Эстәлеккә күсергә

Пронина Надежда Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пронина Надежда Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1924
Тыуған урыны Черемисиновский район[d], Курский округ[d], Үҙәк - Ҡара тупраҡ өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны Корчажкино[d], Дзержинский район[d], Смоленск өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Полотняный Завод[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Пронина Надежда Петровна (1924 йыл — 18 ғинуар, 1942 йыл) — совет разведчигы, задание үтәгәндә һәләк була.

Пронина Надежда Петровна 1924 йылда Курск губернаһы, Липовский ауылында тыуа[1]. Ғаиләлә иң кесе ҡыҙы була. Уның бала сағында ғаилә Подольскиға күсенә. 1-се мәктәптә уҡый, ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, институтҡа уҡырға инеү планын ҡалдырып тора һәм Подольский механика заводында эшләй башлай. Эш урынында үҙен идеялы комсомолка итеп күрһәтә һәм уны, һуғыш башланғанға тиклем, разведка мәктәбенә уҡырға саҡыралар.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылдың сентябрендә Надежда фронтҡа 43-сө армияның разведкаһына китә. Малоярославец—Тарутино—Медынь—Калуга квадратында разведка мәғлүмәттәре йыя, тылда нисә тапҡыр булды. 1942 йылдың 17 ғинуарында сираттағы заданиены үтәү барышында Надежда Пронина менән Мария Синельникованы немецтар ҡулға ала һәм Калуга өлкәһенең немец комендатураһы урынлашҡан Корчажкино ауылына килтерәләр. Разведчиктарҙы язалайҙар һәм 18 ғинуарҙа иртән ауыл ситендә сығарып аталар. Ауыл халҡы разведчицаны урындағы мәктәп янында ерләй. 1955 йылда Надежда Пронина Полотняный завод ҡасабаһында туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнә. Һәләк булыусыларҙың исемдәре бары тик 1963 йылда ғына билдәле була һәм иҫтәлекле таҡтаташта уның лда исеме яҙыла.

  1. Липовское (см. на карте 1941 года) относилось к Щигровскому уезду; ныне — Бобровка в Черемисиновском районе Курской области.