Эстәлеккә күсергә

Пхранакхон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пхранакхон
тай. เขตพระนคร
Рәсем
Рәсми атамаһы เขตพระนคร
ХФА-лағы транскрицияһы pʰráʔ náʔkʰɔ̄ːn
Девиз тексы กรุงรัตนโกสินทร์วังวัดกษัตริย์สร้าง ศูนย์กลางสนามหลวงกระทรวงศาล ป้อมประตูคูคลองของโบราณ แหล่งสถาบันการศึกษาประชาธิปไตย รวมดวงใจไทยทั้งประเทศ… เขตพระนคร
Дәүләт  Таиланд
Административ-территориаль берәмек Бангкок
Халыҡ һаны 55 373 кеше (31 декабрь 2014)[1]
Административ рәүештә бүленә Пхра Бором Маха Ратчаванг[d], Wang Burapha Phirom[d], Wat Ratchabophit[d], Samran Rat[d], San Chaopho Suea[d], Sao Chingcha[d], Бовон-Нивет[d], Talat Yot[d], Chana Songkhram[d], Ban Phan Thom[d], Bang Khun Phrom[d] һәм Wat Sam Phraya[d]
Сиктәш Бангкок Ной[d]
Майҙан 5,536 км²
Почта индексы 10200
Рәсми сайт bangkok.go.th/pranakorn
Урынлашыу картаһы
Карта
 Пхранакхон Викимилектә

Район картаһы

Пхранакхон (тай. พระนคร) —Бангкоктың 50 районының береһе. Үҙ эсенә Раттанакосин утрауын да индергән ҡаланың үҙәк районы. Ул (төньяҡтан, сәғәт уғы буйынса) Бангкоктың Дусит, Помпрапсаттрупхай, Сампхантхавонг һәм Чаупхрай йылғаһының икенсе ярындағы Тхонбури, Бангкок Яй, Бангкок Ной һәм Бангпхлат райондары менән сиктәш.

Район көнбайыштан Чаупхрай йылғаһы, төньяҡтан Кхлонг Пхадунг Крунг Касем каналы һәм көнсығышта Ратчадамнен Роуд урамы һәм Кхлонг Онг Анг каналы менән уратып алынған. Пхранакхон районында шулай уҡ лак мыанг, ҡаланың үҙәген билдәләүсе ғибәҙәтхана, ҡала үҙәгендә билдәләгән, майҙан Санам Луанг, Ҙур һарай һәм Ват Пхракэуҡорамы, вице-королдең элекке һарайындағы Бангкоктың Милли музейы һәм Тхаммасат Силпакон университеттарының төп кампустары урынлашҡан.

Башҡа әһәмиәткә эйә иҫтәлекле урындары: Ват Пхо ҡорамы, Ҙур бәүелсәк һәм Ват Сутхат ҡорамы, Демократия Монументы һәм билдәле Кхаосан урамы.

Бангкокты һаҡлаған 14 ҡәлғәнән беҙҙең көндәргә тиклем икеһе генә тороп ҡалған: райондың төньяҡ өлөшөндәге Пхра Сумен һәм ҡәлғәләр һәм көнсығыштағы Махакан ҡәлғәһе. 2000 йылда Пхра Сумен ҡәлғәһе тирәләй Сантичайпракан паркы асыла.

Рама I күпере

2005 йылда райондың көньяҡтағы Рама I күперенән алып Дусит районындағы Васукри пирсына тиклемге яр буйы, бөтә донъя мираҫы объекты булмаҫмы тип, ЮНЕСКО ҡарамағына тапшырыла.

