Эстәлеккә күсергә

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(РХГИ битенән йүнәлтелде)
Ҡ.А. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты
Нигеҙләнгән

1961

Тип

һынлы сәнғәтте тирәнерәк өйрәнеү дөйөм белем биреү учреждениеһы

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан, Өфө, Кувыкин ур., 100

Сайт

rhgi.ucoz.ru (неофициальный)

Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты (РХГИ ) — белем һәм тәрбиә биреүҙә милли-региональ компонентты эсенә алған дөйөм (урта) белем биреү учреждениеһы.

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусылары күргәҙмәһе
Булат Солтангәрәев исемендәге премия тапшырыу

1961 йылда халыҡ мәғарифы министры Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы башланғысы менән асыла.[1]

1965 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары буйынса урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты тип үҙгәртелә (РСХШИ).

1994 йылда Башҡортостан Министрҙар Советы 19.08.94 №293 күрһәтмәһе буйынса, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы хөрмәтенә, Дәүләткилдеев исеме бирелә. [2]

Уҡыусыларҙың һәм мәктәпте тамамлаусыларҙың ижади эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Графика (акварель, гуашь, тушь, перо), һынлы сәнғәт (майлы буяу), туҡымаға һүрәт төшөрөү (батик), күлдәктәр тегеү, сигеү, ағасты һырлап киҫеү, скульптура һәм башҡалар.

  • 2011 йылдың 11 ноябрендә РХГИ 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне