Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы B. ruficollis
Масса 1,095 килограмм[1], 90 грамм[2] һәм 1,375 килограмм[2]
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Branta ruficollis Pall., 1769[3][4][5][…]
Таксономия рангыһы Төр[3][4][6][…]
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Ҡара ҡаҙ[3]
Таксондың халыҡ атамаһы Red-breasted Goose[4][7][5][…], Roodhalsgans[4][5][8][…], Barnacla cuelliroja[4][5][8][…] һәм Bernache à cou roux[4][5][8][…]
Тәүге атамаһы A. ruficollis[d]
Эндемик булган төбәктәр Nal Sarovar Bird Sanctuary[d][9] һәм Thol Lake[d][10]
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы Юғалыуға бирешеүсе төрҙәр[d][11]
Төр ареалы картаһы
Вики-проект Проект:Инвазионная биология[d]
CITES Appendix Appendix II of CITES[d][12]
Размер выводка 6,5[13]
 Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ Викимилектә

Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ[14] (лат. Branta ruficollisRuficollis Branta) — өйрәклеләр ғаиләһенән һыуҙа йөҙөүсе ҡош. Йыуан суҡышлы һәм ҡыҫҡа муйынлы, тышҡы күренеше менән бәләкәй ҡаҙҙы хәтерләтә.  Төҫө сағыу  һәм контраслы, үҙенә ҡуңыр-ерән, аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе берләштерә. Һирәк осрай торған ҡош төрө, Рәсәй территорияһында тундрала, башлыса Таймырҙа һәм уның менән  күрше өлкәләрҙә оя ҡора. Көнбайыш Ҡара диңгеҙ буйында, көньяҡ Каспий янында ҡышлай.  Үҫемлек аҙыҡтар менән  — шытып сыҡҡан йәшел үлән, ҡышлауҙа һәм осоп үтеүендә  — даланың ваҡытлыса ҡыяҡлылары, иген ужым культуралары менән туҡлана. Йылына бер тапҡыр июнь—июль айҙарында оя ҡора, 3-9 йомортҡа һала. Еңел эйәләшә һәм йорт ҡошона әйләнә[15]. Халыҡ-ара һәм төбәктәрҙең Ҡыҙыл китабы һағы аҫтына алынған, тәбиғәтте һаҡлау буйынса бер нисә халыҡ-ара конвенцияларға индерелгән. Ҡарағаҙға һунар бөтә ерҙә лә тыйылған.

Бәләкәй ҡаҙға оҡшаған  ҙур булмаған ҡарағаҙ бик хәрәкәтсән һәм аралашыусан. 

Бынан тыш, теләһә ҡайһы йәштә ҡоштар яҡшы йөҙә һәм сума. Ҡыш осоуҙа ҡарағаҙҙар туп менән бергә булалар һәм тик ҡараңғы төшөү менән ялға туҡтайҙар. Һыуға төшәләр һәм яңғырауыҡлы ҡаңғылдау менән күтәреләләр[16]. Башҡа ҡарағаҙҙар менән сағыштырғанда ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ ҡыҫҡа, әммә йыуан муйынлы һәм бик ҡыҫҡа,бәләкәй суҡышлы.  Дөйөм күләме менән уны ҡыҙыл өйрәк менән сағыштырырға була, әммә ҡара ҡарағаҙҙан ҡалыша.  Кәүҙә оҙонлоғо 53-56 см, ҡанаттарының ҡоласы 116-135 см, массаһы 1-1,7 кг[17].

Ҡауырһынында ҡара, аҡ һәм ҡоңғорт-ерән төҫтәр берләшә, был  башҡа ҡаҙға оҡшаш ҡоштар араһынан уны еңел танырға мөмкинлек бирә. Бигерәк тә  нәҙек аҡ һыҙат менән ҡаймалап алынған ҡауырһынының ҡуңыр-ерән өлөштәре  — яңағы, бөрләтәүе, муйынының һәм күкрәгенең алғы өлөшө күҙгә ташлана.  Маңлайы, түбәһе, соңҡаһы, муйынының артҡы өлөшө, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара, тик ҡойроғон ҡаплап торған өҫкө өлөшө генә аҡ төҫтә. Башының һүрәтен күҙе аша түбәһенән эйәгенә тиклем нәҙек ҡара һыҙат, шулай уҡ күҙе менән суҡышы араһындағы аҡ тамсы һымаҡ тап тулыландыра. Ҡорһағының алғы өлөшө ҡара, артҡы өлөшө,  ҡойроҡ аҫты һымаҡ уҡ, аҡ төҫтә. Ҡабырғаларында  бөтә кәүҙәһенең оҙонлоғо аша хатта ҙур аралыҡтан да яҡшы күренгән киң аҡ һыҙат үтә; Суҡышы һәм аяҡтары ҡара. Йәш ҡоштар ололарына оҡшаш, әммә дөйөм алғанда тоноғораҡ, бынан тыш, оло ҡоштарҙың ҡанаттарында ике асыҡ һыҙат булһа, йәш ҡоштарҙың ҡанаттарында  3—5 асыҡ һыҙат бар[15][17].

Башы ҙур планда

Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ үҙ-ара бик аралашыусан, һыуға төшкәндә һәм күтәрелгәндә алыҫтарға ишетелгән көслө тауыш сығаралар[15]. Ҡоштоң тауышын яңғырауыҡлы ике ижекле йәки йәки түбән ҡытҡылдау һымаҡ билдәләйҙәр, тауышы  сәңкелдәк ҡаҙ йәки ҡашҡа ҡаҙ тауышын хәтерләтә[18][17][19]. Бынан тыш, ҡош үҙенә хас ыҫылдау сығара[15].

Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ Таймыр Долгано-Ненец  районы гербында

Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ — Рәсәйҙең эндемигы, Ямалдан алып көнсығышҡа ҡарай Хатанга бассейнының көнбайыш сигенә тиклем мүк-лишай һәм ҡыуаҡлы тундраларҙа  ҙур булмаған майҙанда оялай[20][21]. Популяцмяһыныү күп өлөшө Таймыр ярымутрауында тупланған[22][23]

Һыулауҙа


Ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙ. СССР почта маркаһы, 1962 й.

Яҙғы миграцияһы ҡаҙҙарҙыҡына ҡарағанда һуңыраҡ башлана, ҡоштар, ҡарҙан әрселгән  ҡалҡыулыҡтарҙа йәшел үлән күренгәс,  оялау участкаларын июндең тәүге яртыһында биләй[24][25]. Яҙғы осоуында  3-15 ҡоштан торған төркөмдән тора[26] һәм ҡаҙҙарҙан айырмалы рәүештә осло рәүешле теҙелеп осмай[27]. Миграцияның төп маршрутын  ике өлөшкә бүлергә мөмкин: төньяҡтан көньяҡҡа һәм көнсығыштан көнбайышҡа һәм яҙ кире тәртиптә.  Беренсе өлөшө Урал һыртынан көнсығышҡа үтә. Төньяҡ-көнбайыш Ҡаҙағстанда  юнәлеше көнбайышҡа боролош ала, унан ҡарағаҙҙар Каспий алдының, көньяҡ-көнсығыш Украинаның  дала һәм ярым дала райондары аша Ҡара диңгеҙҙең һәм Дунайҙың көнбайыш ярҙарына етә. Туҡланыу һәм ял итеү өсөн иң мөһим туҡталҡаһы Поляр түңәрәге районында Обь ташҡыны, һыубаҫар туғайҙары, Тубыл һәм Ишем үҙәндәрендә урман-дала, Ҡалмыҡстанда Маныч йылғаһы үҙәне, Ростов өлкәһе һәм Ставрополь крайы[28]. Көҙ күпләп осоуҙары сентябрь айының икенсе яртыһында[29]. Йыл һайын  осоп үтеүендә «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында Ағиҙел йылғаһында төркөмдә 7-12 ҡош осрай. «Башҡортостан» милли паркында, Крепостной Йылайыр йылғаһында, Ивановка  (Дәүләкән районы) ауылында теркәлгән. Республика территорияһында миграция даими күҙәтелмәй. Сикләүсе фактор булып  браконьерҙарҙың атыуы тора. 

Оялау осоронда ҡыуаҡлыҡ һәм типик тундра зоналарында урынлаша [29][30])[25][19]. Иң ҡоро һәм һыуҙан алыҫ булмаған ҡалҡыу участкаларға өҫтөнлөк бирә[31][27]. Атап әйткәндә, йылға буйҙарындағы текә ярҙа һәм йырында  урынлаша[32][33][25][26]. Көндөҙ ҡоштар ҡорола туҡлана, төндә ял итер өсөн ҡараңғы һаҙлы участкаларҙы  һәм елһеҙ осраҡта хатта диңгеҙ акваторияһын һайлай[33].

Үҫемлек аҙыҡтар менән туҡлана. Үрсеү осоронда япраҡтар, шытымдар, төрлө үләндәрҙең тамырһабаҡтары, күрән һәм ҡырҡыбыуындың айырым төрҙәре менән туҡлана. Ҡышлауҙа көтөүлектәрҙә, аҡландарҙа һәм баҫыуҙарҙа ужым бойҙайы, арпа, кукуруз менән туҡлана[27]. Далалы ҡоро райондарҙа  аҙыҡ өсөн үренделәр, бүлбеләр һәм  эфемер игендең тамырһабаҡтарын, бөрмәкәй, һыу үләне, һуғанбаштың орлоҡтарын ҡуллана[34]. Аҙыҡты ҡорола һәм тәүлектең яҡты ваҡытында таба. Төндө ҡағиҙә булараҡ, һыуҙа, әммә ҡайһы саҡта туҡланған урында үткәрә.  [15].

Рәсәй банкының иҫтәлекле  10 һумлыҡ аҡсаһы, 1992 йыл

Енси өлгөргәнлек 3—4 йәштә башлана[35], парҙар ҡышлау урынында барлыҡҡа килә. Копуляциянан һуң ҡарағаҙҙар ныҡ итеп ҡанаттарын йәйә, ҡойроғон ҡабарта һәм муйынын һуҙа[26]. Парлашып йәки 4—5 парҙан торған колониялар менән, һәм һәр ваҡыт йырында күршелә урынлашҡан йыртҡыс ҡоштар, беренсе сиратта, сапсан, йәки һирәкләп эре аҡсарлаҡтар[26] колонияһы ҡурсаулығы аҫтында оялай. Ундай күршелек аҡ төлкөләрҙең ояны туҙҙырыуынан һаҡлай[34].

Осоп килеү менән оя ҡора башлайҙар. Ояһы асыҡ, ғәҙәттә, битләүҙең сағыштырмаса тигеҙ майҙанында ҙур булмаған уымдан ғибәрәт[29][27]. Әҙер ояның диаметры 20 сантиметр тирәһе, тәрәнлеге 5-8 см тәшкил итә[27]. Инә ҡарағаҙ аҡһыл йәки йәшкелт төҫтәге 3-9, йыш ҡына 5-7 йомортҡа һала, был ваҡытта ата ҡош яҡында һыуҙа йәки ярҙа була[29][26]. Йомортҡаның дәүмәле: (63-73). х. (41-48) мм[25]. Баҫып сығарыу ваҡыты 23-25 тәүлек. Кешенең ояға яҡынлашыуына реакцияһы бер төрлө түгел: бер ҡарағаҙ кешене яҡын ебәрергә, хатта тейергә мөмкинлек бирһә, икенселәре бер нисә аҙым яҡынлыҡта ояларынан төшөп китә, өсөнсөләре сапсандың шомло ҡысҡырыуынан йомортҡа һалмаҫтан алда уҡ ояны ташлап китә[25]. Себештәр донъяға июлдең икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. Ике ата-әсә лә бәпкәләрен үләнле аҡланға алып бара, унда улар август аҙағына тиклем була[26]. Йыш ҡына бәпкәләр берләшә һәм бер нисә оло ҡош ҙур төркөм бәпкәләрҙе һаҡлап алып йөрөгән «балалар баҡсаһына» оҡшаш була[36].

