Пьер Гаво

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пьер Гаво
франц. Pierre Gaveaux
Тыуған көнө

9 октябрь 1761({{padleft:1761|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]

Вафат булған көнө

5 февраль 1825({{padleft:1825|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2][1] (63 йәш)

Ил

 Франция[3]

 Пьер Гаво Викимилектә

Пьер Гаво (франц. Pierre Gaveaux; 1761 йылдың 9 октябре1825 йылдың 5 феврале) — француз опера теноры һәм композиторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаво Безьела тыуған һәм унда ете йәшенән собор хорында йырлай башлаған. Дин әһеле булырға ҙур теләк менән, ул композиция дәрестәрен дә алған. Ул Бордолағы Сен-Серен базиликаһында беренсе тенор була, Франц Бектан һабаҡтар ала, һуңғараҡ музыкаль карьера яһарға булып, Брнолағы Ҙур театрҙа дирижер булып урынлаша һәм шулай уҡ йырлауын дауам итә.

Монпельела бер ни тиклем ваҡыт эшләгәндән һуң, ул Парижға күсенә, ә 1789 йылдың 26 ғинуарында Джакомо Триттондың «Le Avventure Amorose» спектаклендә ҡатнаша.

Һуңғараҡ ул Паизиеллоның «Инфанте Самора» ("L' Infante de Zamora") кеүек операларҙа труппа менән сығыш яһай, ә 1791 йылдың 18 июлендә Керубиниҙың«Лодойска» («Lodoïska») операһы премьераһында Флореска партияһын башҡара. Ул цензура тарафынан патриотик түгел тигән һылтау менән рөхсәт итмәү "Яҡшы кешеләр клубы"на ла (Le club des bonnes gens) йәлеп ителгән булған.

Ул революцион осорҙа актив була, 1795 йылдың 19 ғинуарында уның Жан-Мари и Суригьер де Сен-Марк һүҙҙәренә яҙылған билдәле антиякобин (якобинсылыҡҡа ҡаршы) «Le Réveil du peuple» йыры беренсе тапҡыр башҡарыла. 1796 йылдың 8 ғинуарында, йыр тыйылыуға ҡарамаҫтан, ул «s Les visitandines» операһына индерелгән [4]

Гавоның «L'amour filial» (1792) тигән беренсе операһы уҡ Парижда уңыш ҡаҙана һәм бөтә Европала: Брюссельда, Кельн һәм Роттердамда 1795 йылда, Бернда һәм Мәскәүҙә1809 йылда, Берлинда һәм Гамбургта (немец теленә тәржемәлә) 1796 йылда башҡарыла.

Артабанғы яҙмышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаво, Фейдо театры труппаһы Фавар театры труппаһы менән 1801 йылда ҡушылғанда уҡ тауышын юғалта башлаған булһа ла, 1812 йылға тиклем йырлауын дауам итә, ул бары тик икенсе дәрәжә ролдәрҙе генә башҡара. 1819 йылда ул Париж ситендәге Шарантон приютына инә һәм шунда үлеп ҡала. Уның ҡатыны Эмили Гаводан (шулай уҡ йырсы) 1840 йылда вафат була.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Пьер Гаво // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд., т. 2— М.  : Советская энциклопедия, 1969-1978.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Pierre Gaveaux // International Music Score Library Project — 2006.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. LIBRIS — 2012.
  4. Робинсон, Пол. Справочники Кембриджской оперы: Fidelio . Издательство Кембриджского университета. п. 63. ISBN 0 521 45221 Х,

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • François-Joseph Fétis|Fétis, François-Joseph (1862). Biographie universelle des musiciens et bibliographie générale de la musique, 2nd edition, vol. 3, pp.  428-429. Paris: Didot.
  • Letailleur, Paulette (1992). "Gaveaux [Gavaux, Gaveau], Pierre" in Sadie 1992, vol. 2, pp.  362-363.
  • Sadie, Stanley, editor (1992). The New Grove Dictionary of Opera (4 volumes). London: Macmillan.ISBN 978-1-56159-228-9.
  • Some if the information in this article was translated from Wikipedia français