Башҡа ҡыҙыҡлы иҫтәлекле урын — Чаренкрунг Роуд урамындағы Сала Чалермкрунг Король театры. Был боронғо кинотеатр һәм Таиландтың кондиционирланыусы заллы беренсе театры, һәм шулай уҡ тай киноһының "Алтын быуат"ы дәүеренән һаҡланып ҡалған берҙән-бер театр. Король Прачадипока фарманына ярашлы төҙөлгән, 1933 йылдың 2 июлендә асыла. Унда хәҙер фильмдар күрһәтелмәһә лә, театрға ремонт үткәрелә һәм ул хәҙер тай бейеүҙәре сығыштарын ҡарау өсөн ҡулланыла.[2] Алыҫ түгел Пак Кхлонг Талат сәскә баҙары һәм билдәле Тха Пхрачан бетеүҙәр баҙары урынлашҡан.

Гиена Пхахурат Роуд (พาหุรัด) урамы тирәләй урынлашҡан район «бәләкәй Һиндостан» тип һанала. Урам король Чулалонгкорн осоронда бер быуат самаһы элек һалына, һәм шунан һуң һинд берләшмәләре формалаша башлай. 1933 йылда был районда был районда Сири Гуру Сингх Сабха, Таиландтағы беренсе сикх ҡорамы төҙөлә. Хәҙер был район һинд туҡымалары һәм һинд аш-һыуы менән билдәле.

Алдараҡ Пхранакхон ампхе (район) була һәм Чанасонгхрам (อำเภอชนะสงคราม) исемен йөрөтә. 1915 йылдың 15 октябрендә үткән административ реформа һуң, Бангкокта 25 район булдырыла һәм 1928 йылдың 12 мартында шулар араһынан алты район: Пхахурат, Самранрат, Пхраратчаванг, Чанасонгкхрам, Самйот һәм Бангкхунпхром Пхранкахон ампхеһына берләштерелә, һәм 1972 йылда ул кхетҡа әйләнә.

Сонгкран, традицион Тай Яңы Йылы, йыл һайын 13-15 апрелдә бөтә ил буйынса билдәләнә. Пхранакхон районындағы Каосан Роуд урамы — урындағы халыҡтың да, туристарҙың да популяр байрам урыны, туристар традиция буйынса унда һыу менән ҡойоналар.

12-се айының 15-се көнөндә билдәләнгән икенсе байрам, Лойкратхонг, ваҡытында Чаупхрай йылғаһының бөтә яр буйы һәм Пхрасумен ҡәлғәһе фонарҙарҙы йөҙөргә ебәреүҙең популяр урынына әйләнә.

Королдең тыуған көнөнә (28 июль), король әсәһе тыуған көнгә (12 август), Милли көнгә (5 декабрь) һәм башҡа байрамдарға Ратчадамнен проспекты йыш ҡына иллюминациялар менән биҙәлә. Санам Луанг, күптән түгел асылған Лан Пхлабпхла Маха Чессадабодин (ลานพลับพลามหาเจษฎาบดินทร์) майҙаны һәм башҡа асыҡ арауыҡтар йыш ҡына байрамдарҙа ҡулланыла.

Район 12 бәләкәй районға (кхвэнгтар) бүленгән.

1. Пхра Бором Маха Ратчаванг  พระบรมมหาราชวัง  7. Бовоннивет บวรนิเวศ
2. Ванг Бурапхапхиром วังบูรพาภิรมย์ 8. Талат Йот ตลาดยอด
3. Ват Ратчабопхит วัดราชบพิธ 9. Чанасонгкхрам ชนะสงคราม
4. Самранрат สำราญราษฎร์ 10. Бан Пхантхом บ้านพานถม
5. Сан Чаопхо Сыа ศาลเจ้าพ่อเสือ 11. Бангкхунпхром  บางขุนพรหม 
6. Сао Чингча เสาชิงช้า 12. Ват Сампхрая วัดสามพระยา
  1. http://stat.dopa.go.th/stat/statnew/statTDD/views/showDistrictData.php?statType=1&year=57&rcode=10Департамент Таиланда по делам провинций.
  2. Королевский театр Чалермкрунг в Бангкоке, DiscoveryThailand.com (12 августа 2006).