Һаҡ аҫтына алыныуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапта ҡыҙыл боғаҡлы ҡарағаҙға тулыһынса юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янаған статус бирелә(категория EN)[23]. Был статус XX быуаттың икенсе яртыһында ҡоштарҙың ҡырҡа кәмеүе һөҙөмтәһендә бирелә: 1950 йылдарҙың уртаһынан 1970 йылдарҙың уртаһына тиклем егерме йыл эсендә ул 50 меңдән 22—27 мең затҡа, йәғни 40 % тиклем кәмей[26][28]. Хәҙерге ваҡытта ул бер ни тиклем тотороҡлана һәм 37 мең енси өлгөргән ҡош иҫәпләнә[23].

  1. del Hoyo, J., Elliott, A., Sargatal, J., Christie, D.A. & de Juana, E. (eds.). Handbook of the Birds of the World (ингл.)Barcelona: Lynx Edicions.
  2. 2,0 2,1 Lislevand T., Figuerola J., Székely T. Avian body sizes in relation to fecundity, mating system, display behavior, and resource sharing (ингл.) // Ecology / Ecological Society of AmericaUSA: ESA, 2007. — Vol. 88, Iss. 6. — P. 1605—1605. — 1 p. — ISSN 0012-9658; 1939-9170doi:10.1890/06-2054
  3. 3,0 3,1 3,2 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 1996.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 IOC World Bird List Version 6.3 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.3
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 World Bird List (ингл.): IOC World Bird List — 6.4 — IOU, 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.4
  6. IOC World Bird List. Version 7.2 — 2017. — doi:10.14344/IOC.ML.7.2
  7. Красная книга — 1964.
  8. 8,0 8,1 8,2 IOC World Bird List. Version 10.1 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.1
  9. https://www.birdsofindia.org/location/4129/Nal%20Sarovar%20Bird%20Sanctuary
  10. https://ebird.org/hotspot/L3231417
  11. The IUCN Red List of Threatened Species 2021.3 — 2021.
  12. Species+ (ингл.)
  13. Jetz W., Sekercioglu C. H., Böhning-Gaese K. The worldwide variation in avian clutch size across species and space (ингл.) // PLoS Biol. / J. A. EisenPLoS, 2008. — Vol. 6, Iss. 12. — P. 2650—7. — ISSN 1544-9173; 1545-7885doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0060303PMID:19071959
  14. Бёме, Флинт, 1994, с. 32
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Дементьев, Гладков, 1952, с. 330
  16. Дементьев, Гладков, 1952, с. 329—330
  17. 17,0 17,1 17,2 Рябицев, 2001, с. 42
  18. Рябицев, 1986, с. 33
  19. 19,0 19,1 Коблик, 2001
  20. Степанян, 2003, с. 45
  21. Рогачёва, 1988
  22. Scott, Rose, 1996, p. 85
  23. 23,0 23,1 23,2 Branta ruficollis. The IUCN Red List of Threatened Species. Международный союз охраны природы. Дата обращения: 24 декабрь 2011. Архивировано 27 декабрь 2011 года.
  24. Дементьев, Гладков, 1952
  25. 25,0 25,1 25,2 25,3 25,4 Рябицев, 2001, с. 43
  26. 26,0 26,1 26,2 26,3 26,4 26,5 26,6 Johnsgard, 2010, p. 89
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 Kear, 2005, p. 335—338
  28. 28,0 28,1 Scott, Rose, 1996, p. 86—87
  29. 29,0 29,1 29,2 29,3 Дементьев, Гладков, 1952, с. 328
  30. Бёме, Кузнецов, 1983, с. 25—26
  31. Johnsgard, 2010, p. 86
  32. Винокуров, 1992, с. 112
  33. 33,0 33,1 Scott, Rose, 1996, p. 87
  34. 34,0 34,1 Дементьев, Гладков, 1952, с. 329
  35. Carboneras, 1992, p. 584
  36. Рябицев, 1986, с. 34