 23 сентябрь 2016 на Wayback Machine
- Александр Привалов на сайте «Православие и мир» Архивная копия от 24 сентябрь 2016 на Wayback Machine
- Выступления на радиостанции «Эхо Москвы» Архивная копия от 25 октябрь 2009 на Wayback Machine
- Архивы выпусков программы «Угол зрения» Архивная копия от 8 октябрь 2016 на Wayback Machine
— Александр Привалов «Тере Журналда»
- Александр Привалов в передаче «Школа злословия» Архивная копия от 22 ноябрь 2015 на Wayback Machine (22.11.2004)
- Встреча с Александром Приваловым. Открытый университет Сколково (04.07.2012)
- Лекция «Информационный рынок — информационный мир — информационная революция» (школа эффективных коммуникаций «Репное»)
- О Дне Победы (выступление на конференции TEDxMoscow 15.02.2015)
- «Образование погибло» Архивная копия от 24 сентябрь 2016 на Wayback Machine (18.10.2013)
- «Школа умерла — никто не заметил» Архивная копия от 24 сентябрь 2016 на Wayback Machine (2.06.2015)
- Александр Привалов на радио Вести ФМ. «Советское образование оказалось слишком роскошным» (26.11.2015)
- Александр Привалов на Радио ВЕРА (15.03.2016)
- Выступление на Съезде Общества русской словесности Архивная копия от 24 сентябрь 2016 на Wayback Machine (26.05.2016)