Радиотехника
Радиотехника | |
Радиотехника Викимилектә |
Радиоте́хника — электромагнит тирбәлеш һәм радиодиапазон тулҡындарын, генерация ысулдарын, көсәйеү, үҙгәртеү, нурланыш һәм ҡабул итеү, шулай уҡ уларҙы мәғлүмәт тапшырыу өсөн ҡулланыу өйрәнеүсе фән, электротехниканың радиотапшырыу һәм радио ҡабул итеү техникаһын, сигналдарҙы эшкәртеү, проектлау һәм радиоаппаратураны булдырыуҙы эсенә алған бер өлөшө.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1832 йылда Англия ғалимы- физик Майкл Фарадей электромагнит нурланыш булыуын теорияла күҙаллай.
1864 йыла Дж. К. Максвелл электромагнит ҡырҙың эволюцияһын һәм уның зарядтар һәм токтар менән үҙ-ара тәьҫир итешеүен һүрәтләгән классик электродинамиканың төп тигеҙләмәләрен яҙа .
1888 йылда ғалимы- физик Г. Герц электромагнит тулҡындар аша энергияны алыҫ араға тапшырып булғанын үҙ тәжрибәһендә күрһәтә: «вибратор» тип атаған ҡоролма алыҫ араға сымһыҙ ғына электромагнит ҡыр ебәрә .
1894 йылдың 14 авгусында Оксфорд университетында Британия фән үҫешенә ярҙам итеү ассоциацияһы ултырышында Оливер Лодж менән Александр Мирхед тәүге тапҡыр радиотелеграфияның уңышлы сеансын үткәрә. Морзе әлифбаһының радиосигналы күрше Кларендон корпусындағы лабораториянан ебәрелеп, 40 м алыҫлыҡта урынлашҡан аппарат тарафынан ҡабул ителә.
1895 йылдың 25 апрелендә (7 майында) Санкт-Петербургта Рус физика һәм химия йәмғиәте ултырышында А. С. Попов бер-бер артлы бирелгән телеграф сигналдарының (ҡыҫҡа һәм оҙон) электромагнит тулҡындарын ҡабул итеү аппаратын эшләтеп күрһәтә.
1897 йылда Италия инженеры Г. Маркони тәүге (Британияла) патент ала һәм Лондонда сымһыҙ телеграфты эшләтеп күрһәтә. Башҡа илдәрҙә Г. Маркониға патент бирмәйҙәр , сөнки быға тиклем үк А. С. Попов ошондай уҡ когерент приемникты һүрәтләгән мәҡәләһен баҫтырған була[1].
Радиотехниканы яңы кимәлгә күтәргән Рәсәй һәм cовет ғалимдары :
- профессорҙар М. А. Бонч-Бруевич, Б. Л. Розинг ( электрон телевидение уйлап сығарған);
- академик А. И. Берг (радиолокация);
- академик А. Ф. Богомолов (радиолокация, алыҫ космос элемтәһе);
- академик В. А. Котельников (ҡамасауҙарға ҡаршы тороу теорияһы).
Радиотехника бүлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Радиотехника бүлектәре
:- Радиопередающие устройства
- Радиоприёмные устройства
- Радиолокация
- Радионавигация
- Телевидение
- Мультимедийные и связные системы
- Системы радиоуправления
- Системы радиоэлектронной борьбы
Ҡулланыш өлкәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Радиотехника фәндең физика, астрономия, медицина, химия һәм башҡа өлкәләрендә ҡулланыш таба. Радиотехник ысулдар мәғлүмәт биреү системаларында, радиобәйләнеш, радиотапшырыуҙар, телевидение, радиолокация, радионавигация, радио идара итеү, автоматика системаларында һәм хисаплау техникаһында ҡулланыла.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Электротехника
- Электроника (радиоэлектроника)
- Антенно-фидерные устройства
- Электродинамика
- Радио
- Радиофизика
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Прибор для обнаружения и регистрирования электрических колебаний» // Журнал Русского физико-химического общества. — СПб., 1896 — т. XXVIII, вып. 8, ч.физ.отд.1, стр.1-14 с 2 рис.
Һылтанма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [ Радиотехника] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Радиотехника(недоступная ссылка)Ҡалып:Мёртвая ссылка — статья из Толкового словаря русского языка Ушакова
- [ Радиотехническое образование] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |