Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы
Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 381 |
---|---|
Масса | 314,15 грамм |
Сәнғәт йүнәлеше | поздняя античность[d] |
Дәүләт | Румыния |
Урын | Национальный музей истории Румынии[d] |
Булдырыусы | Вестготы[d] |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 2 |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | алтын |
Табылыу урыны | Q18541104? һәм Pietroasele[d] |
Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы Викимилектә |
Пьетроассала табылған муйын ҡулсаһы (йәки Бузэу торк) — көньяҡ Румынияла (элекке Валахия) жудец Бузэуҙа Пьетроасса ҡурғанында (хәҙерге Пьетроаселе) 1837 йылда табылған муйынға тағыла торған алтын ҡулса. Ул б. э. 250—400 йылдарына ҡараған ҙур алтын хазинаның бер өлөшө тип билдәләнә. Муйын ҡулсаһы үҙе, йыш ҡына шулай билдәләнелеүенсә, рим-урта диңгеҙ сығышлы, унда гот телендәге яҙыу һаҡланған («өлкән Футарк» руна алфавиты).
Яҙыулы муйын ҡулсаһы етди фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар предметы булып ҡала, уның килеп сығышы, күмеп ҡуйыу сәбәптәре һәм датаһын билдәләү буйынса бик күп теориялар бар. Табылыу менән, уны төрлөсә тергеҙергә һәм үҙҙәренсә аңлатырға маташыуҙарҙан күп зыян күргән яҙыуҙы хәҙер ышаныслы итеп уҡый алыу мөмкин түгел һымаҡ. Әммә, муйын ҡулсаһының күптән түгел сығанаҡ торошта табылған һүрәтләнештәре ярҙамында, уның боҙолған өлөшөн йәнә тергеҙеү мөмкинлеге асылған. Дөйөм алғанда, яҙыулы муйынса готтарҙың христианлыҡҡа тиклемге мәжүси диненең тәбиғәтен аңлау мөмкинлеген биргән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Румынияның Пьетроаселе янында Истрица тауы булараҡ билдәле булған оло ҡулсағаиоҡшаған ҡурғанында табылған үҙенсәлекле хазина, бик күп алтын һауыт-һаба, тәрилкәләр һәм сынаяҡтарҙан, шулай уҡ зәргәр эшләнмәләрҙән, шулар араһында яҙыулы ике муйын ҡулсаһынан, барлығы 22 өлөштән торған. Хазинаны тапҡан саҡта, предметтар танып билдәләй алмаҫлыҡ ҡара масса менән йәбештерелгән булған, бынан сығып хазина, ергә күмелер алдынан, ниндәйҙер бер органик материал (мәҫәлән, тире йәки туҡыма) менән ҡапланған булғандыр тигән фаразға килтергән.[1] Табылдыҡтың дөйөм ауырлығы яҡынса 20 кг булған.
Хазинаны табыу менән, ун предмет, шулар араһында муйын ҡулсаһының береһе, урланған. Ә урланған әйберҙәр табылғандан һуң, муйын ҡулсаһы бухарест ювелиры тарафынан кәмендә дүрт өлөшкә бүленгән булған, шул уҡ ваҡытта яҙыуҙың бер символы уҡый алмаҫлыҡ дәрәжәлә зыян күргән булған. Бәхеткә күрә, быға тиклем Лондондың Арундель йәмғиәте, муйын ҡулсаһының ентекле һүрәтен, гипс күсермәһен һәм фотоһүрәтен эшләп алып ҡалғанлыҡтан, юғалған символды сағыштырмаса аныҡлыҡ менән кире тергеҙеү мөмкинлеге асылған[2].
Хазинаның ҡалған предметтары башҡарыуҙың юғары сифатын күрһәткәнлектән, ғалимдар уның урындағы сығышлы булыуына шикләнә. Тейлор (1879), үҙенең табылдыҡҡа бағышланған тәүге хеҙмәттәренең береһендә, затлы предметтар рим провинциялары Мёзия һәм Фракияға (238—251)[3]. һөжүм барышында таланған булыуы мөмкиндер, тип фаразлай. Одобеску (1889) тәҡдим иткән һәм Джураску (1976) тағы бер ҡат күтәреп сыҡҡан тағы бер иртә теорияһы, моғайын, вестготтарҙың мәжүси юлбашсыһы Атанарих 369 йылда рим императоры Валент II менән конфликт һөҙөмтәһендә хазинаға эйә булғандыр, тип билдәләгән.[4]. Гольдхейм (1994) каталогында, был предметтарҙы союздаш герман кенәздәренә Рим лидерҙары бүләк иткәндер, тип ҡаралыуы мөмкин тигән фекер әйтелгән[5].
