Проект буйынса фекерләшеү:Википедияла Азия айлығы — 2018
Уҡыу көйләүҙәре
Рөстәм Нурыев Ryanag Айсар Ләйсән Конкурстың шарты буйынса мәҡәлә күләме 300 һүҙҙән йәки 3000 байттан кәм булмаҫҡа тейеш. Программа тик текстағы һүҙҙәрҙе генә иҫәпләй, ғәмәлдә руссанан тулыһынса тәржемә ителгән урта күләмдәге 100 КБ артыҡ мәҡәләләр 200 һүҙҙән тора һәм программа ҡабул итмәй. Беҙгә Ле Лойға хәбәр итеп шарттарҙы 200 һүҙ тип үҙгәртергә кәрәктер. Тхить Нят Хань, Чжэцзян университеты, Чжуан-цзы мәҡәләләре тулыһынса тәржемә ителгән, әммә Азия айлығы өсөн һүҙҙәр әҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 11:34, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- Бер бүлектә 300, икенсеһендә 200 тип ҡуйып буламы ул? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:07, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- Марафон шарттарын тулыһынса үҙгәртергә һорайбыҙ, бер бүлекте генә түгел.--ZUFAr (әңгәмә) 12:10, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- Мин риза. Ул Ле Лой башҡортса аңлаһа, яҙам. Аңламаһа - яҙыу Зөфәр туғанға төшә инде.--Айсар (әңгәмә) 12:12, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- m:User:Ле Лой Рус теле — туған теле.--ZUFAr (әңгәмә) 12:15, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- Ай-һай, Ле Лойҙа ғына торамы икән был мәсьәләне хәл итеү, конкурс шартын үҙгәтеү? Конкурс уртаһында шарт үҙгәртелеүе лә икеле. Әммә, тәҡдим итеп ҡарамайса белеп булмай. Һорағыҙ, минең ҡаршылығым юҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:25, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- Унда иҫәпте ике төрлө алырға була, шикелле - һылтанмаларҙы ла иҫәпкә алып һәм текстың үҙен генә. Ле Лой шул иҫәпкә алыуҙы ғына үҙгәртә ала, конкурс шарттарын түгел. Яңылышмаһам, беҙҙең өсөн ул махсус һылтанмаларҙы иҫәпкә алыуҙы индермәне, шикелле. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 12:31, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- Ай-һай, Ле Лойҙа ғына торамы икән был мәсьәләне хәл итеү, конкурс шартын үҙгәтеү? Конкурс уртаһында шарт үҙгәртелеүе лә икеле. Әммә, тәҡдим итеп ҡарамайса белеп булмай. Һорағыҙ, минең ҡаршылығым юҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:25, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- m:User:Ле Лой Рус теле — туған теле.--ZUFAr (әңгәмә) 12:15, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- en:Bhawana Kanth, en:Balairung балтырғы конкурста инглизсә ошондай ҡыҫҡа ғына мәҡәләләр үткән. Беҙҙең телгә тәржемә итһәң, үтмәйәсәк. Һылтанмаларын иҫәпкә алырға йәки күләмен 200 һүҙ тип алырға кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 13:10, 8 ноябрь 2018 (UTC)
- Минеңсә был мәҡәләләргә Тхить Нят Хань (201 һүҙ), Чжэцзян университеты (233 һүҙ), Чжуан-цзы (227 һүҙ) башҡа тел бүлектәренән йәки сығанаҡтарҙан да мәғлүмәт өҫтәргә мөмкин. Мәҫәлән Чжэцзян университеты тураһында рәсми сайтында урыҫ телендә мәғлүмәттәр табырға була. Мәҡәләлә һүҙҙәрҙең һанын белер өсөн «Статистика» ҡоралын ҡулланырға мөмкин. --Ryanag (әңгәмә) 03:16, 14 ноябрь 2018 (UTC)
- Сун империяһы һәм Цинь (династия) мәҡәләләрен исемлеккә өҫтәй алманым, 30 ноябрҙә 18 сәғәттәр тирәһенән үк алманы. --Айсар (әңгәмә) 07:31, 1 декабрь 2018 (UTC)
- Айсар Ваҡыт дөрөҫ көйләнмәгәндер. «Көйләүҙәрем», «Күренеш» тигән бүлектә урындағы ваҡытты ҡуйығыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 05:43, 2 декабрь 2018 (UTC)
- Миндә Вики ваҡыты тора: әле 6:32, беҙҙәге сәғәт 11:32 күрһәтә. --Айсар (әңгәмә) 06:32, 2 декабрь 2018 (UTC)
- Төҙәттем: өҫтә Вики-ваҡыт, ә үҙгәртеүҙәрҙә — урындағы (үҙебеҙҙең) ваҡыт күренә. Рәхмәт. Ике мәҡәлә конкурс иҫәбенә инмәне инде. --Айсар (әңгәмә) 09:23, 2 декабрь 2018 (UTC)