Эстәлеккә күсергә

Пролетарский һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пролетарский һыуһаҡлағысы
Нигеҙләү датаһы 1950
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Маныч[d], Егорлык (Пролетарское ҡушылдығы) һәм Киста[d]
Күлдән аҡҡан йылғалар Маныч[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡалмыҡ Республикаһы, Ставрополь крайы һәм Ростов өлкәһе
Карта

Пролетарский һыуһаҡлағысыРәсәйҙең көньяҡ Европа өлөшөндәге иң ҙур һыуһаҡлағыс. Ростов өлкәһенең Маныч йылғаһы үҙәнендә, Ставрополь крайында һәм Ҡалмыҡ Республикаһында төҙөлгән. Нормаль терәк кимәле (НПУ) — 12,84 м. Майҙаны — 510 км². Нормаль терәк кимәленең күләме — 2310 млн м³[1]

1933 йылда ваҡытлыса Яңы Маныч дамбаһын төҙөгәндән һуң тултырыла башлай. 1936 йылда Пролетарская станицаһы янында быуа төҙөлә (хәҙер — Пролетарск ҡалаһы). Шул йылда уҡ Невинномысский каналы төҙөлә башлай, ул Оло Егорлыкты Кубань менән тоташтыра. Канал төҙөү 1948 йылда тамалана һәм 1954 йылға Пролетарский һыуһаҡлағысының һыу кимәле 11,9 метрға тиң проект билдәһенә етә[2].

1932—1936 йылдарҙа һыуһаҡлағысты тултырыу һөҙөмтәһендә Кумо-Маныч уйпатының бер нисә күле, шул иҫәптән Маныч-Гудило һыу аҫтында ҡала[3].

1952 йылда Яңы-Маныч дамбаһы тарафынан көнсығыш һәм көнбайыш бүлеккә бүленә[4].

Көнбайышта Весёловский һыуһаҡлағысы менән сиктәш[5]. Пролетарск ҡалаһы Пролетарский һыуһаҡлағысы быуаһынан 9,5 км алыҫлыҡта, Всеселовский һыуһаҡлағысы (Чепрак ҡултығы) яры буйында урынлашҡан тигән хата фекер бар[6]. Һыуһаҡлағысты автомобиль һәм тимер юл күпере киҫеп үтә[7].

Һыуһаҡлағыс суднолар йөрөү, һуғарыу һәм балыҡсылыҡ өсөн ҡулланыла[8].

Дөйөм физик-географик характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыуһаҡлағыстың көнбайыш бүлегенең оҙонлоғо 19 км, киңлеге 1 км алып 3 км тиклем, тәрәнлеге 4,3 метрға тиклем тәшкил итә. . Һыу кимәле көнсығыш өлөшөнә ҡарағанда юғары. Һыу Егорлык йылғаһынан килә[4].

Пролетарский һыуһаҡлағысы (Маныч күле)

Һыуһаҡлағыстың көнсығыш бүлеге үҙенең үҙенсәлектәре буйынса өс өлөштәр тора. Көнбайыш өлөшөнөң оҙонлоғо 43 км, киңлеге 1-2 км һәм тәрәнлеге 2м тиклем. Үҙәк өлөшө Маныч-Гудило күленән барлыҡҡа килә, киңлеге 10 км һәм тәрәнлеге 7м етә. Көнсығыш участкаһы 65 км һуҙылған, киңлеге 1-6 км һәм тәрәнлеге 2 м етә[4].

Һыу кимәленең тирбәлеше Кубань һыуҙарының артыуы-кәмеүе менән билдәләнә. Ҡобан һыуҙары һыуһаҡлағысҡа 1948 йылдан инә башлай. Һыу кимәле максималь күтәрелеше апрель-май айҙарына, минимумы октябрь-ноябрь айҙарына тура килә. Апрель-май айында һыу тулғандан һуң һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Һыуһаҡлағыстың көнбайыш бүлегендә Новотроицкий һыуһаҡлағысынан һыу ағыу менән бәйле август-сентябрҙә һыу әҙерәк күтәрелә. Был һыу ағыуҙар һуғарыуға булған һыуҙың сығымдары миҙгелле кәмәүе менән бәйле. Һыу кимәле тирбәлешенең уртаса йыллыҡ амплитудаһы: көнбайыш бүлектә 27 см; көнсығыш бүлектә — 33 см. 1993—1996 йылдарҙа Пролетарский һыуһаҡлағысына каналдар буйлап 8,9 -9,3 миллион м3 һыу инә[4].