Хазина предметтарын һуңғы минералогия тикшереүҙәре алтын рудаһының сығышын айырым-айырым ятҡан өстән дә кәм түгел географик төбәккә күрһәтә: Көньяҡ Урал, Нубия (Судан), һәм Персия[6]. Мәғдәндең урындағы, дак, сығышлы булыуы мөмкин түгел. Хәйер, Кожокару (1999) рим император тәңкәләренең, башҡа предметтар эшләү маҡсатында, ҡабаттан иретелеү мөмкинлеген кире ҡаҡһа, Константинеску (2003) ҡапма-ҡаршы һығымтаға килгән[7].
Минералдар составын, иретеү һәм сүкеү технологияларын сағыштырыу, һәм унан да иртә типологик анализлау күрһәтеүенсә, кельт-герман тип төркөмләнгән яҙыулы муйын ҡулсаһы эшләнгән алтын грек-рим алтыны кеүек таҙа ла һәм табылған полихром герман предметтары кеүек, ҡатыштырылған да түгел[8]. Күрәһең, был һөҙөмтәләр хазинаның бер өлөшө, шул иҫәптән, яҙыулы муйын ҡулсаһы ла, Дакияның алыҫ төньяғында табылған алтын мәғдәненән эшләнгәненә күрһәтә. Шуға күрә улар көньяҡҡа миграцияға тиклем үк готтарҙыҡы булыуы мөмкинлегенә ишара (ҡара: Вельбар мәҙәниәте, Черняховский мәҙәниәте)[9]. Был муйын ҡулсаһының рим-урта диңгеҙ сығышлы традицион теорияһын шик аҫтына ҡуйһа ла, уны яһағанда ҡулланылған материалдың сығышы ныҡлап билдәләнгәнсегә саҡлы, уны артабан тикшереү кәрәк.
Ҡәберлеккә күмеүҙең сәбәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөрөҫкә яҡын бер нисә фараз булһа ла, бындай типтағы күпселек, табылдыҡтарҙыҡы кеүек, был әйберҙәр ни өсөн ҡурғанға ҡуйылғаны билдәһеҙ булып ҡада. Тейлор, был әйберҙәр табылған ҡулса формаһындағы ҡурған, моғайын, мәжүси ҡорам урынында булғандыр тип раҫлай, һәм һаҡланып ҡалған яҙыуҙы анализлау нигеҙендә уны вотив хазинаның бер өлөшө тип фаразларға була[10]. Атап әйткәндә, Лойенга(1997), хазинаға ингән бөтә предметтар «айырым йола характерында»[11]тип билдәләй Бында алласыҡтар һындары менән (моғайын герман) биҙәлгән фиала бигерәк тә иғтибарға лайыҡ[12].
Атанарихтың шәхси хазинаһы тураһындағы теория яҡлылар, Ҡара диңгеҙҙән төньяҡта йәшәгән готтарҙың грейтрунг ҡәбиләһен еңгән һәм 375 йыл тирәһендә Дакия йүнәлешендә[13] хәрәкәт башлаған һундарҙан алтынды йәшереп маташҡанлыҡтан күмелгәндер тип фаразларға була. Әммә Атанарих Феодосий I менән ҡәбиләләштәренең Рим хакимлығы аҫтында үҙенең 381 йылда вафатына саҡлы йәшәү мөмкинлеге биргән килешеү төҙөгән (380) булһа ла, алтын ни сәбәптән күмелеп ятыуы билдәһеҙ булып ҡала. Башҡа тикшеренеүселәр, хазина остготтар хакимыныҡы тигән фараз әйтә. Русу (1984) яҡынса 400 йыл һундар үлтергән рим армияһының гот полководецы Гайнаны хазина эйәһе булараҡ күҙаллаған[14]. Был фараз, ни өсөн хазина күмелгән көйө ҡалғанын аңлатыу мөмкинлеген бирһә лә, ниңә фәҡәт күҙгә ташланып торған ҡулса сифатындағы ҡурған ҙур һәм ҡиммәтле хазинаны йәшертеү урыны итеп һайланған тигән һорауҙарға яуап бирә алмай.
Осорон билдәләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Предметтарҙың килеп сығышына, уларҙы күмеү манераһына һәм ҡулсалағы яҙмаға нигеҙләнеп, хазинаны күмеү ваҡыты тураһында төрлө фараздар тәҡдим ителгән. Тейлор 210 йылдан 250 йылға тиклемге диапазон хаҡында бәйән итә. Һуңғараҡ алып барылған тикшеренеүҙәрҙә ғалимдар һуңыраҡ мөҙҙәт срок тәҡдим иткән: Атанарих теорияһы яҡлылар IV быуат аҙағы тураһында, ә Константинеску һәм Томеску һымаҡ тикшеренеүселәр V быуат башына күрһәткән[15].
Яҙыуҙың мәғәнәһен аңларға тырышыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙманы тергеҙеү һәм үҙҙәренсә аңлатыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтын муйын ҡулсаһында руник яҙыу («өлкән Футарк») бар, 7-се символ (моғайын, ᛟ /o/), бурҙар ҡулсаны урталай киҫкән саҡта, юҡҡа сыҡҡан булған. Зыян күргән руна төрлө фәнни дискуссиялар объекты булған һәм үҙҙәренсә аңлатылған, ᛃ /j/ (Reichert 1993, Nedoma 1993) йәки, моғайын, ᛋ /s/ (Looijenga 1997) тип интерпретацияланған[16]. Әгәр ҙә Арундель йәмғиәте фотографияһына нгигеҙләгәндә, яҙма тәүҙә түбәндәге күренештә булған:
- gutaniowi hailag
- ᚷᚢᛏᚨᚾᛁᛟᚹᛁ ᚺᚨᛁᛚᚨᚷ
Иң тәүге тикшеренеүселәр, айырып әйткәндә Тейлор, түбәндәге тәржемәне тәҡдим иткәндәр: «хеилаг бағышлағандар ō-wī(h) ҡорамына Гутани аллаһына». Дикулескуға ярашлы (1923), яҙма «изге (хеилаг) Йове (Йови, йәғни Тору) готтарҙың гутан(и)һына» тигәнде аңлата[17]. Дювел (2001), шул уҡ уҡылышҡа аңлатма биреп, үҙенсә аңлатырға: ᛟ как ō[þal] тәҡдим итә. Шулай итеп:
- gutanī ō[þal] wī[h] hailag
Артабан Краузе (1966) түбәндәге тәржемә килтерә «изге wī(h) (һәм) тейелмәҫ хеилаг мираҫлыҡ ō (þal) готтарҙың гутан(и)һына»[18]. Башҡа ғалимдар ᛟ Ҡатын-ҡыҙҙы аңлатҡан һүҙгә ҡушылыусы (женский) ялғау күрһәткесе тип үҙҙәренсә аңлаталар: Йонсен (1971) яҙманы былай тип тәржемә иткән «изге хеилаг реликвия wī (h) (= алтарь ҡулсаһы) готик жрицаның (ҡанбаба) гутанио»; Крогманн (1978), ᚹᛁ/wi/ өсөн ᛗ/m/ тип уҡып, тәржемә итә «хеилаг бағышланған готтарҙың әсәләренә гутаниом (= ҡатын-ҡыҙ рухы-готтарҙы һаҡлаусы)»; Антонсен (2002) «тейелмәҫ wī(h)/хаилаг готик ҡатын-ҡыҙҙары/ҡатын-ҡыҙ-яугирҙары гутанио» тип тәржемә итә[19]. Лойенга (1997), зыян күргән рунаны ᛋ /s/, тип аңлап, түбәндәгесә уҡый:
- gutanīs wī[h] hailag
Ул, гутаниc һүҙен «готик» тип аңлата, ә wī[h] — «ғибәҙәтхана». Бынан сығып, ул бөтә яҙманы «Готик (объект) тп тәржемә итә. Тейелмәҫ»[20]. Райһерт (1993) зыян күргән рунаны шулай уҡ ᛃ /j/ тип уҡырға һәм j[ Ēra] тип үҙенсә аңлатырға интерпретировать, мөмкин, бына шулай итеп тип фаразлай:
- gutanī j[era] wī[h] hailag
Райһерт быны «(яҡшы) йыл j(era) готтарҙың гутани, изге wī(h) (һәм) тейелмәҫ хеилаг» тип тәржемә итергә була[21]. Дювель (2001) бындай интерпретацияның дөрөҫлөгөндә икеләнгәнен белдерә, Нордгрен (2004), Райһерттың муйын ҡулсаһы бай иген уңышын тәьмин итеү буйынса король сакраль бәйләнештә торған (ᛃ йера символы аша күрһәтелгән) тигән фаразын хуплай[22]. Пипер (2003) зыян күргән рунаны ᛝ /ŋ/ тип уҡый, шулай итеп:
- gutanī [i(ng)]wi[n] hailag
Ул былай тәржемә итә «Ингвинға әҙер. Изге.»[23].
Яҙманың мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙманы төгәл тәржемә итеү буйынса уртаҡ фекер булмаһа ла, ғалимдар, уның теле — готиканың ниндәйҙер бер формаһы, һәм был дини маҡсатта эшләнгән тигән фекер менән риза. Тейлор яҙманы үҙенең характеры буйынса мәжүси тип һәм муйын ҡулсаһы уның өсөн вотив хазина булған ҡорам булыуын үҙенсә аңлата. Ул, готтар 238 йылда Дунай буйына күсенгән осорҙан алып, уларҙың христианлашыуы бер нисә быуын ғүмере дәүерендә тамамланыу фактынан сығып, хазинаны күмеү ваҡытын (210—250) билдәләгән[24].
МакЛеод һәм Миес (2006), Миес артынан (2004), был муйын ҡулсаһы «ҡорам ҡулсаһы» йәки «изге ант ҡулсаһы» тип ҡабатлай. Уның мәжүси замандарҙа ысынлап та булыуы боронғо скандинав әҙәбиәтендә сағылыш тапҡан һәм археология менән раҫланған[25]. Бынан тыш, улар фаразлауынса, яҙма готтар араһында «әсә-алиһәләргә» табыныу булғанын раҫлай, һәм был герман төньяғының башҡа төбәктәрендә «әсә-алиһәләргә» табыныу күренешенең булыуы сығанаҡтар менән дәлилләнә[26]. МакЛеод һәм Миес шулай уҡ «изге» (wīh и hailag) тигәнде аңлатҡан ике дөйөм герман терминының килеп сығыуы ике төшөнсәнең гот телендәге айырмаһын асыҡлауға ярҙам итә, тип тәҡдим итә. Улар, муйын ҡулсаһы уның бер йәки бер нисә алласыҡтар менән бәйле булғаны өсөн генә, изге тип иҫәпләнмәгән, шулай уҡ үҙенән-үҙе лә изге тип һаналған, тип фаразлай[27].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Schmauder (2002:84).
- ↑ Фотография Арундельского общества, существование которой почти столетие оставалось неизвестным учёным, была переиздана Бернардом Мисом в 2004 году.
- ↑ Тейлор (1879:8) писал: «The great intrinsic value of the gold points to the dedication of the spoils of some great triumph — it may be the plunder of the camp of the Emperor Decius, or the ransom of the wealthy city of Marcianopolis.»
- ↑ Odobescu (1889), Giurascu (1976). Referenced in Constantinescu (2003:3, 11).
- ↑ Goldhelm (1994:230). Referenced in Looijenga (1997:28).
- ↑ Constantinescu (2003:16). See also Cojocaru (1999:10-11).
- ↑ Cojocaru (1999:10-11); Constantinescu (2003:16).
- ↑ Cojocaru (1999:9ff.).
- ↑ Constantinescu (2003:13-14) считает Уральские горы вероятным происхождением золоторудной руды.
- ↑ Taylor (1879:8).
- ↑ Looijenga (1997:28). See also MacLeod and Mees (2006:174).
- ↑ Constantinescu (2003:2).
- ↑ Constantinescu (2003:3,14).
- ↑ Rusu (1984:207-229); referenced in Cojocaru (1999:11).
- ↑ Constantinescu (2003:3,14); Tomescu (1994:230-235).
- ↑ Reichert (1993), Nedoma (1993); referenced in Düwel (2001:32).
- ↑ Taylor (1879:8); Diculescu (1923), referenced in Runenprojekt Kiel 2013 йыл 26 июль архивланған..
- ↑ Düwel (2001:31-32); Krause (1966), referenced in Runenprojekt Kiel 2013 йыл 26 июль архивланған.. See also Toril (1994:5).
- ↑ Johnsen (1971), Krogmann (1978), Antonsen (2002); referenced in Runenprojekt Kiel 2013 йыл 26 июль архивланған.. See also MacLeod (2006:174)
- ↑ Looijenga (1997:28).
- ↑ Reichert (1993); referenced in Düwel (2001:32).
- ↑ Düwel (2001:32); Nordgren (2004:508-509).
- ↑ Pieper (2003) in Heizmann (2003:595-646). For a discussion of this and similar readings, see North (1997:139-141).
- ↑ Taylor (1879:7-8).
- ↑ MacLeod and Mees (2006:173-174); Ullberg (2007).
- ↑ MacLeod and Mees (2006:174)
- ↑ MacLeod and Mees (2006:174).