Эстәлеккә күсергә

Сафин Рәйес Йәғәфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Раис Ягафарович Сафин битенән йүнәлтелде)
Сафин Рәйес Йәғәфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Малаяҙ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, мөхәррир
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Сафин Рәйес Йәғәфәр улы (2 ғинуар 1949 йыл) — башҡорт журналистикаһы ветераны, 1980—1995 йылдарҙа Балаҡатай районының «Новая жизнь» — «Яңы тормош» гәзите мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989).

Рәйес Йәғәфәр улы Сафин 1949 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген урта мәктәпте тамамлағандан һуң райондың «Ленинское знамя» — «Ленин байрағы» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып башлай.

1970—1974 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетында уҡый һәм юғары белем алғандан һуң элекке эшен дауам итә. Шул уҡ йылда район гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, ә 1975 йылда бер үк ваҡытта гәзиттең мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1980 йылдың октябрь айында Рәйес Сафин Балаҡатай районының «Новая жизнь» — «Яңы тормош» гәзите мөхәррире итеп үрләтелә һәм был вазифала 1995 йылғаса эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989).