Беренсе боҙ күренеше уртаса декабрҙең беренсе декадаһында күҙәтелә. Декабрь айының өсөнсө декадаһында боҙ тора. Боҙ уртаса 81-91 көн ята, минималь тороуы — 5-13 көн[4].

Гидрохимик режимы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыуһаҡлағыстың көнбайыш бүлеге тоҙғолт (0,5 — 3,8 ‰). Көнсығыш бүлектә тоҙлолоҡ 20-33 процентҡа тиклем арта. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай һыуһаҡлағыстың һыу составы сифаты сульфат натрийҙан хлорид-натрийға үҙгәрә[4]. Һыуһаҡлағысты тултырыу башта уның составына ингән һыу ятҡылыҡтарын сөсөләнеүенә булышлыҡ итә. Әммә 1960—70-се йылдарҙан башлап көнсығыш бүлеге һыуҙарының минераллашыуы ҡырҡа арта башлай. Был сөсө һыу күләмен ҡыҫҡартыуҙар (1960 йылда 700 млн м³ урынына 300 млн м³), һыуһаҡлағыстың көнсығыш бүлегенә һыу инеүҙе ҡаплаусы Яңы-Маныч дамбаһын тупраҡ өйөмө менән ябыу менән бәйле була. Был көнсығыш бүлектә һыу кимәленең 1,5 м тиклем кәмеүенә һәм үҙәк өлөштә уның минераллашыуының 22,0-27,0 г/л, ә ҡайһы бер райондарҙа 33,0-35,0 г/л тиклем артыуына килтерә[2].

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Манычтың дымланыуы, һыуһаҡлағыс йырҙаһының йыл дауамында даими тулыуы, айырым участкаларында минераллашыуының байтаҡ кәмеүе үҫемлек һәм хауандар донъяһына ыңғай йоғонто яһай. Быуа ара участкаларҙа һәм йылға ҡойған урындарында ҡамыш үҫемлектәр күренә, юғары төр үҫемлектәр һаны артҡан.

Быуаларҙа ҡорман, тарань,табан балыҡ, күстерә, һаҙан, толстолобик һәм башҡа балыҡтар тотола. Балыҡ тотоу ҙур түгел һәм кәмеүгә бара. Һыуһаҡлағыстың айырым участкаларындағы тоҙланыу кире йоғонто яһай[2].

Һыуһаҡлағыс күп ҡоштарҙың йәшәү урыны булып тора. Һыу һәм һыу яны ҡоштары өсөн һыуһаҡлағысты тултырыу һөҙөмтәһендә күп һанлы бәләкәй һәм ҙур утрауҙарҙың барлыҡҡа килеүе уңайлы була. Һыуһаҡлағыс районында ҡоштарҙың 240 төрө теркәлгән, уларҙың яҡынса 130 төрө үрсей; ҡайһы бер ҡоштар бында әленән-әле оя ҡора, осоп үткәндә 190 төрө осрай, шул иҫәптән һирәк, юғалыусы ҡоштарҙан ҡағараҡ, (осоп инеүе бик һирәк күренеш), алһыу ҡурҙай, бөҙрә ҡурҙай, баклан (күсеү осоронда һирәк билдәләнгән), һары селән, көрәкморон, каравайка, ҡара ҡауҙы (осоп үтеү ваҡытында билдәләнә), аҡ ҡауҙы, ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ һ.б. осрай[2].

  1. 1
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Озеро Маныч-Гудило / Том 6 / Водно-болотные угодия России
  3. Н.И. Булышева Донные сообщества оз. Маныч-Гудило в условиях хронического осолонения. Труды Зоологического института РАН. Приложение № 3, 2013, c. 69–74
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Маныч-Чограй: история и современность (предварительные исследования). Сборник статей 2017 йыл 5 август архивланған.// Отв. ред. Г.Г. Митишев. Ростов-на-Дону: изд. Эверест, 2005. 152 с. Глава 3. Формирование гидролого-гидрохимического режима водоёмов Маныча 2022 йыл 3 февраль архивланған., стр. 22-33
  5. Карта бите L-37-60-A-B.
  6. Карта бите L-37-48-C-D.
  7. Карта бите L-37.
  8. [ Пролетарский һыуһаҡлағысы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә