Эстәлеккә күсергә

Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 11 апрель 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Күгел ауылы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто А. Л. Штиглиц исемендәге Санкт-Петербург дәүләт художество-сәнәғәт академияһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы Викимилектә

Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы (11 апрель 1887 йыл — 19 ғинуар 1947 йыл) — рәссам, график. 1920-се йылдарҙа Мәғариф Халыҡ Комиссариатының Башҡорт дәүләт художество музейы һәм музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау буйынса хеҙмәткәре, 1930—1935 йылдарҙа Башҡортостан сәнғәт техникумы уҡытыусыһы. 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләткилдеев 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Күгел ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡала һәм Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә.

Училищены тамамлағандан һуң, Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы булып алына. Әммә академияла оҙаҡ уҡый алмай. 1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй. Йәш рәссам бындағы художество түңәрәгендә әүзем эшләй, тәүге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Октябрь революцияһы еңгәндән һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен төҙөү осоронда, Ҡасим Дәүләткилдеев тормош уртаһында ҡайнай. Ул Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров Өфө художество музейына нигеҙ һалғас, Ҡ. Дәүләткилдеев бер ни тиклем ваҡыт шунда эшләй һәм музей менән бәйләнешен ғүмеренең аҙағынаса өҙмәй. 20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу өсөн экспедицияларҙа йөрөй. Әҫәрҙәренең юғары художество сифаттары Ҡ. Дәүләткилдеевтың экспедицияларҙа күп йөрөүе менән аңлатыла ла инде.

1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, Ҡ. Дәүләткилдеев унда беренсе башҡорт педагогы була. Төрлө уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ эшенә ул ғүмеренең 25 йылы самаһын арнаны. Ғ. Имашева, Р. Ишбулатов һәм башҡалар унан уҡып белем ала, А. Тюлькин, И. Урядов уның менән бергә эшләй.

Рәссамдың әҫәрҙәре — уның халыҡҡа биргән ҡиммәтле бүләге ул. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек художество музейында һаҡлана. Уларҙың күбеһе акварель, күмер менән яһалған һүрәттәр, шулай уҡ 1908—1914 йылдарҙағы ҡәләм менән эшләнгән өйрәнсек һүрәттәр альбомы.

Училищела уҡыған сакта уҡ Ҡасим Дәүләткилдеев сәскәләрҙең таж япраҡтарын төшөрөүҙә матурлыҡ һиҙеү һәләтен күрһәтә. Дуҫтарының хаттарына ҡарағанда, рәссам сәскәләрҙе, тәбиғәтте бик ярата. Ул сәскәләрҙең нәфислеге тураһында бик күп яҙа, уларҙың матурлығын, төрлө формала булыуын, һабаҡтарының йәнле хәрәкәтен асып һала. Ижадсы сәскәләрҙе тотош донъяның бер өлөшө итеп күҙ алдына баҫтыра.

Әҫәрҙәрендә ул башҡорттарҙың көнкүрешен, халыҡтың характерлы типтарын илһамланып бик оҫта күрһәтә алды («Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы», «Һунарсы башҡорт», «Башҡорт йортоноң күтәрмәһе» һ. б.).

«Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте юғары художество сифаттары менән айырылып тора. Ул 1929 йылдың башында Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелде. Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоҡ һәм кешелекле итеп сағылдырыу өсөн тулыһы менән гуманист һәм үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк.

  • Владимир Романов. Касим Девлеткильдеев — первый художник из башкир (К 130-летию со дня рождения выдающегося мастера живописи)[2].
  • Л. Бондаренко. Классик башкирской живописи (рус.) // Ватандаш : журнал.