Пушкин һәйкәле (Пушкин)
Пушкин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург һәм Пушкин[d] |
Һүрәтләнгән объект | Пушкин Александр Сергеевич |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1899 |
Пушкин һәйкәле Викимилектә |
А. С. Пушкин һәйкәле Пушкин ҡалаһында (элекке. Батша Ауылы) иң билдәле Пушкин һәйкәлдәренең береһе. Нәҡ Батша Ауылында лицей уҡыусылары араһында Пушкинға һәйкәл ҡуйыу фекере тыуа, әммә беренсе һәйкәлде шағирға үҙе тыуған Мәскәүҙә ҡуйырға ҡарар ителә.
Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1860 йылда, Лицейҙың илле йыллығы алдынан лицей уҡыусылары араһында Пушкин һәйкәле тураһында фекер тыуа. Башта лицей уҡыусыларының аҡсаһына ҡуйырға теләйҙәр, әммә улар, йыйылған ғына аҡсаның Пушкинға лайыҡлы һәйкәл өсөн етмәҫен аңлайҙар. 1861 йылдың ғинуарында яҙылыу башлана. Конкурс рәсми иғлан ителмәһә лә, тиҙҙән һәйкәлдең беренсе проекты барлыҡҡа килә (автор рәссам-архитектор Л.И. Бахман һәм скульптор Н.А. Лаверецкий), һуңыраҡ Батша Ауылы өсөн проектты скульпторҙар И.Н. Шрейдер һәм Н.С. Пименов төҙөй. Уңышлы йыйыла башлаған аҡса туҡтап ҡала. Барлығы 13 мең һум аҡса йыйыла, тик был проекттың бишенсе өлөшөн генә тәшкил итә. Ә хөкүмәт, Бахман һәм Лаверецкий проектын раҫлап, уны финансламай[1]
Лицей буйынса Пушкиндың иптәше адмирал Ф.Ф. Матюшкин һәйкәлде Мәскәүҙә ҡуйырға тәҡдим итә. 1880 йылдың 6 июнендә Тверь бульварында А.М. Опекушин эшләгән Пушкин Һәйкәле тантаналы асыла.
Шағирҙың тыуыуының яҡынлашып килгән 100 йыллығына Батша Ауылы халҡы һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итә. Иң яҡшы скульптураға конкурс иғлан ителә һәм аҡса йыйыу башлана. . Скульпторҙар М. А. Чижов, Р.Р. Бах, Л. В. Позен һәм В. А. Беклемишев һәйкәлдең проекттарын тәҡдим итә. Император Николай II скульптор Роберт Романович Бахтың (1859—1933) эскизын һайлай. Һынды Н .Штанге оҫтаханаһында бронзанан ҡоялар. Һәйкәлде ҡороуҙа инициатив төркөм вәкиле, билдәле шағир һәм педагог И.Ф. Анненский ҡатнаша. Ул пьедесталда уйып яҙылған шағир юлдарын һайлай. Бах шағирҙың шиғри илһам хәлен биреүгә өлгәшә.
1899 йылдың 26 майында (6 июнь) Лицей баҡсаһында монумент һалыу башлана. Түңәрәк майҙансыҡта буласаҡ сукльптура урыны билдәләнә. Таш плита аҫтына иҫтәлекле «1899 йылдың 26 майы ... көнө» текст менән бронза таҡта һалына. Йәнәшәлә буласаҡ һәйкәлдең гипс моделе тора. Был көндә Батша Ауылының Екатерина соборында литургия һәм панихида үтә. Ғибәҙәт ҡылыуҙа ирҙәр уҡыу йорттарының берләшкән хоры йырлай, һәйкәлде ҡуйыуға иғәнә йыйыла. Һуңынан Ҡытай театрында шағир әҫәрҙәрен уҡыйҙар, концерт үткәрелә. Ҡала властары ҡала килеменән урындағы уҡыу йорттарында 32 уҡыусы егет һәм 6 уҡыусы ҡыҙға йыл һайын бирелә торған Пушкин стипендияһын булдыра.
1900 йылдың 15 октябрендә асыу тантанаһы үтә.
Һуңынан монументты тимер кәртә менән уратып алалар.
Скульптор был һәйкәлде үҙенең башҡа әҫәрҙәренә ҡарағанда ла нығыраҡ ярата. Батша Ауылында скульпторҙың ҡустыһы Александр Романович Бах (1853—1937) йәшәгән, ул Пушкин һәйкәле өсөн пьедестал эшләгән. 1937 йылдың февраль айында, бөтә ил Пушкиндың үлеүенә 100 йыллыҡты билдәләгәндә Пушкин һәйкәле янында тантаналы митинг үтә, унда Балалар Ауылын Пушкин ҡалаһы тип үҙгәртеү тураһында ҡарар иғлан ителә.
Пушкин һәйкәле һуғыш йылдарында.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Пушкин һәйкәле ер аҫтында була. Һәйкәлдең емерелеүенән ҡурҡып 1941 йылда ҡала халҡы уны Лицей баҡсаһы биләмәһендә ергә күмә һәм йәшерен урынды сер итеп һаҡлай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, немецтар һәйкәл тураһында ҡыҙыҡһыналар һәм хатта музей баҡсасыһынан һорау алалар, ул аҙаҡ үлтерелә. Постамент урынында ҡала. 1945 йылдың апрелендә лицей уҡыусылары һәйкәлде сығаралар, тергеҙәләр, ә 17 июндә һәйкәл ҡабаттан асыла.
Урланған картуз
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003—2010 йылдарҙа Александр Сергеевич менән йәнәш эскәмйәлә уның лицей фуражкаһы булмай. 2003 йылдар тирәһендә ул һиҙмәҫтән юғала. Был йәһәттән бер ниндәй ҙә хәбәрҙәр булмай, һындың ҙур булмаған элементына ғөмүмән, иғтибар әҙ була. 2010 йылда картуз шулай уҡ шым яңынан барлыҡҡа килә. Пушкинға уның баш кейемен А.П. Рыкованов ҡайтарырға ҡарар итә, уның һорауы буйынса фуражканы тимерсе С. Дыгало сүкей һәм тарихи урынына беркетеп ҡуя[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1
- ↑ Подарок Александру Сергеевичу . Дата обращения: 15 август 2011. Архивировано 25 август 2012 года. 2012 йыл 25 август архивланған.