Чжэцзян университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чжэцзян университеты
ҡыт. 浙江大学
Нигеҙләү датаһы 21 май 1897
Рәсем
Принадлежит к Association of Pacific Rim Universities[d] һәм Министерство образования КНР[d]
Кем хөрмәтенә аталған Чжэцзян[d]
Гимн Q85626446?
Дәүләт  Ҡытай
Административ-территориаль берәмек Ханчжоу[d]
Ойошма ағзаһы Лига C9[d], W3C[1][1], Yangtze Delta Universities Alliance[d], Рәсәйҙең һәм Ҡытайҙың техник университеттары Ассоциацияһы[d], Создания университетов и академических дисциплин мирового класса[d], Plan 111[d], Association of Pacific Rim Universities[d][2] һәм Международная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][3]
Уҡыусылар һаны 39 000[4]
Бойһонған ойошма (филиал) Huzhou Central Hospital[d], Zhejiang Taizhou Hospital[d], Sinergetic Innovation Centre for Advanced Materials[d], Ningbo Institute of Technology, Zhejiang University[d], Zhejiang University-University of Edinburgh Institute[d][5] һәм Zhejiang University Library[d]
Рәсми сайт zju.edu.cn
Эндпоинт API idp.zju.edu.cn/idp/shibb…[6]
Страница учреждения на Викискладе Zhejiang University
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Чжэцзянского университета[d]
Карта
 Чжэцзян университеты Викимилектә

Чжэцзянский Университет (ҡыт. 浙江大学, пиньинь Zhèjiāng Dàxué) — Ҡытай дәүләт университеты. 1897 йылда нигеҙләнгән. Яҡынса Шанхайҙан көньяҡҡа табан,  Чжэцзян провинцияһында, Ханчжоу ҡалаһында  урынлашҡан. Иң иҫке һәм иң абруйлы Ҡытай университетарының береһе.  2012 йылда Бөтә Ҡытай  вуздар рейтингында 1 урын ала[7]. Алдан университет «Цюши академияһы» (Qiushi Shuyuan) исемен йөрөткән. 1952 йылда университет  реструктуризацияға дусар була һәм ҡайһы бер факультеттар айырым уҡыу йорттары булып китәләр.  1998 йылда вуздар яңынан ҡушылалар (Чжэцзян университеты, Ханчжоу университеты, Чжэцзян ауыл хужалығы университеты һәм Чжэцзян медицина университеты) һәм яңы Чжэцзян университеты барлыҡҡа килә.  КНР дәүләт йыйылмаһы ҡушыуы менән университет юғары белемде реформалау  буйынса үҙәк элементтарының береһе булып китә. «Проект 211» программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан  университетарҙың исемлегенә инә.

Мәғариф министрлығының идара итеүе аҫтында, вузда уҡыу11 йүнәлештә алып барыла:  философия, экономика, юриспруденция, педагогика, әҙәбиәт, тарих, неоконфуцианство, техник фәндәр, агрономия, медицина, идара итеү.

Университет 24 колледжтан тора. Университетта  бакалаврҙар өсөн 112 һөнәр, аспирантар өсөн 317, һәм 283 табиптар өсөн төрлө һөнәрҙәр бар.

Хәҙер университетта 14 дәүләт халыҡ кимәлендәге лабораториялар, 5 дәүләт инженерҙар тикшеренеү үҙәге бар. Хәҙерге ваҡытта төрлө праграммалар буйынса көндөҙгө формала унда 40 мең тирәһендә студент уҡый. Профессорҙар - уҡытыусылар һәм ярҙамсы персоналдың һаны —  9 мең кеше. Уларҙың араһында — 13 кеше Ҡытай фәндәр академияһының профессорҙары (атап әйткәндә, университет президенты — Ян Вэй), 13 — КНР академияһының инженер фәндәре, 1200 тирәһе профессорҙар һәм 2400 — доценттар[8].

Университет китапханаһы — Ҡытайҙың иң ҙур китапхана комплекстарының береһе — 7 млн баҫма һанай.[9] Университета 6 медицина клиникалары бар, бөтә провинцияның пациентары менән эшләйҙәр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]